Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?

Ни өсөн Изге Яҙманы уҡырға кәрәк?

Ни өсөн Изге Яҙманы уҡырға кәрәк?

«Мин Изге Яҙманы аңлауы бик ауыр тип уйлағайным» (Юви)

«Мин уны уҡыу ҡыҙыҡлы түгелдер тип уйлай инем» (Квини)

«Изге Яҙманың ҡалынлығын күргәс, уны уҡыу теләге шунда уҡ юғалды» (Йәзәкил)

Бәлки, һеҙҙең дә ҡасан да булһа Изге Яҙманы уҡырға теләгегеҙ булғандыр, әммә ошо кешеләрҙекенә оҡшаш хистәр арҡаһында һеҙ ҙә уны уҡырға баҙнат итмәгәнһегеҙҙер. Эйе, күп кешеләрҙе Изге Яҙманы уҡыу ҡурҡыта. Изге Яҙманың һеҙгә бәхетлерәк булырға һәм тормоштан ҡәнәғәтлек табып йәшәргә ярҙам итәсәген белеп ҡалһағыҙ, һеҙ нимә эшләр инегеҙ? Ә Изге Яҙманы уҡыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ иткән ысулдар барлығын белһәгеҙ? Шул саҡта Изге Яҙманың һеҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белергә теләмәҫ инегеҙме?

Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманы уҡыуҙан күп файҙа тапҡан бер нисә генә кешенең һүҙен ҡарап сығайыҡ.

«Элек мин машинаға ултырып ҡайҙа бараһын да белмәй йөрөгән кешегә оҡшаш инем. Әммә Изге Яҙманы уҡыу миңә мәғәнәле тормош алып барырға ярҙам итте. Изге Яҙмала һәр көн ҡулланырлыҡ ғәмәли кәңәштәр бар», — тип әйтә 20 йәшлек Йәзәкил.

«Элек мин тиҙ ҡыҙып китеүсән инем. Әммә Изге Яҙманы уҡып, мин үҙемде ҡулда тоторға өйрәндем. Хәҙер башҡаларға минең менән аралашыу еңелерәк һәм дуҫтарым да күберәк», — ти 20 йәшлек Фрида.

«Изге Яҙма миңә холҡомдо үҙгәртергә һәм насар ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итте», — тип уртаҡлаша 50 йәшлек Евника.

Изге Яҙманы уҡыу ошо кешеләргә һәм миллионлаған башҡа кешегә ярҙам иткән кеүек, һеҙгә лә тормоштан кинәнес табып йәшәргә ярҙам итер (Ишағыя 48:17, 18). Бынан тыш, Изге Яҙма һеҙгә 1) аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә, 2) ысын дуҫтар табырға, 3) стресс менән көрәшергә һәм, иң мөһиме, 4) Алла тураһында хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам итер. Изге Яҙмала Алланан бирелгән кәңәштәр яҙылған, шуға күрә улар буйынса йәшәү бер ҡасан да зыян килтермәйәсәк. Алла һис ҡасан насар кәңәштәр бирмәй.

Иң мөһиме — уҡый башлау. Изге Яҙманы уҡый башлау еңелерәк һәм ҡыҙығыраҡ булһын өсөн, һеҙгә ниндәй кәңәштәр ярҙам итер?