21-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә
Тормош иптәшен нисек табырға?
«Берәү яҡшы ҡатын таба алған икән, ундай ҡатын мәрйендәрҙән күпкә ҡиммәтерәк» (ҒИБ. ҺҮҘ. 31:10).
ТӨП ФЕКЕР
Изге Яҙмалағы принциптар нисек яҡшы тормош иптәшен табырға ярҙам итә ала? Йыйылыш никахҡа инергә теләгән ҡәрҙәштәргә нисек таяныс була ала?
1, 2. а) Кеше осрашырға әҙерме икәнен нисек аңлай ала? б) Осрашып йөрөү тигән һүҙбәйләнеш нимәне аңлата? («Аңлатманы» ҡарағыҙ.)
ҺИН ғаилә ҡорорға теләр инеңме? Бәхетле булыр өсөн был бик мөһим булмаһа ла, күп кенә мәсихселәр — йәштәре лә, олораҡтары ла — яҡшы тормош иптәше эҙләй. Әлбиттә, кем менәндер осраша башлағанға тиклем тәүҙә үҙеңә эмоциональ һәм рухи яҡтан етлеккән кеше булырға һәм үҙ-үҙеңде тәьмин итергә өйрәнергә кәрәк (1 Кор. 7:36) a. Шул саҡта никахың бәхетле буласағына ышана алаһың.
2 Ләкин яҡшы ир йәки яҡшы ҡатын була алған кешене табыу еңел түгел (Ғиб. һүҙ. 31:10). Беҙгә кемдер оҡшаһа ла, уның янына барып, осрашырға тәҡдим итеү еңел булмаҫҡа мөмкин b. Был мәҡәләлә яҡшы тормош иптәшен табырға һәм уның менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ йыйылыштағылар никахҡа инергә теләгәндәргә нисек таяныс була алғанын белербеҙ.
ЯҠШЫ ТОРМОШ ИПТӘШЕН ТАБЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?
3. Тормош иптәшен эҙләһәң, нимә тураһында уйланыу мөһим?
3 Иң тәүҙә тормош иптәшеңдә ниндәй сифаттар күрергә теләгәнеңде билдәләһәң, яҡшы булыр ине. Юғиһә, һин кәрәкле кешегә иғтибар итмәҫһең йә һиңә пар булмаған кеше менән осраша башларһың. Әлбиттә, үҙеңә парҙы тик һыуға сумдырылған мәсихселәр араһынан ғына эҙләргә кәрәк (1 Кор. 7:39). Ләкин һыуға сумдырылған һәр мәсихсе һиңә яҡшы пар була ала тигәнде аңлатмай. Шуға күрә үҙеңдән: «Минең маҡсаттарым ниндәй? Тормош иптәшемдә ниндәй сифаттар күрергә теләйем? Мин үтә күпте теләмәйемме?» — тигән һорауҙар бир.
4. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр нимә тураһында доға ҡыла?
4 Никахҡа инергә теләһәң, һин, моғайын, был хаҡта доға ҡылаһыңдыр (Флп. 4:6). Әлбиттә, Йәһүә һиңә тормош иптәшен табып бирергә вәғәҙә итмәгән. Ләкин ул һинең ихтыяждарың һәм хистәрең хаҡында ҡайғыртасаҡ һәм тормош иптәшен табырға ярҙам итә ала. Шуға күрә һин артабан да уға бөтә борсолоуҙарыңды һәм теләктәреңде һөйлә (Зәб. 62:8). Түҙемлек, зирәклек тураһында доға ҡыл (Яҡ. 1:5). Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Джон c ҡәрҙәшебеҙ нимә тураһында доға ҡылғанын былай тип аңлата: «Мин Йәһүәгә буласаҡ ҡатынымда ниндәй сифаттар күрергә теләгәнемде, шулай уҡ миңә пар була алған ҡыҙ менән осрашырға теләгәнемде һөйләйем. Үҙемә лә яҡшы ир булыр өсөн кәрәкле сифаттар үҫтерергә ярҙам һорайым». Шри-Ланкала йәшәгән Таня былай ти: «Мин әлегә тормош иптәшен тапманым, ләкин мин бойоҡмайым. Мин Йәһүәнән уға тоғро ҡалырға, ыңғай ҡараш һаҡларға һәм бәхетле тормош алып барырға ярҙам һорайым». Әгәр уйлағандан күберәк көтөргә тура килһә лә, Йәһүә һинең хаҡта ҡайғыртасаҡ һәм һиңә яратыу, иғтибар күрһәтәсәк (Зәб. 55:22).
5. Никахҡа инергә теләгән мәсихселәргә танышырға нимә ярҙам итер? (1 Коринфтарға 15:58). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
5 Изге Яҙма беҙҙе: «Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышла[ғыҙ] һәм бар көсөгөҙҙө һалы[ғыҙ]», — тип өндәй. (1 Коринфтарға 15:58-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүәгә әүҙем хеҙмәт ит һәм төрлө ҡәрҙәштәр менән аралаш. Шулай итеп һин яҡшы ваҡыт үткәрерһең, рухи яҡтан етлеккән һәм һинең кеүек никахҡа инергә теләгән мәсихселәр менән танышырһың. Йәһүәне һөйөндөрөргә теләп, һин ысын бәхет татырһың.
6. Никахҡа инергә теләгән мәсихселәргә нимәне иҫтә тотоу мөһим?
6 Ләкин тормош иптәшен эҙләгәндә бөтә иғтибарыңды быға туплама, юғиһә ул тормошоңдан иң мөһим нәмәләрҙе этеп сығарыр (Флп. 1:10). Ысын бәхет никахта булыуҙан түгел, ә Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙән тора (Матф. 5:3). Никахта тормаған мәсихселәрҙең азатлығы күберәк (1 Кор. 7:32, 33). Был азатлыҡты ҡулланып, һин хеҙмәттең яңы төрҙәрендә ҡатнаша алырһың. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Дже́ссика 40 йәш тирәһендә кейәүгә сыҡҡан. Ул былай тип һөйләй: «Мин кейәүгә сығырға бик теләһәм дә, бөтә иғтибарымды быға тупламаным. Мин тырышып хеҙмәт иттем һәм был миңә шатлыҡлы, ҡәнәғәт булып ҡалырға ярҙам итте».
АШЫҠМА — СИТТӘН ҠАРА
7. Ни өсөн кешене тәүҙә ситтән күҙәтергә кәрәк? (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:16).
7 Әйтәйек, һиңә кемдер оҡшай, ти. Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы кеше белемгә таянып эш итә», — тип әйтелә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:16-ны уҡығыҙ.) Шуға күрә уны оҡшатҡаның тураһында әйтер алдынан, ул кешене ситтән күҙәтеү яҡшы булыр ине. Нидерландта йәшәгән А́свин ир ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Хистәр ҡапыл тоҡанып, ҡапыл һүнергә мөмкин. Әгәр ашыҡмаһаң, хистәргә бирелеп эш итмәҫһең һәм һиңә пар килмәгән кеше менән мөнәсәбәттәр үҫтермәҫһең». Кешене иғтибар менән күҙәтеү бер-берегеҙгә тура килмәгәнен асыҡларға мөмкин.
8. Кеше тураһында нисек яҡшыраҡ белеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
8 Кеше тураһында күберәк белер өсөн, уны йыйылыш осрашыуҙарында һәм дуҫтар араһында үҙен нисек тотҡанын ситтән күҙәт. Шулай итеп һин уның рухилығы һәм холҡо тураһында яҡшыраҡ белерһең. Үҙеңдән: «Кем менән ул дуҫлаша? Нимә тураһында һөйләшә? (Лука 6:45). Маҡсаттарыбыҙ оҡшашмы?» — тип һора. Шулай уҡ уның йыйылышындағы өлкәндәр менән һәм уны яҡшы белгән етлеккән мәсихселәр менән һөйләшеп ал (Ғиб. һүҙ. 20:18). Мәҫәлән, уның сифаттары һәм репутацияһы тураһында һораш (Руф 2:11). Ләкин кешене ситтән күҙәткәндә үҙеңде әҙәпле тот һәм уны уңайһыҙ хәлдә ҡалдырма. Уның хистәрен һәм шәхсән тормошон хөрмәт ит.
9. Яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итер алдынан нимәгә инанған булыу мөһим?
9 Осрашып йөрөргә тәҡдим итер алдынан, күпме көтөргә кәрәк? Әгәр һин шунда уҡ һөйләһәң, түҙемлегең етмәгән кеүек күренергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 29:20). Әгәр инде оҙаҡҡа ҡалдырһаң, һин ҡыйыуһыҙ кеше булып күренерһең, айырыуса ул кеше һинең хистәрең тураһында инде һиҙһә (Вәғ. 11:4). Онотма, осрашып йөрөргә тәҡдим итеүең был кеше менән мотлаҡ никахҡа инергә тейешһең тигәнде аңлатмай. Ләкин һинең никахҡа әҙер булыуыңа һәм был кеше һинең өсөн яҡшы тормош иптәше була алыуына ышанысың булырға тейеш.
10. Әгәр кемдер һинең менән ҡыҙыҡһынһа, ә һин уның менән осрашырға теләмәһәң, нимә эшләргә?
10 Кемдеңдер һинең менән ҡыҙыҡһынғанына иғтибар итһәң, нимә эшләргә? Әгәр уның менән осрашырға теләмәһәң, был хаҡта уға әйт. Ул кешенең хистәренә ҡағылыу һәм уға буш өмөт биреү мәрхәмәтһеҙ булыр (1 Кор. 10:24; Ефес. 4:25).
11. Дуҫыбыҙ йәиһә туғаныбыҙ өсөн тормош иптәше эҙләргә һораһалар, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
11 Ҡайһы бер илдәрҙә балалары өсөн ирҙе йә ҡатынды ата-әсәләре һайлай. Ә башҡа илдәрҙә туғандары йәиһә дуҫтары егет менән ҡыҙҙы таныштыра, ә инде осрашырғамы-юҡмы икәнен улар үҙҙәре хәл итә. Кемдер беҙҙе туғаны йә дуҫы өсөн тормош иптәше эҙләргә һораһа, ҡыҙ менән егеттең ихтыяждарын һәм теләктәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Яҡшы пар эҙләгәндә егеттең йәиһә ҡыҙҙың сифаттары, холҡо, ә иң мөһиме, рухилығы тураһында күберәк белергә кәрәк. Йәһүә менән мөнәсәбәттәр байлыҡҡа, белемгә, дәрәжәгә һәм кешенең ниндәй ғаиләнән булыуына ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: никахҡа инергәме-юҡмы икәнен ҡыҙ ҡәрҙәш менән ир ҡәрҙәш үҙҙәре хәл итә (Гал. 6:5).
НИСЕК ЯҠЫНЫРАҠ ТАНЫШЫРҒА?
12. Нисек кешегә яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итеп була?
12 Әйтәйек, һин кемгәлер яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итергә теләйһең, ти. Быны нисек эшләп була? d Мәҫәлән, һин уның менән кешеләр булған ерҙә осраша алаһың, йәиһә шылтырата алаһың. Уға үҙ ниәттәреңде асыҡ итеп һөйлә (1 Кор. 14:9). Әгәр ул һиңә шунда уҡ яуап бирмәһә, уйларға ваҡыт бир (Ғиб. һүҙ. 15:28). Ә инде ул һинең менән осрашырға теләмәһә, уның ҡарарын хөрмәт ит.
13. Кемдер һиңә яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итһә, нимә эшләргә? (Колосстарға 4:6).
13 Кемдер һиңә яҡыныраҡ танышырға тәҡдим итһә, нимә эшләргә? Ул кешегә һиңә был хаҡта әйтер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк булғандыр, шуға күрә уға яуап биргәндә үҙеңде игелекле һәм ихтирамлы тот. (Колосстарға 4:6-ны уҡығыҙ.) Әгәр һиңә уйларға ваҡыт кәрәк булһа, был хаҡта әйт. Ләкин яуапты оҙаҡҡа һуҙма (Ғиб. һүҙ. 13:12). Һин уның менән мөнәсәбәттәр үҫтерергә теләмәһәң, был хаҡта асыҡ, ләкин әҙәпле итеп яуап бир. Австрияла йәшәгән Ханс ҡәрҙәш, уға ҡыҙ ҡәрҙәш яҡыныраҡ танышырға тәҡдим иткәс, үҙен нисек тотҡаны тураһында бына нимә ти: «Мин уға тура, ләкин йомшаҡ итеп юҡ тинем. Мин уға шунда уҡ яуап ҡайтарҙым, сөнки уның миңә ҡарата хистәр үҫтереүен теләмәнем. Артабан да мин уға үҙ ҡарарымда ныҡ торғанымды күрһәтергә тырыштым». Әгәр һин кем менәндер яҡыныраҡ танышырға ризалашһаң, осрашып йөрөгән ваҡытҡа ҡағылышлы һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк. Тәрбиә, мәҙәниәт, йәиһә башҡа сәбәптәр арҡаһында һәр берегеҙ осрашып йөрөүҙе үҙенсә күҙ алдына килтереүе бар.
ҺӘР БЕРЕБЕҘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?
14. Никахта булмаған мәсихселәрҙе һүҙҙәребеҙ менән нисек нығыта алабыҙ?
14 Никахҡа инергә теләгән ҡәрҙәштәргә һәр беребеҙ нисек терәк була ала? Беренсенән, нимә һөйләүебеҙгә иғтибарлы булырға кәрәк (Ефес. 4:29). Үҙегеҙҙән: «Никах тураһында уйлаған ҡәрҙәштәрҙән мин шаяртаммы? Никахҡа инмәгән ир ҡәрҙәш менән ҡыҙ ҡәрҙәш аралашһа, мин үҙемде нисек тотам? „Улар бер-береһенә ғашиҡ булған ахыры?“ — тип уйламайыммы?» (1 Тим. 5:13). Икенсенән, беҙҙең һүҙҙәр арҡаһында ҡәрҙәштәр, улар никахта тормаһа, тимәк, улар кәмселекле, тип уйлай башламаҫмы? Юғарыла иҫкә алынған Ханс былай тип бүлешә: «Ҡайһы берәүҙәр: „Ҡасан һин өйләнәһең, һинең йәшеңдә күптән инде өйләнергә кәрәк“, — тиҙәр. Ундай һүҙҙәр рәнйетә, һәм әгәр һин өйләнмәгәнһең икән, тимәк, һин булдыҡһыҙ тигән тойғолар тыуҙыра». Шуға күрә һәр мөмкинлекте ҡулланып, ҡәрҙәштәрҙе маҡтаһаҡ, хәйерлерәк булыр! (1 Фес. 5:11).
15. а) Кемгәлер пар эҙләгәндә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? (Римдарға 15:2). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Видеояҙманан һеҙ ниндәй һабаҡ алдығыҙ? (Төшөрмәне ҡарағыҙ.)
15 Берәй егет менән ҡыҙ яҡшы пар булыр кеүек күренһә, нимә эшләргә? Изге Яҙма, башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алығыҙ, тип киҫәтә. (Римдарға 15:2-не уҡығыҙ.) Никахта тормаған күп кенә мәсихселәр уларҙы кем менәндер таныштырыуҙарын теләмәй, һәм беҙ уларҙың теләктәрен хөрмәт итергә тейеш (2 Фес. 3:11). Башҡалары иһә ярҙамдан баш тартмай, ләкин улар беҙҙе һорамаһа, уларҙың эшенә ҡыҫылырға кәрәкмәй (Ғиб. һүҙ. 3:27) e. Ҡайһы бер мәсихселәр танышыуға риза, ләкин бының сиктән тыш официаль булыуын теләмәй. Германияла йәшәгән кейәүҙә булмаған Лидия былай ти: «Ҡунаҡ саҡырғанда никахта тормаған берәй ир ҡәрҙәште һәм ҡыҙ ҡәрҙәште саҡыра алабыҙ. Был уларға аралашырға, яҡыныраҡ танышырға мөмкинлек бирер, ә башҡаларын инде улар үҙҙәре хәл итер».
16. Никахта тормаған мәсихселәр нимәне иҫтә тоторға тейеш?
16 Никахта торабыҙмы-юҡмы, бөтәбеҙ ҙә бәхетле һәм тулы тормош алып бара алабыҙ (Зәб. 128:1). Шуға күрә һин ғаилә ҡорорға теләһәң, ләкин үҙеңә пар тапмаһаң, Йәһүәгә хеҙмәт итеүеңде дауам ит. Мака́ола йәшәгән Синь И ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Әлеге кейәүҙә булмаған ваҡытты тормош иптәшең менән яңы донъяла үткәрәсәк ваҡыт менән сағыштырһаң, мәл генә булып күренә. Шуға күрә рәхәтләнеп йәшә һәм булғанын аҡыллы ҡуллан». Әйтәйек, һин яҡшы тормош иптәше була алған кешене тапҡанһың һәм һеҙ яҡыныраҡ таныша башлағанһығыҙ, ти. Осрашып йөрөгән ваҡытта был кеше һиңә тура киләме-юҡмы икәнен нисек билдәләргә? Был киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.
137-СЕ ЙЫР Йәһүәгә тоғро ҡатындар
a Ғаилә тормошона әҙерме икәнеңде аңларға jw.org сайтында «Йәштәрҙең һорауҙары» тигән бүлексәлә «Йөрөшөүҙәр. 1-се өлөш. Мин берәйһе менән осрашып йөрөргә әҙерме?» тигән мәҡәлә ярҙам итер.
b АҢЛАТМА. Ошо һәм киләһе мәҡәләләге осрашып йөрөү тигән һүҙбәйләнеш егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә иғтибар биргән, аралашҡан һәм романтик мөнәсәбәттәр үҫтергән ваҡытты аңлата. Улар, бер-береһе өсөн яҡшы тормош иптәше була аламы-юҡмы икәнен билдәләр өсөн, яҡыныраҡ таныша. Был ваҡыт улар бер-береһен оҡшатҡаны тураһында әйткәндән башлана һәм өйләнешергә йәиһә был мөнәсәбәтте өҙөргә тигән ҡарар ҡабул ителгәс туҡтала.
c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
d Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә осраша башларға, ғәҙәттә, ир кеше тәҡдим итә, ләкин ундай тәҡдимде ҡатындар ҙа яһай ала (Руф 3:1—13). 2004 йылдың 22 октябрь сығарылышында «Уянығыҙ!» журналында «Вопросы молодёжи: Как мне рассказать ему о своих чувствах?» тигән мәҡәләлә (урыҫ) күберәк мәғлүмәт табырһығыҙ.
e jw.org сайтында «Һеҙ иман өсөн көрәштә уңышлы була алаһығыҙ. Никахта булмаһағыҙ» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.