Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Динде кешеләр уйлап сығарғанмы?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР УЙЛАУЫНСА, динде кешеләр уйлап тапҡан. Башҡалар, Алла динде кешеләргә үҙенә яҡынлашырға ярҙам итер өсөн ҡуллана, тип һанай. Ә һеҙ нимә уйлайһығыҙ?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу» бар (Яҡуб 1:27). Саф, йәғни хаҡ дин — Алланан.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Алла динде хуплаһын өсөн, ул Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә нигеҙләнгән булырға тейеш (Яхъя 4:23, 24).

  • Нигеҙендә кеше йолалары ятҡан динде тотоу мәғәнәһеҙ (Марк 7:7, 8).

Берәй диндә булыу мотлаҡмы?

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Эйе

  • Юҡ

  • Белмәйем

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек... Ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ» (Еврейҙарға 10:24, 25). Алла үҙ хеҙмәтселәренең ғибәҙәт ҡылыр өсөн бергә йыйылыуын теләй.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ТАҒЫ НИМӘ БЕЛЕП БУЛА?

  • Аллаға ғибәҙәт ҡылған кешеләр ҡараштарҙа берҙәм булырға тейеш (1 Коринфтарға 1:10, 11).

  • Алла хуплаған диндең ағзалары халыҡ-ара ҡәрҙәшлек булырға тейеш (1 Петр 2:17).