Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ғазаптар — Алла ебәргән язамы?

Ғазаптар — Алла ебәргән язамы?

ЛЮСИЯНЫҢ ҺУЛ АЯҒЫ АҠҺАЙ. Бала саҡта ул полиомиелит менән ауырыған. Полиомиелит нервы системаһын зарарлаусы бик йоғошло сир. 16 йәшендә Люсия бер ҡатында эшләгән. Шул ҡатын уға: «Әсәйеңде тыңламағанға һәм уға тупаҫ һүҙҙәр әйткәнгә Алла һиңә яза биргән!» — тигән. Хатта йылдар үтһә лә, был һүҙҙәр Люсияға тынғылыҡ бирмәгән.

ДАМАРИСТЫҢ БАШ МЕЙЕҺЕ РАГЫ МЕНӘН АУЫРЫУЫН БЕЛГӘС, уның атаһы: «Ниндәй эш ҡылдың? Һин, моғайын, берәй гонаһ эшләгәнһеңдер, шуға ла ауырыуға тарығанһың. Һиңә Алла яза ебәргән!» — тип ҡысҡырып ебәргән. Атаһының был һүҙҙәре Дамаристың йөрәгенә тәрән әрнеү һалған.

Ауырыу — Алла ебәргән яза, тигән фекергә кешеләр инде меңләгән йыл ышана. Бер китапта әйтелгәнсә, Ғайса заманында йәшәгән кешеләрҙең күбеһе «кеше үҙенең йәиһә туғандарының гонаһтары арҡаһында ауырый» тип ышанған («Manners and Customs of Bible Lands»). Урта быуаттарҙа ла «ҡайһы бер кешеләр Алла уларҙы гонаһтары өсөн ауырыта тип ышанған» («Medieval Medicine and the Plague»). XIV быуатта Европала миллионлаған кешенең эпидемиянан үлеүе Алла ебәргән яза булғанмы, әллә медицина белгестәре асыҡлауынса, бактериаль инфекция арҡаһында булғанмы? Ҡайһы берәүҙәрҙең бындай һорауы тыуа: «Алла кешеләргә ысындан да гонаһтары өсөн яза итеп ауырыуҙар бирәме?» *

УЙЛАП ҠАРАҒЫҘ: ауырыуҙар һәм ғазаптар Алланың ғәҙел язаһы булһа, ул саҡта ни өсөн уның улы Ғайса ауырыуҙарҙы һауыҡтырған һуң? Был бит Алланың ғәҙел ҡарарҙарына ҡаршы сығыу була (Матфей 4:23, 24). Ә Ғайса бер ваҡытта ла Аллаға ҡаршы эштәр эшләмәгән. Ул былай тип әйткән: «Һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем» һәм «Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам» (Яхъя 8:29; 14:31).

Изге Яҙманан Алланың «һис тә ғәҙелһеҙлек ҡылмай» икәне асыҡ күренә (Ҡанун 32:4). Мәҫәлән, Алла бер ҡасан да, кемделер язалайым тип, самолетты ҡолатып йөҙәрләгән ғәйепһеҙ кешене үлтермәҫ ине. Алланың ғәҙеллеген белеп, уның Ибраһим исемле тоғро хеҙмәтсеһе Йәһүә тураһында, «тәҡүәлеләрҙе яуыздар менән бергә» юҡ итмәҫ, тигән. (Башланмыш 18:23, 25). «Бының булыуы мөмкин түгел!» — тигән ул (Башланмыш 18:23, 25). Шулай уҡ Изге Яҙмала: «Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» — тип әйтелә (Әйүп 34:10—12).

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ҒАЗАПТАРҘЫҢ СӘБӘБЕ ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

Тормоштағы ғазаптар ниндәйҙер гонаһ өсөн Алланан килгән яза, тип һанау дөрөҫ түгел. Ғайса быны ап-асыҡ күрһәткән. Ул үҙенең шәкерттәре менән тыумыштан һуҡыр булған бер ирҙе күргәс, шәкерттәре унан: «Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме?» — тип һораған (Яхъя 9:1—3). Ғайса былай тип яуап ҡайтарған: «Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел » (Яхъя 9:1—3).

Ғайса шәкерттәренә был кешенең ауырыуы үҙенең йә ата-әсәһенең гонаһтары арҡаһында булмағанын әйткәс, шәкерттәр бик ғәжәпләнгәндер. Сөнки ул ваҡытта башҡа ҡараш киң таралған булған. Ғайса игелекле эш ҡылып ҡына ҡалмаған, ә ғазаптар Алланан тигән ялған фекерҙе лә кире ҡаҡҡан (Яхъя 9:6, 7). Алланың кешеләрҙе ауырыуҙар ебәреп язаламай икәнен белеү, һаулыҡ менән етди проблемалары булғандарҙы, һис шикһеҙ, йыуата ала.

Алла кешеләрҙе ауырыу менән язалаһа, ни өсөн уның улы, Ғайса, ауырыуҙарҙы һауыҡтырған?

Изге Яҙма беҙҙе нимәгә ышандыра?

  • «Яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай» (ЯҠУБ 1:13). Бынан тыш, кешеләрҙе йөҙәрләгән йылдар буйы ҡаҡшатҡан «яуызлыҡ», шул иҫәптән, ауырыуҙар һәм үлем оҙаҡламай юҡ буласаҡ.

  • Ғайса «бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырған» (МАТФЕЙ 8:16). Кешеләрҙе һауыҡтырып, Ғайса шуны күрһәткән: Алла Батшалығы киләсәктә ерҙә үҙгәрештәр яһаясаҡ.

  • «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде» (АСЫЛЫШ 21:3—5).

БЫЛ КЕМДЕҢ ҒӘЙЕБЕ?

Улайһа, ни өсөн ерҙә әрнеү һәм ғазаптар шул тиклем күп? Был һорау кешеләрҙе быуаттар буйы борсой. Ғазаптарҙа Алла ғәйепле булмағас, кем ғәйепле һуң? Был һорауҙарға яуаптарҙы киләһе мәҡәләнән табырһығыҙ.

^ 4 абз. Элек Алла ҡайһы бер кешеләрҙе билгеле гонаһтары өсөн язаға тартһа ла, Изге Яҙмала Йәһүә бөгөн кешеләрҙе ауырыуҙар йә башҡа бәлә-ҡазалар менән язалай тигән фекер юҡ.