Алланың йомарт игелеге тураһында һөйөнөслө хәбәр таратығыҙ
«Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем» (ҒӘМ. 20:24).
ЙЫРҘАР: 10, 25
1, 2. Илсе Павел Алланың мәрхәмәте, йәғни йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булыуын нисек күрһәткән?
ИЛСЕ ПАВЕЛ үҙе хаҡында ихлас күңелдән: «[Алла] күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне», — тип әйтә алған. (1 Коринфтарға 15:9, 10-ды уҡығыҙ.) Элек мәсихселәрҙе эҙәрләгәнгә, Павел Алланың үҙенә күрһәткән бөйөк шәфҡәтенә бер нисек тә лайыҡ булмағанын бик яҡшы аңлаған.
2 Ғүмеренең аҙағындараҡ Павел үҙенең хеҙмәттәше Тимофейға былай тип яҙған: «Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен... Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне» (1 Тим. 1:12—14). Ниндәй хеҙмәт тураһында һүҙ барған? Павел был турала Ефестағы йыйылыш өлкәндәренә былай тип әйткән: «Минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште — Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем» (Ғәм. 20:24).
3. Павелға ниндәй махсус хеҙмәт тапшырылған булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
3 Павел Йәһүәнең йомарт игелегенә иғтибар иткән ниндәй «Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләгән? Ул Ефестағы мәсихселәргә былай тигән: «Һеҙгә хеҙмәт итеү өсөн, миңә Алла мәрхәмәте менән бирелгән вазифам тураһында ишеткәнһегеҙҙер» (Ефес. 3:1, 2). Йәһүд булмағандар ҙа Батшалыҡта Мәсих менән идара итергә саҡырылғандар иҫәбенә инә алһын өсөн, Павел уларға һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә тейеш булған. (Ефестарға 3:5—8-ҙе уҡығыҙ.) Хеҙмәтен ашҡыныу менән башҡарып, Павел бөгөнгө мәсихселәргә бик яҡшы өлгө ҡалдырған һәм Алланың үҙенә күрһәтелгән йомарт игелеге «бушҡа китмә[үен]» күрһәткән.
АЛЛАНЫҢ ЙОМАРТ ИГЕЛЕГЕ ҺЕҘҘЕ НИМӘГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ?
4, 5. Ни өсөн «Алла Батшалығы хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәрҙе» «Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр» тип тә атап була?
4 Был һуңғы көндәрҙә Йәһүәнең халҡына «барса халыҡтар[ға] Алла Батшалығы хаҡындағы... Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләргә йөкләмә бирелгән (Матф. 24:14). Беҙ таратҡан хәбәрҙе шулай уҡ «Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр» тип тә атап була, сөнки беҙ Батшалыҡ идараһы аҫтында алырға өмөтләнгән бөтә фатихалар Йәһүәнең Мәсих аша күрһәтелгән йомарт игелеге ярҙамында ғына мөмкин (Ефес. 1:3). Беҙ, Павелдан өлгө алып, хеҙмәттә ашҡынып ҡатнашыуыбыҙ менән Йәһүәгә йомарт игелеге өсөн рәхмәт белдерәбеҙме? (Римдарға 1:14—16-ны уҡығыҙ.)
5 Бынан алдағы мәҡәләлә Йәһүәнең, йомарт игелекле булғанға, беҙҙе — гонаһлы кешеләрҙе ниндәй фатихалар менән бүләкләгәне ҡаралғайны. Беҙ, көсөбөҙҙө йәлләмәйенсә, бөтә кешеләргә лә Йәһүәнең нисек яратыу күрһәткәне һәм бының уларға нисек ҡағылғаны хаҡында һөйләргә бурыслыбыҙ. Беҙ башҡаларға Алланың йомарт игелеген ҡәҙерләргә нисек ярҙам итә алабыҙ?
ЙОЛОМ ҠОРБАНЫ ХАҠЫНДА ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР ТАРАТЫҒЫҘ
6, 7. Кешеләргә йолом тураһындағы тәғлимәтте аңлатҡанда, беҙ нисек Алланың йомарт игелеге хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе таратабыҙ?
6 Был донъяла кешеләр нимә теләй — шуны эшләй, шунлыҡтан гонаһ инде оят бер нәмә тип һаналмай. Һөҙөмтәлә күптәргә йоломға мохтажлыҡ тураһындағы фекер бөтөнләй ят булып күренә. Шул уҡ ваҡытта теләгәнде генә эшләп йәшәү ысын бәхет килтермәүен күргән кешеләрҙең һаны арта бара. Йәһүә шаһиттары менән һөйләшкәнгә тиклем күп кешеләр гонаһтың нимә икәнен, уның беҙгә ниндәй йоғонто яһауын һәм ни өсөн уның ҡоллоғонан ҡотолорға кәрәклеген аңламаған. Йәһүәнең бөйөк яратыуҙан һәм йомарт игелектән үҙенең Улын ергә ебәреп беҙҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыуы хаҡында белгәс, эскерһеҙ кешеләр ысын йыуаныс таба (1 Яхъя 4:9, 10).
7 Йәһүәнең яратҡан Улы хаҡында Павел былай тип яҙған: «Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте» (Ефес. 1:7). Мәсихтең йолом ҡорбаны — Алланың беҙҙе яратыуына иң бөйөк дәлил, ул шулай уҡ уның йомарт игелегенең муллығын күрһәтә. Әгәр Ғайсаның түгелгән ҡанына иман итһәк, беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисереләсәк һәм выжданыбыҙ сафланасаҡ. Быны белеү беҙҙе бик йыуата (Евр. 9:14). Ысындан да, был һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға һөйләү үтә мөһим!
КЕШЕЛӘРГӘ АЛЛА МЕНӘН ДУҪЛАШЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ
8. Ни өсөн гонаһлы кешеләргә Алла менән татыулашырға кәрәк?
8 Беҙ кешеләргә, һеҙ үҙегеҙҙең Барлыҡҡа килтереүсегеҙ менән дуҫлаша алаһығыҙ, тип һөйләргә бурыслыбыҙ. Кеше Ғайсаның ҡорбанына иман итә башлағансы, Алла уны үҙенең дошманы тип һанай. Илсе Яхъя: «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора», — тип яҙған (Яхъя 3:36). Бәхеткә күрә, Мәсихтең ҡорбаны Алла менән татыулашырға мөмкинлек бирә. Павел былай тигән: «Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы... Улының кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы» (Кол. 1:21, 22).
9, 10. а) Мәсих үҙенең майланған ҡәрҙәштәренә ниндәй йөкләмә тапшырған? б) «Бүтән һарыҡтар» майланған ҡәрҙәштәренә нисек ярҙам итә?
9 Мәсих үҙенең ерҙәге майланған ҡәрҙәштәренә Павел «татыулаштырыу хеҙмәте» тип атаған йөкләмәне тапшырған. Беренсе быуаттағы майланған мәсихселәргә яҙғанда, Павел быны ошолай аңлатҡан: «Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул иһә беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы. Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы Хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте. Шулай итеп, беҙ — Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ» (2 Кор. 5:18—20).
10 «Бүтән һарыҡтар» майланған ҡәрҙәштәренә был хеҙмәтте башҡарырға ярҙам итеү мөмкинлеген бик ҡәҙерләй (Яхъя 10:16). Улар, Мәсихтең кесе илселәре булараҡ, кешеләрҙе рухи хәҡиҡәттәргә өйрәтеп һәм уларға Йәһүә менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итеп, ошо хеҙмәткә тос өлөш индерә. Был — Алланың йомарт игелеге хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр тураһында төплө шаһитлыҡ биреү эшенең мөһим өлөшө.
АЛЛА ДОҒАЛАРҘЫ ИШЕТӘ ТИГӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ ТАРАТЫҒЫҘ
11, 12. Ни өсөн кешеләрҙең Йәһүәгә доға ҡыла алыуы хаҡындағы хәбәрҙе һөйөнөслө хәбәр тип атап була?
11 Күптәр үҙҙәрен яҡшыраҡ тойор өсөн доға ҡыла, әммә шул уҡ ваҡытта улар Алланың доғаларҙы ишетеүенә ышанмай. Уларға Йәһүәнең «Доғаларҙы тыңлаусы» икәне хаҡында һөйләргә кәрәк. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт былай тип яҙған: «Эй Доғаларҙы тыңлаусы, төрлө кешеләр һиңә килер. Гонаһтарым баштан ашты, ләкин һин енәйәттәребеҙҙе кисерәһең» (Зәб. 65:2, 3).
12 Ғайса шәкерттәренә: «Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен», — тигән (Яхъя 14:14). Һис шикһеҙ, «нимә һораһағыҙ ҙа» тип әйткәндә, ул Йәһүәнең ихтыярына тура килгән нәмәләрҙе күҙ уңында тотҡан. «Беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә», — тип инандыра Яхъя (1 Яхъя 5:14). Доға кешегә ниндәйҙер психик йоғонто яһай торған алым түгел, ә Йәһүәнең «мәрхәмәт тәхете[нә]» яҡынлашыу өсөн уникаль мөмкинлек икәне хаҡында һөйләү бик шатлыҡлы! (Евр. 4:16) Башҡаларҙы тейешле Шәхескә мөрәжәғәт итеп дөрөҫ нәмәләр тураһында дөрөҫ итеп доға ҡылырға өйрәтеп, беҙ
уларға Йәһүәгә яҡынлашырға һәм ауыр ваҡытта йыуаныс табырға ярҙам итәбеҙ (Зәб. 4:1; 145:18).АЛЛАНЫҢ ЙОМАРТ ИГЕЛЕГЕ ЯҢЫ ДОНЪЯЛА НИСЕК САҒЫЛАСАҠ?
13, 14. а) Киләсәктә майланған мәсихселәрҙе ниндәй ғәжәп фатихалар көтә? б) Майланған мәсихселәр кешеләр өсөн ниндәй таң ҡалырлыҡ эштәр башҡарасаҡ?
13 Йәһүәнең йомарт игелеге был яуыз донъя төҙөлөшө юҡ ителгәндән һуң да сағыласаҡ. Мәсих менән уның күктәге Батшалығында идара итергә саҡырылған 144 000 кешегә ҙур хөрмәт күрһәтелеүен күҙ уңында тотоп, Павел былай тип яҙған: «Сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте: беҙҙе, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләрҙе, Мәсих менән бергә терелтте. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ. Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе. Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа күрһәтеү өсөн Ғайса Мәсих аша эшләне» (Ефес. 2:4—7).
14 Майланған мәсихселәрҙе, күктә Мәсих менән идара итер өсөн тәхеттәргә ултырғас, ниндәй ғәжәп фатихалар көтөүен күҙ алдына килтереүе лә ауыр (Лука 22:28—30; Флп. 3:20, 21; 1 Яхъя 3:2). Тап уларға Йәһүә «Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын» күрһәтәсәк. Улар «яңы Иерусалимды» — Мәсихтең кәләшен тәшкил итәсәк (Асыл. 3:12; 17:14; 21:2, 9, 10). Улар Ғайса менән бергә, тыңлаусан кешеләргә гонаһ менән үлем йөгөнән ҡотолорға һәм камил булып китергә ярҙам итеп, «халыҡтарҙы һауыҡтыр[асаҡ]». (Асылыш 22:1, 2, 17-не уҡығыҙ.)
15, 16. Киләсәктә Йәһүә «бүтән һарыҡтар[ға]» нисек йомарт игелек күрһәтәсәк?
15 Ефестарға 2:7-лә яҙылғанса, Алла йомарт игелеген «киләсәк быуаттарҙа» күрһәтәсәк. Шик тә юҡ, яңы донъяла ерҙә йәшәйәсәк бөтә кешеләрҙе Йәһүәнең «мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығы» көтә (Лука 18:29, 30). Йәһүәнең ғәжәп игелеге сағыласаҡ бөйөк эштәрҙең береһе — ҡәберҙә булған кешеләрҙең терелеүе (Әйүп 14:13—15; Яхъя 5:28, 29). Мәсих үҙ ғүмерен ҡорбан итеп килтергәнгә тиклем үлгән тоғро ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ Алланың һуңғы көндәрҙә тоғролоҡ һаҡлап үлгән «бүтән һарыҡтар» һанынан булған хеҙмәтселәре яңынан йәшәйәсәк һәм Йәһүәгә артабан хеҙмәт итәсәк.
16 Шулай уҡ Алланы белмәйенсә үлгән миллионлаған кеше тереләсәк. Уларға Йәһүәнең хакимлығына буйһоноуҙарын күрһәтергә мөмкинселек биреләсәк. Яхъя былай тип яҙған: «Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап — тормош китабы — асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде. Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде» (Асыл. 20:12, 13). Әлбиттә, терелтелгән кешеләргә Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошта нисек ҡулланып булыуы хаҡында белергә кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә, улар китаптарҙа асылған яңы күрһәтмәләр буйынса йәшәргә тейеш буласаҡ. Был файҙалы күрһәтмәләрҙә Йәһүәнең яңы донъяла йәшәүгә ҡағылышлы талаптары сағыласаҡ. Ошо китаптарҙың мәғәнәһен асыҡлап, Йәһүә шулай уҡ йомарт игелек күрһәтәсәк.
АРТАБАН ДА ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ ТАРАТЫҒЫҘ
17. Вәғәз эшендә ҡатнашҡанда нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
17 Ахыр яҡынлашҡан һайын үҙебеҙгә тапшырылған йөкләмәне үтәү, атап әйткәндә, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү мөһимерәк була бара! (Марк 13:10) Һис шикһеҙ, был һөйөнөслө хәбәр Йәһүәнең йомарт игелеген айырыуса асыҡ итеп күрһәтә. Вәғәз эшендә ҡатнашҡанда, беҙ быны иҫтә тоторға тейеш. Маҡсатыбыҙ — Йәһүәне данлау. Быға ирешер өсөн, кешеләргә шуны аңлатырға кәрәк: яңы донъяла буласаҡ бөтә фатихалар — Йәһүәнең ғәжәп игелегенең сағылышы.
18, 19. Беҙ Йәһүәнең йомарт игелеген нисек ҙурлайбыҙ?
18 Башҡаларға вәғәзләгәндә, беҙ шуны аңлата алабыҙ: Мәсих Батшалығының идараһы аҫтында кешеләр йолом ҡорбаны менән бәйле булған бөтә фатихаларҙы тулыһынса татыясаҡ һәм аҡрынлап камил булып китәсәк. Изге Яҙмала: «Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ», — тиелә (Рим. 8:21). Был бары тик Йәһүәнең ғәжәп игелеге ярҙамында ғына мөмкин буласаҡ.
19 Беҙ Асылыш 21:4, 5-тә яҙылған ошондай тулҡынландырғыс вәғәҙә менән уртаҡлаша алыуыбыҙға бик шатбыҙ: «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде». Шунан тәхеттә ултырған Йәһүәнең һүҙҙәре килтерелә: «Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым». Ул тағы былай тип өҫтәй: «Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ». Башҡаларға ашҡынып һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәндә, беҙ ысынында Йәһүәнең йомарт игелеген ҙурлайбыҙ!