Ни өсөн беҙ уяу булырға тейеш?
«Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит» (МАТФ. 24:42).
ЙЫРҘАР: 136, 54
1. Ниндәй ваҡытта йәшәүебеҙҙе һәм тирә-яҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы аңлау ни өсөн мөһим икәнен миҫал аша күрһәтегеҙ. (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
БИШ, дүрт, өс, ике, бер! Экранда конгресс программаһы башланырға күпме ваҡыт ҡалғанын күргәс, беҙ музыкаль заставканы тыңлар өсөн урыныбыҙға ултырырға кәрәк икәнен аңлайбыҙ. Күҙәтеү манараһының оркестры уйнаған матур музыканы ултырып тыныс ҡына тыңларға һәм, унан да мөһимерәге, аҡылыбыҙҙы һәм йөрәгебеҙҙе яңғыраясаҡ телмәрҙәрҙе тыңлар өсөн әҙерләргә ваҡыт еткән. Әммә ҡайһы берәүҙәрҙең, программаның бына-бына башланырын күҙ уңынан ысҡындырып, һаман да залды ҡыҙырып йөрөүен йәки дуҫтары менән аралашыуын күрергә мөмкин. Күрәһең, улар ваҡытҡа ҡарамаған һәм тирә-яҡта нимәләр булып ятҡанына иғтибар итмәгән: конгресс рәйесе инде сәхнәлә, музыка уйнай, кешеләр урындарында ултыра. Был таныш күренеш беҙҙе нимәгә өйрәтә ала? Күпкә бөйөгөрәк ваҡиғаға тиклем ҡалған ваҡыт инде кирегә һанала башлаған, шуға күрә беҙгә яҡын киләсәктә нимәләр буласағын бик яҡшы аңларға кәрәк. Һүҙ ниндәй ваҡиға тураһында бара?
2. Ни өсөн Ғайса үҙенең шәкерттәренә уяу булырға ҡушҡан?
2 «Был донъяның бөтәсәге» тураһында һөйләгәндә, Ғайса
Мәсих үҙенең шәкерттәрен: «Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ», — тип өндәгән. Шунан һуң ул уларға ҡабат: «Уяу булығыҙ», — тигән (Матф. 24:3; Марк 13:32—37-не уҡығыҙ). Ошо уҡ һөйләшеүҙе тасуирлағанда, Матфей Ғайсаның үҙ шәкерттәрен һаҡ булырға кәрәк тип киҫәткәне хаҡында яҙған: «Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит... Әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер». Ғайса тағы ла: «Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ», — тип ҡабатлаған (Матф. 24:42—44; 25:13).3. Ни өсөн беҙ Ғайсаның киҫәтеүенә етди ҡарайбыҙ?
3 Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ Ғайсаның киҫәтеүенә етди ҡарайбыҙ. Беҙгә «ахырғы ваҡыттың» бөтөп барыуы һәм «ҙур афәт» башланыуға тиклем бик әҙ ваҡыт ҡалыуы мәғлүм (Дан. 12:4; Матф. 24:21). Донъяны ҡот осҡос һуғыштар өҙгөләй, аслыҡ һәм киҙеүҙәр ҡоторона, әле тегендә, әле бында ер тетрәүҙәр булғылап тора. Кешеләр ялған тәғлимәттәргә ышанып алдана, әхлаҡһыҙлыҡ һәм ҡанунһыҙлыҡ көсәйгәндән-көсәйә. Алла халҡы донъяла тиңе булмаған эш башҡара — бөтә ерҙә Батшалыҡ хаҡында вәғәзләй (Матф. 24:7, 11, 12, 14; Лука 21:11). Беҙ түҙемһеҙлек менән Хужаның килеүен һәм Алла ихтыярының үтәлеүен көтәбеҙ (Марк 13:26, 27).
ВАҠЫТ КИРЕГӘ ҺАНАЛА
4. а) Ни өсөн беҙ, Ғайса Армагеддондың ҡасан булырын хәҙер инде белә, тип ышана алабыҙ? б) Ҙур афәттең ҡасан башланырын белмәһәк тә, нимәлә шикләнмәҫкә була?
4 Белеүебеҙсә, конгрестың һәр пункты билдәле бер ваҡытта башланырға тейеш. Ләкин ҙур афәт тураһында әйткәндә, беҙ, нисек кенә тырышһаҡ та, хатта уның башланасаҡ йылын да билдәләй алмайбыҙ, ә көнө һәм сәғәте тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ерҙә булғанда, Ғайса былай тигән: «Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә» (Матф. 24:36). Әммә күккә ҡайтҡас, Мәсихкә Шайтандың донъяһы менән һуғышырға вәкәләт бирелгән (Асыл. 19:11—16). Шунлыҡтан, Армагеддондың ҡасан буласағы Ғайсаға билдәле, тигән һығымта яһау дөрөҫ булыр ине. Беҙ иһә быны белмәйбеҙ, шуға күрә ҙур афәт башланғансы уяу булып ҡалыу бик мөһим. Ә Йәһүә ахырҙың ҡасан буласағын күптән белә, был көндө ул үҙе билдәләп ҡуйған. Алла ҙур афәт башланыуға тиклемге ваҡытты инде кирегә һанай, был көн «һуңға ҡалмаясаҡ»! (Абаҡум 2:1—3-тө уҡығыҙ *.) Ни өсөн быға шикләнмәҫкә була?
5. Йәһүәнең пәйғәмбәрлектәре һәр саҡ үҙ ваҡытында үтәлеүен күрһәткән миҫал килтерегеҙ.
5 Йәһүәнең пәйғәмбәрлектәре һәр саҡ үҙ ваҡытында үтәлә! Мәҫәлән, Алла израилдәрҙе Мысырҙан тап билдәләнгән көндө азат иткән. Б. э. т. 1513 йылдың 14 нисанын күҙ уңында тотоп, Муса былай тигән: «Тап 430 йыл тамамланған көндө Йәһүәнең бөтөн күп һанлы халҡы Мысыр еренән сыҡты» (Сығ. 12:40—42). Был «430 йыл» б. э. т. 1943 йылда, Йәһүәнең Ибраһим менән төҙөгән килешеүе үҙ көсөнә ингән саҡта башланған (Гал. 3:17, 18). Һуңыраҡ Йәһүә Ибраһимға былай тигән: «Шуны бел: һинең нәҫел-ырыуың дүрт йөҙ йыл буйына
сит илдә ҡол булып, иҙелеп йәшәр» (Баш. 15:13; Ғәм. 7:6). Был «дүрт йөҙ йыл» иҙелеп йәшәү осоро, күрәһең, б. э. т. 1913 йылдан — Исхаҡты күкрәктән айырып, Исмәғил унан көлгәндән алып башланған һәм б. э. т. 1513 йылда — израилдәр Мысырҙан сыҡҡанда тамамланған (Баш. 21:8—10; Гал. 4:22—29). Шулай итеп, дүрт быуат алдан Йәһүә үҙ халҡын азат итеүҙең теүәл ваҡытын билдәләп ҡуйған!6. Ни өсөн Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡарасағына шикләнмәҫкә була?
6 Мысырҙан азат ителгәндәр араһында булған Нун улы Ешуа былай тип израилдәрҙең иҫенә төшөргән: «Аллағыҙ Йәһүә һеҙгә әйткән бөтә яҡшы вәғәҙәләренең бер һүҙе лә үтәлмәй ҡалманы, һеҙ быны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бөтөн йәнегеҙ менән бик яҡшы беләһегеҙ. Һеҙҙең өсөн улар бөтөнөһө үтәлде. Уларҙың береһе лә үтәлмәй ҡалманы» (Еш. 23:2, 14). Йәһүәнең, ҙур афәттә һеҙҙе ҡотҡарам, тигән вәғәҙәһе лә мотлаҡ үтәләсәгенә тулыһынса ышанып була. Әммә, был донъя юҡ ителгәндә иҫән ҡалырға теләһәк, уяу булырға кәрәк.
ИҪӘН ҠАЛЫР ӨСӨН, УЯУ БУЛЫУ ҮТӘ МӨҺИМ
7, 8. а) Боронғо заманда һаҡсы ниндәй роль уйнаған, һәм беҙ бынан ниндәй һабаҡ алабыҙ? б) Һаҡсының һаҡта йоҡлап китеүе нимәгә килтерә алыуын миҫал аша күрһәтегеҙ.
7 Уяу булыуҙың мөһимлеге боронғо замандағы бер миҫалдан күренә. Элек Иерусалим кеүек ҙур ҡалалар тирәләй бейек стеналар төҙөгәндәр. Ундай стеналар ҡаланы илбаҫарҙарҙан һаҡлаған, уларҙан бөтә тирә-яҡ бик яҡшы күренеп торған. Стеналарҙа һәм ҡала ҡапҡалары эргәһендә көнө-төнө һаҡсылар торған. Улар ҡалала йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән һәр төрлө ҡурҡыныс тураһында киҫәтергә тейеш булған (Ишағ. 62:6). Һаҡсының йоҡлап китеү-китмәүенә һәм иғтибарлы булыу-булмауына туранан-тура кешеләрҙең ғүмере бәйле булған (Йәз. 33:6).
8 Йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий әйтеүенсә, б. э. 70 йылында, ҡапҡа янындағы һаҡсыларҙың йоҡлап китеүе арҡаһында ғына, Рим ғәскәрҙәре Иерусалим стенаһына тоташтырып төҙөлгән Антоний нығытмаһын яулап алған! Шунан һуң римдар, ғибәҙәтхананы емереп, уны яндырған. Был Иерусалим һәм бөтә еврей халҡы ҡасан да булһа дусар булған иң ҙур афәттең һуңғы нөктәһе булған.
9. Бөгөн күпселек кеше нимә хаҡында бер ни ҙә белмәй?
9 Бөгөн бөтә дәүләттәр ҙә тиерлек сик һаҡсылары һәм юғары технологиялы күҙәтеү системалары кеүек үҙенсәлекле «һаҡсылар» ҡуллана. Улар милли хәүефһеҙлеккә янаған дошмандарға ил территорияһына үтеп инергә бирмәй. Ләкин ундай «һаҡсылар» хөкүмәттәр һәм кешеләр тыуҙырған ҡурҡыныстарҙы ғына абайлай ала. Улар Алланың Мәсих етәкселегендәге күктәге Батшалығының барлығы һәм уның эшмәкәрлеге хаҡында ла, уның бөтә халыҡтар хөкөм ителгәндә ниндәй роль уйнаясағы хаҡында ла бер ни ҙә белмәй (Ишағ. 9:6, 7; 56:10; Дан. 2:44). Беҙгә иһә был билдәле, шуға күрә, рухи яҡтан уяу булһаҡ, хөкөм көнө ҡасан ғына килһә лә, һәр саҡ әҙер булырбыҙ (Зәб. 130:6).
УЯУЛЫҠТЫ ЮҒАЛТЫУҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
10, 11. а) Беҙ ҡайһы яҡтан һаҡ булырға тейеш һәм ни өсөн? б) Ни өсөн һеҙ Иблистең кешеләрҙең аҡылдарын томалағанына ышанаһығыҙ?
10 Төнө буйы күҙ ҙә йоммайынса һаҡта торған һаҡсыны күҙ алдына килтерегеҙ. Сменаһының аҙағына етәрәк ул бик ныҡ арый, һәм уны үлтереп йоҡо баҫа. Шуның шикелле, был донъя төҙөлөшөнөң ахыры
яҡынлашҡан һайын, беҙгә уяу булып ҡалыуы тағы ла ауырыраҡ була бара. Уяулыҡты юғалтһаҡ, был ни тиклем аяныс булыр ине! Әйҙәгеҙ, һаҡ булмаһаҡ, уяулығыбыҙҙы кәметә алған өс яҡҡа иғтибар итәйек.11 Рухи нәмәләргә битараф булһындар өсөн, Иблис кешеләрҙе йоҡоға талдыра. Үлеренән әҙ генә алдараҡ Ғайса үҙенең шәкерттәренә өс тапҡыр «был донъяның хакимы» хаҡында әйткән (Яхъя 12:31; 14:30; 16:11). Ғайса Иблистең кешеләрҙе рухи ҡараңғылыҡта тотасағын белгән. Шайтан кешеләрҙең ахыр яҡын икәнен күрһәткән пәйғәмбәрлектәрҙе һанға һуҡмауҙарын теләй (Саф. 1:14). Ул, ялған диндең бөтә донъя империяһын ҡулланып, кешеләрҙең аҡылдарын томалай. Башҡалар менән һөйләшкәндә, һеҙ, моғайын, быны һиҙәһегеҙҙер. Улар, аҡылдары томаланғанға, был яуыз донъя төҙөлөшөнөң ахыры яҡынлашыуын күрмәй һәм Мәсихтең Алла Батшалығында идара итеүен аңламай (2 Кор. 4:3—6). Беҙгә йыш ҡына кешеләрҙең, миңә был ҡыҙыҡ түгел, тигәндәрен ишетергә тура килә. Беҙ был донъяның ҡайҙа барғаны хаҡында һөйләргә тырышҡанда, кешеләр, дөйөм алғанда, битараф ҡала.
12. Ни өсөн беҙ Иблискә үҙебеҙҙе алдарға рөхсәт итергә тейеш түгел?
12 Башҡаларҙың битараф булыуы рухыбыҙҙы төшөрмәһен һәм уяулығыбыҙҙы кәметмәһен! Беҙ уяу булыу ни тиклем мөһим икәнен беләбеҙ. Павел имандаштарына: «Һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ», — тип яҙған. (1 Фессалоникаларға 5:1—6-ны уҡығыҙ.) Ғайса беҙҙе былай тип киҫәткән: «Һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер» (Лука 12:39, 40). Оҙаҡламай Шайтан күпселек кешене «барыһы ла тыныс һәм имен» тип ышандырып алдаясаҡ һәм күңелдәренә, кешелеккә башҡа бер ни янамай, тигән фекер һаласаҡ. Ә беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Хөкөм көнө беҙгә «көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмә[һен]» өсөн, «уяу һәм айыҡ булайыҡ». Бына ни өсөн беҙгә көн дә, Йәһүәнең Һүҙен уҡып, уның әйткәндәре хаҡында уйланырға кәрәк.
13. Донъяның рухы кешелеккә нисек тәьҫир итә, һәм беҙ уның ҡурҡыныс йоғонтоһонан нисек һаҡлана алабыҙ?
13 Донъя рухы беҙҙе рухи яҡтан йоҡлата. Күптәр тормош мәшәҡәттәренә шул тиклем сумған, хатта «Аллаға мохтаж булыуҙарын
аңла[май]» (Матф. 5:3). Улар был донъя тәҡдим иткән нәмәләр менән мауыҡҡан, ә был нәмәләр иһә тән теләктәрен һәм күҙҙәр нәфсеһен көсәйтә генә (1 Яхъя 2:16). Шулай уҡ төрлө күңел асыуҙар, йылдан-йыл күбәйеп, «кәйеф-сафа» һөйөүҙе тағы ла ялҡынландырып ебәрә (2 Тим. 3:4). Шуға күрә лә илсе Павел мәсихселәрҙе «гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ» тип өндәгән, сөнки был рухи яҡтан йоҡлата (Рим. 13:11—14).14. Лука 21:34, 35-тә беҙҙең өсөн ниндәй киҫәтеү бар?
14 Беҙ тормошобоҙға донъя рухы түгел, ә Алла рухы тәьҫир итеүен теләйбеҙ, сөнки уның ярҙамында Йәһүә беҙгә киләсәктәге ваҡиғаларҙы асыҡ аңларға ярҙам итә (1 Кор. 2:12) [1]. Рухи яҡтан йоҡомһорап китер өсөн әллә ни күп кәрәкмәй, иң ябай һәм ғәҙәти эштәр рухи эштәрҙе тормоштан ҡыҫырыҡлап сығара ала (Лука 21:34, 35-те уҡығыҙ.) Тәүәккәллегебеҙҙе күреп, башҡалар беҙҙән көлөргә мөмкин, әммә был уяулығыбыҙҙы кәметергә тейеш түгел (2 Пет. 3:3—7). Киреһенсә, беҙгә, йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөп, ҡәрҙәштәр менән аралашырға кәрәк, сөнки унда Алла рухы бар.
15. Петр, Яҡуб һәм Яхъя менән нимә булған, һәм беҙҙең менән дә нисек шундай уҡ хәл булырға мөмкин?
15 Камил булмаған тәнебеҙ уяу булып ҡалырға тәүәккәллегебеҙҙе ҡаҡшата ала. Ғайса камил булмаған кешеләрҙең тәндең көсһөҙ яҡтарына бирешеп барыуы хаҡында белгән. Ғайса үлтереләсәк төнгә ҡаршы булған ваҡиғаларға иғтибар итәйек. Аллаға тоғро булып ҡалыр өсөн, уға күктәге Атаһынан көс һорарға кәрәк булған. Ғайса шәкерттәре Петр, Яҡуб һәм Яхъянан үҙе доға ҡылғансы уяу булыуҙарын үтенгән. Әммә улар буласаҡ ваҡиғаларҙың ни тиклем етди икәнен аңламаған. Хужалары хаҡында уйлап уяу булыу урынына, улар тән теләгенә бирелеп йоҡлап киткән. Ғайса ла бик ныҡ арыған булған, шулай ҙа унда йоҡо ҡайғыһы булмаған, сөнки ул Атаһына ҡайнар итеп доға ҡылған. Уның өс шәкертенә лә шулай эшләргә кәрәк булған (Марк 14:32—41).
16. Ғайсаның Лука 21:36-лағы һүҙҙәре буйынса, уяу булырға беҙгә нимә ярҙам итә ала?
16 Рухи яҡтан уяу булыр өсөн яҡшы ниәттәр генә әҙ. Гефсимания баҡсаһындағы хәлдәргә тиклем бер нисә көн алдараҡ Ғайса шул уҡ өс шәкертен Йәһүәгә тырышып доға ҡылырға өндәгән. (Лука 21:36-ны уҡығыҙ.) Шулай итеп, рухи яҡтан уяу булып ҡалыр өсөн, беҙ даими доға ҡылырға тейеш (1 Пет. 4:7).
ҺӘР ВАҠЫТ УЯУ БУЛЫҒЫҘ
17. Буласаҡ үҙгәрештәргә әҙербеҙме, юҡмы икәнен нисек белергә?
17 Ғайса, ахыр «һеҙ көтмәгән сәғәттә» килер, тигән. Шунлыҡтан хәҙер, рухи яҡтан йоҡлап, Иблис һәм уның донъяһы тәҡдим иткән ҡотҡоларға һәм гонаһлы теләктәребеҙгә бирелә торған ваҡыт түгел (Матф. 24:44). Изге Яҙманан беҙ Алла менән Ғайса Мәсихтең яҡын киләсәктә беҙҙең өсөн нимә эшләйәсәге һәм нисек уяу була алыуыбыҙ хаҡында белә алабыҙ. Беҙ рухи һаулығыбыҙға иғтибарлы булырға, Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе ҡәҙерләргә һәм Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйырға тейеш. Беҙгә ниндәй ваҡытта йәшәүебеҙҙе һәм донъялағы хәл-ваҡиғаларҙың асылын аңларға кәрәк, шул саҡта буласаҡ үҙгәрештәргә әҙер булырбыҙ (Асыл. 22:20). Был үтә мөһим мәсьәлә, сөнки беҙҙең тормошобоҙ ҡурҡыныс аҫтында!
^ [1] (14-се абзац) «Алла Батшалығы идара итә!» тигән китаптың (тат.) 21-се бүлеген ҡарағыҙ.
^ 4 абз. Абаҡум 2:1—3: «Мин үҙемә билдәләнгән урында һаҡта торормон һәм вал өҫтөнә сығып баҫырмын. Уның минең аша әйтәсәк һүҙҙәрен һәм ул мине төҙәткәндә ниндәй яуап бирергә икәнен белер өсөн күҙәтеп торормон. Шунда Йәһүә миңә былай тине: „Был күренеште яҙып ҡуй һәм, ҡысҡырып уҡыусы еңел генә уҡый алһын өсөн, уны таҡталарға аңлайышлы итеп яҙ. Сөнки был күренеш әле билдәләнгән ваҡытта үтәлергә тейеш. Ул үҙ ахырына ашыға һәм алдамаясаҡ. Тотҡарланһа ла, көт уны! Ул бит һис шикһеҙ үтәләсәк. Һуңға ҡалмаясаҡ!“»