Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Үҙемде еңгәнсе, күп көрәштем

Үҙемде еңгәнсе, күп көрәштем
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1953

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: АВСТРАЛИЯ

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ПОРНОГРАФИЯҒА ӘҮӘҪЛӘНГӘН

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ.

1949 йылда атайым Германиянан Австралияға күсеп килгән. Ул берәй шахтаға йәки электростанцияға эшкә урынлашырға теләгән. Һуңғараҡ ул Виктория штатындағы ауыл еренә килеп төпләнгән. Шунда әсәйемде осратҡан. Улар өйләнешкән, һәм 1953 йылда мин тыуғанмын.

Бер нисә йылдан һуң әсәйем Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башланы, шуға мин бала саҡтан уҡ Изге Яҙма тәғлимәттәре менән таныш. Ләкин атайым бер ниндәй динде лә яратманы. Ул ҡаты бәғерлегә әйләнде һәм йыш ҡына әсәйемә янаны, шуға әсәйем гел унан ҡурҡып йәшәне. Әсәйем йәшерен рәүештә Изге Яҙманы өйрәнеүен дауам итте һәм уның тәғлимәттәрен бик яратты. Атайым өйҙә булмағанда, ул белгәндәрен һеңлем һәм минең менән уртаҡлашты. Ул беҙгә ерҙә буласаҡ ожмах тураһында, шулай уҡ Изге Яҙма нормалары буйынса йәшәү бәхет килтергәне хаҡында һөйләне (Зәбур 37:10, 29; Ишағыя 48:17).

18 йәшемдә атайымдың миһырбанһыҙ холҡо арҡаһында өйҙән китергә тура килде. Әсәйемдең Изге Яҙма тураһында өйрәткәндәренә ышанһам да, ул белемдәрҙе ҡәҙерләмәнем, шуға уларҙы тормошомда ҡулланманым. Мин күмер шахтаһында эшләй башланым. 20 йәшемдә өйләндем. Өс йылдан һуң, беренсе ҡыҙыбыҙ тыуғас, мин тормошомда нимә мөһим булғанын яңынан ҡарап сыҡтым. Изге Яҙманың ғаиләбеҙгә ярҙам итә алғанын белә инем, шуға күрә Йәһүә шаһиттары менән өйрәнә башланым. Ләкин ҡатыныма Йәһүә шаһиттары һис тә оҡшамай ине. Мин уларҙың бер осрашыуына барып ҡайтҡандан һуң, ҡатыным миңә ультиматум ҡуйҙы: йә мин Изге Яҙма өйрәнеүемде туҡтатам, йә ул минән китә. Ярҙамһыҙлыҡ тойғанға, мин уға ҡаршы килмәнем һәм Йәһүә шаһиттары менән аралашыуҙан туҡтаным. Һуңғараҡ мин үҙемдең был ҡарарыма бик ныҡ үкендем.

Бер көндө эштә хеҙмәттәштәрем миңә порнографик журналдар күрһәтте. Мин күргән һүрәттәр бер үк ваҡытта йәлеп тә итә, ерәнеү ҙә уята ине. Улар күңелемдә ауыр ғәйеп хисе ҡалдырҙы. Изге Яҙманан белгәндәремде иҫтә тотҡанға, мин, Алла миңә яза бирер, тип уйланым. Ләкин, порнографияны күберәк ҡараған һайын, уға ҡарашым үҙгәрә барҙы. Күп тә үтмәҫтән, мин уға әүәҫләнеп киттем.

Артабанғы 20 йыл дауамында мин әсәйем өйрәткән принциптарҙан торған һайын нығыраҡ йырағая барҙым. Аҡылымды нимә менән туҡландырҙым, тәртибем шуны сағылдырҙы. Әҙәпһеҙ итеп һөйләшә, оятһыҙ итеп шаярта башланым. Сексҡа ҡарашым боҙолдо. Һаман ҡатыным менән йәшәһәм дә, башҡа ҡатындар менән дә мауыҡтым. Бер көндө көҙгөнән үҙемә ҡарап, һин миңә оҡшамайһың, тип уйланым. Үҙемде хөрмәт итеүем үҙ-үҙемдән ерәнеү тойғоһо менән алмашынды.

Никахым тарҡалды, тормошом аҫты-өҫкә килде. Шул саҡ мин бөтә йөрәктән Йәһүәгә доға ҡылдым. Инде 20 йыл аҙғын тормош алып барһам да, яңынан Изге Яҙма өйрәнә башланым. Ул ваҡытҡа атайым үлгәйне, әсәйем Йәһүә шаһиты булып киткәйне.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ.

Минең менән Изге Яҙма нормалары араһында ҙур упҡын ята ине. Ләкин был юлы мин, Изге Яҙмала әйтелгән күңел тыныслығына эйә булырға, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Мин әшәке һүҙҙәрҙән арына һәм ауыр холҡомдо үҙгәртә башланым. Шулай уҡ әхлаҡһыҙ тормош рәүешемде ҡалдырырға, эсеүемде ташларға, ҡомарлы уйындар уйнауҙан һәм эш биреүсемдекен урлауҙан туҡтарға хәл иттем.

Хеҙмәттәштәрем ни өсөн тормошомдо тулыһынса үҙгәртергә теләүемде аңлай алманы. Өс йыл буйы улар мине элекке тормошома ҡайтырға ҡотортто. Әҙ генә йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, мәҫәлән, сығырымдан-сыҡһам йәки әҙәпһеҙ һүҙ ысҡындырһам, улар тантаналы рәүештә: «Әһә, бына был элекке Джо!» — тип ҡысҡыра ине. Был һүҙҙәр мине шул тиклем яралай торғайны. Йыш ҡына үҙемде бер нигә яраҡһыҙ итеп тоя инем.

Беҙҙең эштә порнографик һүрәттәр электрон форматта ла, баҫма форматта ла тулып ята ине. Ҡайһы бер хеҙмәттәштәрем, мин элек эшләгән кеүек, бер-береһенә бер туҡтауһыҙ әҙәпһеҙ һүрәттәр ебәрә ине. Мин бик тырышып үҙемдең әүәҫлегем менән көрәштем, ләкин хеҙмәттәштәрем, әйтерһең дә, мине һындырырға маҡсат ҡуйғандар. Үҙем менән Изге Яҙма өйрәнгән Йәһүә шаһитына кәңәш һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем. Уға күңелемде бушатҡанда, ул мине иғтибар менән тыңланы. Изге Яҙма аяттарын ҡулланып, ул миңә был зыянлы ғәҙәт менән нисек көрәшергә икәнен күрһәтте һәм Йәһүәгә ныҡышып доға ҡылырға дәртләндерҙе (Зәбур 119:37).

Бер көндө мин беҙҙең бөтә бригаданы бергә йыйылырға саҡырҙым. Барыһы ла килеп бөткәс, эсергә яратҡан ике хеҙмәттәшебеҙгә һыра килтерергә ҡуштым. Бөтә бригада: «Һин нимә? Улар бит үҙҙәренең әүәҫлеге менән көрәшә!» — тип ҡаршылыҡ белдерҙе. Шул саҡ мин: «Мин дә көрәшәм», — тип яуап бирҙем. Шул көндән башлап хеҙмәттәштәрем, порнографияға әүәҫлек менән көрәшеүемде танып, бүтән элекке тормош рәүешемә ҡайтырға көсләмәне.

Бер аҙ ваҡыттан һуң, күбеһенсә Йәһүә ярҙамы менән, мин үҙемдең әүәҫлегемде еңдем. 1999 йылда мин, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем. Саф, бәхетле тормош башларға тағы бер мөмкинлек тыуғанына мин бик шатландым.

Хәҙер мин ни өсөн Йәһүәнең миңә шул тиклем оҙаҡ оҡшаған нәмәләрҙе нәфрәт иткәнен аңлайым. Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә мине порнография килтергән зыяндан яҡларға теләгән. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ла яҙылған һүҙҙәр ни тиклем дөрөҫ! Унда былай тиелгән: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер». Изге Яҙмалағы нормалар беҙгә яҡлау биреп кенә ҡалмай, уңышҡа ирешергә лә ярҙам итә (Зәбур 1:1—3).

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ.

Элек үҙ-үҙемдән ерәнә инем, ә хәҙер үҙемде хөрмәт итәм һәм күңел тыныслығына эйә булдым. Мин әхлаҡи яҡтан саф тормош алып барам, шулай уҡ Йәһүәнең мине кисергәнен һәм миңә ярҙам иткәнен тоям. 2000 йылда Йәһүәне минең кеүек үк яратҡан Каролин исемле матур апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Өйөбөҙҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Әхлаҡи сафлыҡ һаҡлаған халыҡ-ара ҡәрҙәшлектең өлөшө булыу — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт!