Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың күңелен табып буламы?

Алланың күңелен табып буламы?

Изге Яҙмала маҡтап телгә алынған кешеләр хаҡында уҡығанығыҙ бармы? Бәлки, һеҙ: «Мин бер ваҡытта ла улар һымаҡ була алмаҫмын! Мине саф һәм тәҡүә кеше тип атап булмай, һәм мин һәр ваҡыт дөрөҫ булғанды ғына эшләмәйем», — тип уйлағанһығыҙҙыр.

Әйүп «намыҫлы, саф кеше булған» (Әйүп 1:1)

Ырыу башлығы Әйүп Изге Яҙмала «намыҫлы, саф кеше» итеп һүрәтләнгән (Әйүп 1:1). Лут «тәҡүә кеше» тип аталған (2 Петр 2:8). Ә Дауыт тураһында Алла ҡарашында «дөрөҫ булғанды» эшләне тиелгән (1 Батшалар 14:8). Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала иҫкә алынған был кешеләр менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Беҙ шуға иғтибар итербеҙ: 1) улар ҙа хаталар яһаған, 2) уларҙан күп нәмәгә өйрәнеп була, һәм 3) камил булмаған кешеләр Алланың күңелен таба ала.

УЛАР ХАТАЛАР ЯҺАҒАН

Алла тәҡүә Лутты «уның эргәһендә хөкөм һөргән Содом кешеләренең аҙғынлығынан ҡотҡарған» (2 Петр 2:7)

Әйүптең башына ҡайғы өҫтөнә ҡайғы төшкән. Был ғәҙелһеҙ булып күренгәнгә, Әйүп, мин тоғролоҡ һаҡлайыммы-юҡмы — Аллаға барыбер, тигән хаталы һығымтаға килгән (Әйүп 9:20—22). Әйүп үҙ тәҡүәлегенә шул тиклем инанған булған, хатта башҡаларға ул үҙен Алланан да ғәҙелерәк тип иғлан итә кеүек тойолған (Әйүп 32:1, 2; 35:1, 2).

Лут, тиҙ арала ябай һәм аныҡ ҡарар ҡабул итеү урынына, бик яй эш иткән. Ул Содом һәм Аморрала йәшәгән халыҡтың аҙғынлығын күреп шул хәтлем бойоҡҡан, хатта уларҙың тәртибе арҡаһында «көндән-көн ғазап сиккән» (2 Петр 2:8). Алла был яуыз ҡалаларҙы юҡ итергә, ә Лутҡа һәм уның ғаиләһенә ҡотолорға мөмкинлек бирергә йыйыныуын иғлан иткән. Был хәбәрҙе ишетеп тетрәнгән Лут ҡурҡыныс ерҙән мөмкин булғанса тиҙерәк ҡасып китергә тейеш булған. Ошо хәл иткес ваҡытта ул ашыҡмайынса һуҙылып йөрөгән. Лутты һәм уның ғаиләһен ҡотҡарыр өсөн ебәрелгән фәрештәләр уларҙы ҡулдарынан етәкләп ҡаланан алып сыҡҡандар (Башланмыш 19:15, 16).

Дауыт Алланың «әмерҙәрен үтәп йәшәгән һәм [Уның] күҙендә дөрөҫ булғанды ғына эшләп, бөтөн йөрәге менән [Уға] эйәргән» (1 Батшалар 14:8)

Бер ваҡыт Дауыт үҙ-үҙен ҡулда тотмаған һәм икенсе кешенең ҡатыны менән зина ҡылған. Ҡот осҡос, әммә Дауыт, гонаһын йәшерергә тырышып, шул ҡатындың ирен үлтергән (2 Ишмуил, 11-се бүлек). Изге Яҙмала яҙылғанса, «Дауыттың ҡылғандары Йәһүәгә бер ҙә оҡшамаған» (2 Ишмуил 11:27).

Әйүп, Лут һәм Дауыт хаталар яһаған, һәм уларҙың ҡайһы бер хаталары бик етди булған. Әммә улар ысын күңелдән Аллаға тыңлаусан булырға һәм уға хеҙмәт итергә теләгән. Улар, тәүбә итеп, үҙ юлдарын үҙгәртергә әҙер булған. Шуға күрә Алла уларҙы хуплаған һәм, тулайым алғанда, улар Изге Яҙмала тоғро кешеләр итеп тасуирлана.

БЕҘ НИМӘГӘ ӨЙРӘНӘ АЛАБЫҘ?

Беҙ камил түгел, шунлыҡтан хата яһамай йәшәй алмайбыҙ (Римдарға 3:23). Ләкин, хаталар ҡылғанда, беҙгә тәүбә итеүебеҙҙе эштәребеҙ менән күрһәтергә һәм тыуған хәлде төҙәтер өсөн саралар күрергә кәрәк.

Әйүп, Лут һәм Дауыт нисек хаталарын төҙәтергә тырышҡан? Әйүп булмышы менән саф кеше булған. Алла уның менән фекер алышҡандан һуң, Әйүп ҡарашын үҙгәрткән һәм әйткән һүҙҙәрен кире алған (Әйүп 42:6). Луттың Содом менән Аморра кешеләренең аҙғын тәртиптәренә ҡарашы Алланың нормаларына тулыһынса тура килгән. Бер ни тиклем уяулығын юғалтһа ла, ул хөкөм ителгән ҡалаларҙан сығып ҡасып иҫән ҡалған. Аллаға буйһоноп, ул ҡалдырған нәмәләренә хатта әйләнеп тә ҡарамаған. Дауыт, Алланың ҡанунын боҙоп, етди хата эшләһә лә, ысын күңелдән тәүбә иткән һәм ялбарып Алланан шәфҡәтлелек күрһәтеүен һораған (Зәбур, 51-се бүлек). Был уның йөрәгендә нимә булғанын асыҡлаған.

Алланың Әйүп, Лут һәм Дауытҡа илтифатлы булыуы уның камил булмаған кешеләрҙән сиктән тыш күпте көтмәүен күрһәтә. Йәһүә Алла «беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәбур 103:14). Улайһа, ул беҙҙән нимә көтә?

Алла «беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (Зәбур 103:14)

КАМИЛ БУЛМАҒАН КЕШЕЛӘР НИСЕК АЛЛАНЫҢ КҮҢЕЛЕН ТАБА АЛА?

Алланың күңелен нисек табып булғанын аңлар өсөн, Дауыттың үҙенең улы Сөләймәнгә әйткән бындай һүҙҙәренә иғтибар итәйек: «Сөләймән, улым, һиңә иһә һүҙем шул: атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бер бөтөн йөрәк менән... хеҙмәт ит» (1 Йылъяҙма 28:9). Бер бөтөн йөрәк, йәғни бүленмәгән йөрәк ниндәй ул? Ундай йөрәк Алланы ярата һәм уның күрһәтмәләренә бик иғтибарлы. Камил булмаһа ла, бүленмәгән йөрәк Аллаға тыңлаусан булырға ынтыла һәм үҙгәрергә әҙер. Әйүп, Лут һәм Дауыт Алланы яратҡан һәм уға буйһонорға теләгән, шуға күрә Алла Әйүпте — «саф кеше», Лутты «тәҡүә кеше» тип атаған, ә Дауыт тураһында «дөрөҫ булғанды ғына» эшләне тигән. Үҙҙәренең гонаһтарына ҡарамаҫтан, улар Алланың күңелен тапҡан.

Бүленмәгән йөрәк Алланың күрһәтмәләренә бик иғтибарлы һәм уға буйһонорға әҙер

Шулай итеп, башыбыҙҙа насар уйҙар тыуһа, үкенерлек һүҙҙәр әйтһәк йә берәй дөрөҫ булмаған эш ҡылһаҡ, әйҙәгеҙ, юғарыла ҡаралған миҫалдарҙан йыуаныс алайыҡ. Алла беҙҙең әлегә камиллыҡҡа ирешә алмауыбыҙҙы яҡшы белә. Шулай ҙа үҙен яратыуыбыҙҙы һәм буйһонорға тырышыуыбыҙҙы көтә. Әгәр йөрәгебеҙ «бер бөтөн» икән, Алла беҙҙе хуплай икәненә һис тә шикләнмәҫкә була.