Ни өсөн донъяла христиан диндәре шул тиклем күп?
Изге Яҙманан яуап
Кешеләр бик күп «христиан» диндәре булдырған һәм, улар Ғайса Мәсихтең тәғлимәттәренә нигеҙләнгән, тип раҫлай. Әммә, Изге Яҙманан күренеүенсә, тик бер генә хаҡ дин бар, һәм уны ғына ысын мәсихселәр дине тип атап була. Ни өсөн? Быны асыҡлаған бер нисә сәбәп ҡарап китәйек.
Ғайса, мин хәҡиҡәткә өйрәтәм, тигән, һәм б. э. I быуатында йәшәгән мәсихселәр үҙ динен хаҡ дин тип атаған (Яхъя 8:32; 2 Петер 2:2; 2 Яхъя 4; 3 Яхъя 3). Тимәк, берәй диндең тәғлимәттәре Ғайса өйрәткәндәргә ҡаршы килһә, ул хаҡ дин түгел, ә ялған дин булып сыға.
Изге Яҙма бөтә мәсихселәрҙе «бер һүҙҙә тороғоҙ» тип өйрәтә (1 Кәринттәргә 1:10). Әммә күп христиан конфессияларының тәғлимәттәре бер-береһенә ҡаршы килә. Улар хатта «Мәсихсе булыу нимәне аңлата?» тигән мөһим һорауҙа ла бер фекергә килә алмай. Был диндәрҙең барыһы ла бер юлы хаҡлы була алмай (1 Петер 2:21).
Ғайса алдан әйткәнсә, күптәр үҙен мәсихсе тип атаясаҡ, әммә уның күрһәтмәләренә буйһонмаясаҡ, ундайҙарҙы ул кире ҡағасаҡ (Матфай 7:21—23; Лука 6:46). Дини етәкселәр, Алла хәҡиҡәтен үҙ файҙаһына боҙоп күрһәтеп, ҡайһы берәүҙәрҙе юлдан яҙҙырыр, тип киҫәткән Ғайса (Матфай 7:15). Икенселәре иһә ялған христиан динен һайлар, сөнки ул дин Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә түгел, ә уларҙың күңеленә хуш килгән нәмәләргә өйрәтә (2 Тимәтигә 4:3, 4).
Ғайса үҙенең бойҙай һәм ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаһында, мәсихселәр араһында бөйөк мөртәтлек башланасаҡ һәм оҙаҡ ваҡыт дауамында ысын мәсихселәрҙе ялған мәсихселәрҙән айырып та булмаясаҡ, тигән (Матфай 13:24—30, 36—43). Һәм Ғайса әйткәнсә, илселәр үлгәндән һуң, мөртәтлек сәскә атҡан (Илселәр 20:29, 30). Мөртәттәрҙең тәғлимәттәре бер-береһенән айырылып торһа ла, ялған мәсихселәрҙең барыһы ла «дөрөҫлөктән баш тартып», хәҡиҡәттән ситләшкән (2 Тимәтигә 2:18).
Әммә Ғайса, ысын мәсихселәр менән ялған мәсихселәр араһындағы айырма ахыр сиктә ап-асыҡ булып күренәсәк, тигән. Был беҙҙең көндәрҙә, «замандың һуңғы көндәре» килгәндә үтәлә (Матфай 13:30, 39).