Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

Ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

Ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС. Күп сәйәси һәм дини етәкселәр, бар көстәрен һалып, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе таратыуҙы туҡтатырға тырышҡан. Йыш ҡына улар, үҙ хакимлығын ҡулланып, Изге Яҙманы өйҙә һаҡлауҙы, тәржемә итеүҙе, баҫтырып сығарыуҙы һәм уның күсермәләрен яһауҙы тыйған. Ике миҫал ҡарап сығайыҡ.

  • Б. э. т. 167 йылдар тирәһе. Селевкид династияһынан булған Антиох Эпифан батша, грек динен йәһүдтәргә көсләп тағыр өсөн, Еврей Яҙмаларының (Иҫке Ғәһед) бөтә күсермәләрен юҡ итергә бойорған. Батша кешеләренең нисек эш иткәндәрен тасуирлап, тарихсы Генрих Грец былай тип яҙған: «Берәйһендә Тәүрат төргәге табылһа, улар уны йыртып яндырған һәм йыуаныс эҙләп изге яҙмаларҙы уҡып ултырған кешеләрҙе үлтергән».

  • Урта быуаттар. Католик диненең ҡайһы бер руханиҙары, мәхәллә кешеләренең католик догмаларҙы түгел, ә Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе вәғәзләүенә бик ныҡ асыуланып, Изге Яҙманың латин телендәге Зәбурҙан тыш китаптарын һаҡлаған һәр кешене еретик тип иғлан иткән. Бер сиркәүҙең кәңәшмәһе сығарған бойороҡ буйынса, «тырышлыҡ һәм тоғролоҡ менән, арымай-талмай еретиктарҙы эҙләргә... шик тыуҙырған бөтә өйҙәр һәм баҙҙарҙы ентекләп тикшереп сығырға... бер генә булһа ла еретик табылған өйҙө яндырырға» кәрәк булған.

Изге Яҙманың дошмандары уны юҡ иткән булһа, беҙ бер ҡасан да унда яҙылған хәбәрҙе ишетмәҫ инек.

Уильям Тиндал инглиз теленә тәржемә иткән Изге Яҙма тыйыуға, юҡ итергә тырышыуҙарға һәм 1536 йылда Тиндалдың үҙен үлем язаһына тарттырыуға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНҒАН? Антиох батша эҙәрләүҙәрен Израилдә йәшәгән йәһүдтәргә йүнәлткән, әммә йәһүд общиналары башҡа күп ерҙә лә булған. Ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, б. э. I быуаты етеүгә йәһүд халҡының 60 проценттан ашыуы Израилдән ситтә йәшәгән. Йәһүдтәр Изге Яҙманың күсермәләрен синагогаларҙа һаҡлаған. Аҙаҡтан был күсермәләрҙе икенсе быуын кешеләре, шул иҫәптән мәсихселәр ҙә ҡулланған (Ғәмәлдәр 15:21).

Урта быуаттарҙа Изге Яҙманы яратҡан кешеләр, ҡурҡмайынса эҙәрләүҙәр кисереп, уны артабан да тәржемә иткән һәм таратҡан. XV быуат уртаһында, китап баҫыу станогы уйлап сығарылғансы уҡ, Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәрен сама менән 33 телдә уҡып булған. Һуңыраҡ Изге Яҙманы ҙур тиҙлек менән тағы ла күберәк телгә тәржемә иткәндәр һәм баҫтырып сығарғандар.

ҺӨҘӨМТӘ. Ҡеүәтле батшалар һәм дин әһелдәренең эҙәрләүенә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма кешелек тарихындағы иң киң таралған һәм иң күп тәржемә ителгән китапҡа әйләнгән. Ул ҡайһы бер илдәрҙең законына, мәҙәниәтенә һәм теленә, шулай уҡ миллионлаған кешенең тормошона көслө йоғонто яһаған.