Изге Яҙманы өйрәнеүҙе нисек файҙалыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә?
ЕШУА Израиль халҡын Вәғәҙә ителгән ергә индерергә тейеш булған. Был бик ауыр йөкләмә булған. Әммә Йәһүә уны: «Ҡыйыу һәм бик ныҡ бул», — тип нығытҡан һәм рухландырған. Ул Ешуаға, Ҡанунды уҡып уның буйынса эш итһәң, уңышлы булырһың һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итерһең, тип әйткән (Еш. 1:7, 8).
Беҙ бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, шунлыҡтан беҙҙең тормошобоҙ ҙа ауыр булырға мөмкин (2 Тим. 3:1). Ешуа һымаҡ уңышлы булырға теләһәк, беҙгә Йәһүәнең Ешуаға биргән кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Изге Яҙманы даими уҡыу һәм ҡарарҙар ҡабул иткәндә белгәндәребеҙҙе ҡулланыу мөһим.
Әммә ҡайһы берәүҙәр нисек өйрәнергә кәрәклеген белмәҫкә йә бының менән шөғөлләнергә яратмаҫҡа мөмкин. Шулай ҙа Изге Яҙманы шәхси рәүештә өйрәнеү бик мөһим. « Файҙалы кәңәштәр» тигән рамка ярҙамында һеҙ шәхси өйрәнеүегеҙҙе файҙалыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итә алырһығыҙ.
Мәҙхиә йырлаусы: «Әмерҙәрең һуҡмағынан алып бар мине, сөнки мин уларҙы үтәүҙән рәхәтлек табам», — тип әйткән (Зәб. 119:35). Изге Яҙманы өйрәнеү һеҙгә лә рәхәтлек килтерә ала. Шәхси өйрәнеүҙе даими үткәрһәгеҙ, күп матур фекерҙәр табырһығыҙ.
Ешуа һымаҡ халыҡты етәкләргә тейеш булмаһағыҙ ҙа, һеҙҙең үҙ ауырлыҡтарығыҙ бар. Шуға күрә, Ешуа кеүек, Алла Һүҙен өйрәнегеҙ һәм уның буйынса эш итегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышлы булырһығыҙ һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итерһегеҙ.