Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йолом — Алланың иң яҡшы бүләге. Уның ярҙамында кешеләр мәңге йәшәй алыр

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИҢ ЯҠШЫ БҮЛӘК

Иң яҡшы бүләк

Иң яҡшы бүләк

Инжилдә: «Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә», — тип әйтелә (Яҡуб 1:17). Был һүҙҙәр күктәге Атайыбыҙ — Йәһүә Алланың йомартлығына иғтибар итә. Әммә Алла кешеләргә биргән күп бүләктәр араһында айырылып торған бер бүләк бар. Ниндәй бүләк ул? Яуапты Ғайса пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрендә табып була: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16).

Алла беҙҙең өсөн үҙенең берҙән-бер Улын биргән. Был иҫ киткес бүләк, сөнки уның ярҙамында беҙ гонаһтан, ҡартлыҡтан һәм үлемдән азат ителербеҙ (Зәбур 51:5; Яхъя 8:34). Үҙ көсөбөҙ менән бер ваҡытта ла бындай иреккә эйә була алмаҫ инек. Әммә Алла бөйөк яратыуынан сығып, был хаҡта үҙе ҡайғыртҡан. Йәһүә Алла үҙенең берҙән-бер Улын, Ғайса Мәсихте, йолом итеп биреп, тыңлаусан кешеләргә мәңге йәшәргә өмөт биргән. Әммә йолом нимә ул? Ни өсөн ул шул тиклем мөһим булған? Ул беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

Йолом — юғалтылғанды ҡайтарыр өсөн йә берәй кемде ҡоллоҡтан азат итер өсөн түләнә торған нәмә. Тәүратта әйтелеүенсә, Әҙәм менән Һауа ерҙә ожмахта йәшәр өсөн барлыҡҡа килтерелгән. Камил булғанлыҡтан, уларҙың балалары ла камил булып тыуырға һәм мәңге йәшәргә тейеш булған (Башланмыш 1:26—28). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламағанға күрә, бар нәмәне юғалтҡан һәм гонаһлы булып киткән. Был нимәгә килтергән? Инжилдә: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған», — тиелә (Римдарға 5:12). Тоҡомдарына камил тормош ҡалдырыу урынына, Әҙәм уларға гонаһ һәм гонаһ һөҙөмтәһенән килгән үлем ҡалдырған.

«Йолом» төшөнсәһенән күренеүенсә, түләнә торған хаҡ юғалтылғандың хаҡына тулыһынса тап килергә тейеш. Әҙәм белә тороп Алланы тыңламағанға гонаһлы булып киткән. Һөҙөмтәлә, Әҙәм үҙенең камил тормошон юғалтҡан. Изге Яҙма буйынса, Әҙәмдең тоҡомдары гонаһ менән үлем ҡоллоғона эләккән. Кешеләрҙе был ҡоллоҡтан азат итер өсөн, икенсе камил кешенең — Ғайсаның ғүмерен бирергә кәрәк булған (Римдарға 5:19; Ефестарға 1:7). Алла яратыуҙан сығып, был йоломдо түләгәнгә күрә генә, кешеләр ерҙә, Әҙәм менән Һауа юғалтҡан ожмахта, мәңге йәшәү мөмкинлегенә эйә була ала (Асылыш 21:3—5).

Эйе, йолом беҙгә мәңгелек тормошҡа юл аса. Һис шикһеҙ, Алланың был бүләге бар бүләктәрҙән дә иң ҡиммәтлеһе булып тора. Алдағы мәҡәләләге дүрт факторҙы күҙ уңында тотоп, әйҙәгеҙ, был «камил бүләк» ни тиклем ҡәҙерле икәнен беләйек.

Теләгебеҙ. Кешеләр көслө йәшәү теләге менән барлыҡҡа килтерелгән (Вәғәзсе 3:11). Беҙ ошо теләгебеҙҙе үҙебеҙ ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ, ләкин йолом арҡаһында был мөмкин буласаҡ. Инжилдә: «Гонаһ әжере — үлем, ә Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош», — тип әйтелә (Римдарға 6:23).

Ихтыяжыбыҙ. Йоломдо бер кеше лә түләй алмаған. Зәбур китабында, «кеше ғүмере өсөн йолом хаҡы шул тиклем юғары», хатта «һәр ваҡыт ирешә алмаҫлыҡ булып ҡала», тиелә (Зәбур 49:8). Шунлыҡтан кешеләр Алланың ярҙамына бик мохтаж булған. Алла кешеләрҙе гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан «йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша» ҡотҡарған (Римдарға 3:23, 24).

Уңайлы мәл. «Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде», — тип әйтелә Инжилдә (Римдарға 5:8). Йоломдоң «гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ» түләнеүе беҙҙе шуға ышандыра: Алла, гонаһлы булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙе бик ныҡ ярата. Әлегә беҙ гонаһ арҡаһында ғазап сикһәк тә, Алланың бүләге беҙгә иҫ киткес киләсәк аса.

Иң изге ниәт. Изге Яҙмала үҙенең Улын йолом итеп бирергә Алланы нимә дәртләндергәне хаҡында әйтелә: «Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм... Үҙенең Улын ебәреүендә» (1 Яхъя 4:9, 10).

Был иҫ киткес бүләк өсөн рәхмәтте нисек белдерергә? Инжилдә әйтелгәнсә, ҡотолоуҙы «Улына инанған» кешеләр генә алыр (Яхъя 3:16). Алла Һүҙе буйынса, иман — «ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс» (Еврейҙарға 11:1). Ундай ышанысты үҫтерер өсөн, теүәл белем алырға кәрәк. Шуға күрә «камил бүләк» биреүсе Йәһүә Алла тураһында күберәк белем алығыҙ һәм йолом ярҙамында мөмкин булған мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен белегеҙ.

Йәһүә шаһиттары һеҙгә ярҙам итергә шат булыр. Алланың был иҫ киткес бүләге тураһында күберәк белгән һәм файҙа алған һайын, һеҙ һис шикһеҙ: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен», — тип әйтә алырһығыҙ! (Римдарға 7:25)