Беҙ — Йәһүәнеке
«Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле, ул үҙенә милек итеп һайлап алған халыҡ бәхетле» (ЗӘБ. 33:12).
1. Ни өсөн, бөтә нәмә Йәһүәнеке, тип әйтеп була? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
ҒАЛӘМДӘГЕ бөтә нәмә Йәһүәнеке! «Күктәр, хатта күктәрҙең күктәре, ер һәм ундағы бөтә нәмә» уныҡы (Ҡан. 10:14; Асыл. 4:11). Йәһүә кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәнгә, беҙ барыбыҙ ҙа — уның милке (Зәб. 100:3). Әммә тарих дауамында йәшәгән кешеләр араһынан ҡайһы берәүҙәрҙе Алла үҙенең махсус милке итеп һайлап алған.
2. Изге Яҙма буйынса, Йәһүә кемдәрҙе махсус рәүештә үҙенең милке иткән?
2 Мәҫәлән, 135-се мәҙхиәлә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән израилдәр уның «махсус милке» итеп тасуирланған (Зәб. 135:4). Шулай уҡ Осия пәйғәмбәр, Израиль халҡынан булмаған ҡайһы бер кешеләр Йәһүә халҡының өлөшө булып китәсәк, тип пәйғәмбәрлек иткән (Ос. 2:23). Был пәйғәмбәрлек Йәһүә, күктә Ғайса Мәсих менән бергә идара итһендәр өсөн, башҡа халыҡ кешеләрен һайлай башлағас үтәлгән (Ғәм. 10:45; Рим. 9:23—26). Изге рух менән майланған был кешеләр «изге халыҡ» тип атала. Улар — Йәһүәнең «һайланған нәҫел[е]» (1 Пет. 2:9, 10). Ә ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән бөтә тоғро мәсихселәр тураһында нимә әйтеп була? Йәһүә уларҙы ла «минең халҡым» һәм «һайланғандарым» тип атай (Ишағ. 65:22).
3. а) Бөгөн кемдәр Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәргә кинәнә? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
3 Хәҙерге ваҡытта күктә мәңге йәшәргә өмөтләнгән «бәләкәй көтөү» һәм ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән «бүтән һарыҡтар» Йәһүәгә «бер көтөү» булараҡ ғибәҙәт ҡыла (Лука 12:32; Яхъя 10:16). Беҙ Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыу мөмкинлеге өсөн бик рәхмәтлебеҙ! Был мәҡәләнән беҙ рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп булғаны тураһында белербеҙ.
ТОРМОШОБОҘҘО ЙӘҺҮӘГӘ БАҒЫШЛАЙБЫҘ
4. Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдереп була, һәм Ғайса Мәсих Алла ихтыярын үтәргә әҙер булыуын нисек күрһәткән?
4 Беҙ, Йәһүәгә бағышланып һәм һыуға сумдырылып, уға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул ваҡытта башҡалар беҙҙең Йәһүәнеке икәнебеҙҙе һәм уға буйһонорға әҙер булыуыбыҙҙы күрә (Евр. 12:9). Ғайса Мәсихтең һыуға сумдырылыуы ла шуға оҡшаш мәғәнә йөрөткән. Йәһүәгә инде бағышланған халыҡтан булһа ла, ул Алла ихтыярын үтәр өсөн үҙен тәҡдим иткән. Шулай эшләп, ул, асылда, былай тигән: «Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, минең теләгем» (Зәб. 40:7, 8, төшөрмә).
5, 6. а) Ғайса һыуға сумдырылғанда, Йәһүә нимә тип әйткән? б) Ниндәй миҫал Йәһүәнең бағышланыуыбыҙға нисек ҡарағанын аңларға ярҙам итә?
5 Ғайсаның һыуға сумдырылыуы Йәһүәлә ниндәй хистәр тыуҙырған? Изге Яҙмала былай тиелә: «Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. Күктән: „Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!“ — тигән тауыш ишетелде» (Матф. 3:16, 17). Ғайса һыуға сумдырылғанға тиклем дә Йәһүәнеке булған. Әммә уның Алла ихтыярын ғына үтәргә теләүе Йәһүәгә ҙур шатлыҡ килтергән. Йәһүә шулай уҡ беҙҙең бағышланыуыбыҙҙы күреп тә бик ҡыуана һәм беҙҙе фатихалай (Зәб. 149:4).
6 Әммә бөтә нәмә былай ҙа Йәһүәнеке! Беҙ уға нимә бирә алабыҙ һуң? Баҡсаһында матур сәскәләр үҫтергән кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Бер көндө уның бәләкәс кенә ҡыҙы бер сәскәне өҙә лә уға бүләк итә. Сәскә былай ҙа уныҡы булһа ла, ҡыҙын яратҡан атай бүләккә бик шатлана, сөнки бүләк ҡыҙының яратыуын иҫбатлай. Атай кеше өсөн ҡыҙының сәскәһе баҡсаһындағы бөтә сәскәләрҙән дә ҡәҙерлерәк. Шуның шикелле, беҙ ғүмеребеҙҙе күктәге Атабыҙ Йәһүәгә теләп бағышлағанда, ул бик шатлана (Сығ. 34:14).
7. Малахи пәйғәмбәр яҙғанса, Йәһүә үҙенә теләп хеҙмәт иткәндәрҙе ни тиклем ныҡ ҡәҙерләй?
7 Малахи 3:16-ны уҡығыҙ *. Ни өсөн Йәһүәгә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу шул тиклем мөһим? Әлбиттә, әсә ҡарынында яралған сағығыҙҙан бирле һеҙ инде Йәһүәнеке, сөнки ул — Барлыҡҡа килтереүсе. Әммә уйлап ҡына ҡарағыҙ: һеҙ, Йәһүәне үҙ Хакимығыҙ итеп танып, үҙегеҙҙе уға бағышлағанда, ул ни тиклем шатлана! (Ғиб. һүҙ. 23:15). Йәһүә үҙенә теләп хеҙмәт иткәндәрҙе белә һәм уларҙың исемдәрен «хәтер китабына» яҙа.
8, 9. Йәһүә «хәтер китабына» индерелгән кешеләрҙән нимә көтә?
Сығ. 32:33; Зәб. 69:28).
8 Исемебеҙ Йәһүәнең «хәтер китабында» һаҡланһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Малахи пәйғәмбәр әйткәнсә, беҙ Йәһүәнән ҡурҡырға һәм уның исеме тураһында уйланырға тейеш. Тағы берәй кемгә йә берәй нәмәгә табына башлаһаҡ, исемебеҙ Йәһүәнең китабынан юйып ташланасаҡ (9 Шуға күрә Йәһүәнең ихтыярын үтәргә вәғәҙә итеп һыуға сумдырылыу ғына аҙ. Беҙ быны ғүмергә бер тапҡыр ғына эшләйбеҙ, әммә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу — ул тормош юлы. Беҙ Йәһүәгә буйһоноуыбыҙҙы көн һайын эштәребеҙ менән иҫбатларға тейеш (1 Пет. 4:1, 2).
ДОНЪЯҒА ХАС ТЕЛӘКТӘРҘЕ КИРЕ ҠАҒАБЫҘ
10. Йәһүәгә хеҙмәт иткән һәм уға хеҙмәт итмәгән кешеләр араһында ниндәй айырма булырға тейеш?
10 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Ҡабил, Сөләймән һәм израилдәр, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылабыҙ, тип әйткән, әммә уға тоғролоҡ һаҡламаған. Был миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүәгә хеҙмәт итәм, тип әйтеү генә әҙ. Беҙгә яманлыҡты нәфрәт итергә һәм яҡшылыҡты яратырға кәрәк (Рим. 12:9). Йәһүә, «тәҡүә һәм яуыз кеше араһындағы айырма, Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырма» асыҡ күренер, тигән (Мал. 3:18).
11. Ни өсөн Йәһүәгә йән-тән менән бирелгәнлегебеҙ башҡаларға асыҡ күренергә тейеш?
11 Йәһүә беҙҙе үҙенең хеҙмәтселәре итеп һайлаған. Беҙ бының өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ! Башҡалар беҙҙең Йәһүә яғында тороуыбыҙҙы асыҡ күрергә тейеш (1 Тим. 4:15; Матф. 5:16). Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Башҡалар минең тулыһынса Йәһүәгә тоғро булыуымды күрәме? Кешеләргә үҙемдең Йәһүә шаһиты икәнем хаҡында әйтергә оялмайыммы?» Күҙ алдына килтерегеҙ: башҡаларға Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуыбыҙ хаҡында әйтергә оялһаҡ, был Йәһүәне ни тиклем күңелһеҙләндерер ине (Зәб. 119:46; Марк 8:38-ҙе уҡығыҙ).
12, 13. Ни өсөн ҡайһы бер мәсихселәрҙе Йәһүә шаһиттары итеп таныуы ауыр?
1 Кор. 2:12). «Был донъя рухы» кешеләрҙе тән теләктәре буйынса йәшәргә этәрә (Ефес. 2:3). Мәҫәлән, ойошмабыҙ биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалмайынса, ҡайһы бер мәсихселәр тыйнаҡһыҙ кейем һайлай. Улар хатта конгрестарға һәм йыйылыш осрашыуҙарына ла тәнгә һылашып торған йә сиктән тыш асыҡ кейем кейә йәки үтә үҙенсәлекле прическалар яһай (1 Тим. 2:9, 10). Һөҙөмтәлә башҡалар уларҙың Йәһүә шаһитымы, юҡмы икәнен аңламаҫҡа мөмкин (Яҡ. 4:4).
12 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары ла «был донъя рухын» үҙләштерә. Шуның арҡаһында улар Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләрҙән ныҡ айырылып тормай (13 Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары башҡа яҡтарҙан был донъя кешеләренә оҡшап тора. Мәҫәлән, күңел асырға йыйылғанда уларҙың бейеүҙәре һәм үҙҙәрен тотоуы Алла хеҙмәтселәре өсөн яраҡлы түгел. Ә башҡа мәсихселәрҙең социаль селтәрҙәргә ҡуйған фотолары һәм яҙған комментарийҙары донъяға хас ҡараштар сағылдыра. Бәлки, улар төҙәтеү сараларын талап иткән етди гонаһтар ҡылмайҙыр ҙа, әммә улар был донъянан айырылып торорға тырышҡан ҡәрҙәштәргә насар йоғонто яһарға мөмкин. (1 Петр 2:11, 12-не уҡығыҙ.)
14. Йәһүә менән ҡәҙерле мөнәсәбәттәрҙе һаҡлар өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
14 Донъялағы бөтә нәмә иғтибарыбыҙҙы тән теләктәренә, күҙҙәр нәфсеһенә һәм байлыҡ менән маҡтаныуға йүнәлтә (1 Яхъя 2:16). Әммә беҙҙең Хужабыҙ — Йәһүә, шуға күрә беҙгә, «аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып», «был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға» кәрәк (Тит. 2:12). Нимә тураһында һөйләүебеҙ, ашау-эсеүгә бәйле ғәҙәттәребеҙ, кейемебеҙ һәм эшкә мөнәсәбәтебеҙ — бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәү рәүешебеҙ башҡаларға беҙҙең Йәһүәнеке икәнебеҙҙе асыҡ белдерергә тейеш. (1 Коринфтарға 10:31, 32-не уҡығыҙ.)
БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ЫСЫН ЙӨРӘКТӘН ЯРАТАБЫҘ
15. Ни өсөн беҙ, ҡәрҙәштәр менән мөғәмәлә иткәндә, яратыу һәм игелек сағылдырырға тейеш?
15 Йәһүә менән дуҫлыҡты ҡәҙерләүебеҙ ҡәрҙәштәр менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙҙән күренә. Беҙҙең һымаҡ, улар ҙа — Йәһүәнеке. Быны иҫтә тотһаҡ, беҙ һәр ваҡыт уларға ҡарата яратыу һәм игелек сағылдырырбыҙ (1 Фес. 5:15). Был ни тиклем мөһим? Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тип әйткән (Яхъя 13:35).
16. Муса ҡанунынан Йәһүәнең үҙ халҡын яратыуы тураһында нимә белеп була?
16 Муса ҡанунынан бер миҫал ҡәрҙәштәр менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәклеген аңларға ярҙам итер. Йәһүәнең ғибәҙәтханаһында тик ғибәҙәт өсөн генә ҡулланылған әйберҙәр булған. Ҡанунда шул әйберҙәрҙе ҡулланыуға ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр бирелгән, һәм был күрһәтмәләрҙе үтәмәгән һәр кешене үлем язаһы көткән (Һан. 1:50, 51). Йәһүә ғибәҙәттә ҡулланылған шул әйберҙәр менән мөғәмәлә итеүгә ҙур әһәмиәт биргән икән, тимәк, башҡаларҙың уның тоғро хеҙмәтселәре менән нисек мөғәмәлә итеүенә ул тағы ла ҙурыраҡ әһәмиәт бирә! Беҙҙе ни тиклем ҡәҙерләүен күрһәтер өсөн, ул былай ти: «Һеҙгә тейгән һәр кем минең күҙ ҡараһына тейә» (Зәк. 2:8).
17. Йәһүә нимәгә «иғтибар итә»?
17 Малахи китабында әйтелгәнсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итеүенә «иғтибар итә» һәм уларҙы «тыңлап тора» (Мал. 3:16). Йәһүә «үҙенекеләрҙе белә» (2 Тим. 2:19). Ул нимә һөйләүебеҙҙе һәм нимә эшләүебеҙҙе яҡшы белә (Евр. 4:13). Беҙ ҡәрҙәштәр менән игелекле мөғәмәлә итмәгәндә, Йәһүә быны күрә. Әммә беҙ башҡаларға ҡарата ҡунаҡсыллыҡ, игелек, йомартлыҡ сағылдырғанда һәм уларҙы кисергәндә, Йәһүә шулай уҡ быны күрә. Быға һис тә шикләнмәҫкә була (Евр. 13:16; 1 Пет. 4:8, 9).
«ЙӘҺҮӘ ҮҘ ХАЛҠЫН ҠАЛДЫРМАҪ»
18. Йәһүә беҙҙе хеҙмәтселәре итеп һайлағаны өсөн, уға нисек рәхмәт белдереп була?
18 Беҙ Йәһүәгә уныҡы булыу мөмкинлеге өсөн ни тиклем рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ. Тормошобоҙҙо Йәһүәгә бағышлап, беҙ иң аҡыллы ҡарар ҡабул итәбеҙ. «Аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында» йәшәһәк тә, беҙ, «саф һәм кәмселекһеҙ» булып, «донъяла яҡтыртҡыс кеүек» балҡый алабыҙ (Флп. 2:15). Шуға күрә беҙ тәүәккәллек менән Йәһүә күрә алмаған эштәрҙән ҡасырға тырышабыҙ (Яҡ. 4:7). Шулай уҡ, ҡәрҙәштәребеҙ ҙә Йәһүәнеке булғанға, уларҙы яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ (Рим. 12:10).
19. Йәһүә үҙенеке булғандарҙы нисек бүләкләй?
19 Изге Яҙмала: «Йәһүә үҙ халҡын ҡалдырмаҫ», — тигән вәғәҙә бирелә (Зәб. 94:14). Был һүҙҙәр беҙҙе шуға инандыра: нимә генә булһа ла, Йәһүә һәр ваҡыт беҙҙең менән буласаҡ. Хатта үлһәк тә, ул беҙҙе онотмаясаҡ (Рим. 8:38, 39). «Йәшәйбеҙ икән — Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән — Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә — Раббыныҡыбыҙ» (Рим. 14:8). Киләсәктә Йәһүә үҙенең бөтә үлгән тоғро дуҫтарын терелтәсәк. Беҙ шул ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ (Матф. 22:32). Әммә хәҙерге ваҡытта ла беҙ күп фатихаларға кинәнәбеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле, ул үҙенә милек итеп һайлап алған халыҡ бәхетле» (Зәб. 33:12).
^ 7 абз. Малахи 3:16: «Ул саҡта Йәһүәнән ҡурҡыусылар бер-береһе менән — һәр береһе үҙ яҡыны менән һөйләште, ә Йәһүә иғтибар итте һәм тыңлап торҙо. Уның алдында Йәһүәнән ҡурҡҡан һәм уның исеме тураһында уйланған кешеләр хаҡында хәтер китабы яҙыла ине».