Ни өсөн йәшәргә кәрәк
ҮТКӘН мәҡәләләрҙән күренеүенсә, әсе ваҡиғалар арҡаһында, тормош сыҙай алмаҫлыҡ кеүек тойолорға мөмкин. Йөктө яңғыҙ ғына күтәрһәк, артабан да йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ һәм беҙ берәүгә лә кәрәкмәйбеҙ, тигән фекер тыуа ала. Әммә шуны белегеҙ: һеҙ Аллаға кәрәк. Һеҙ уның өсөн бик ҡәҙерле.
86-сы мәҙхиәне яҙған кеше Алла тураһында былай тигән: «Ҡайғы-хәсрәтле көнөмдә һине саҡырырмын, һәм һин миңә яуап бирерһең» (Зәбур 86:7). Бәлки һеҙ: «„Ҡайғы-хәсрәтле көнөмдә“ Алла миңә нисек яуап бирер?» — тигән һорау бирерһегеҙ.
Алла һеҙҙең проблемаларығыҙҙы шунда уҡ хәл итмәһә лә, ул һеҙгә был ауыр ваҡытты кисереп сығырға мотлаҡ йән тыныслығы бирәсәк. Уның Һүҙе, Изге Яҙма, бындай ышаныс бирә: «Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар» (Филиптарға 4:6, 7). Изге Яҙмалағы киләһе аяттар һеҙҙе Алланың наҙлы яратыуына инандырыр. Зинһар, был аяттар тураһында уйланығыҙ.
Алла һеҙҙең хаҡта ҡайғырта
«Уларҙың [турғайҙарҙың] береһе лә Алла тарафынан онотолмаған. [...] ...Һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк» (Лука 12:6, 7).
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ Әһәмиәтһеҙ булып тойолған бәләкәй генә ҡошсоҡтар хаҡында ла Алла ҡайғырта. Ул һәр бер турғайҙы күрә, уның өсөн һәр бер йән эйәһе ҡәҙерле. Ә кешеләр турғайҙарға ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк. Кеше — Алла ерҙә барлыҡҡа килтергәндәренең иң күренеклеһе, ул уны «Үҙ рәүешенә... оҡшатып ярат[ҡан]». Шуға күрә беҙ, Аллаға хас булған сифаттар үҫтереп, уларҙы тормошта сағылдыра алабыҙ (Башланмыш 1:26, 27).
«Эй Йәһүә, һин мине һынаның, һин мине беләһең. Һин... уйҙарымды йыраҡтан уҡ белеп алаһың. ...Тикшереп, борсоулы уйҙарымды бел» (Зәбур 139:1, 2, 23).
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ Алла һеҙҙе шәхсән белә. Ул күңел түрендәге иң серле уйҙарығыҙҙы һәм борсолоуҙарығыҙҙы күрә. Хатта башҡалар хәлегеҙҙе аңламаһа ла, Алла нимә хис итеүегеҙҙе аңлай һәм һеҙгә ярҙам итергә теләй. Был йәшәр өсөн тағы ла бер сәбәп булып тора.
Тормошоғоҙ мәғәнәһеҙ түгел
«Эй Йәһүә, доғамды ишет, ярҙам һорап ялбарыуым һиңә ирешһен ине. [...] Ҡолаҡ һал миңә. Һине саҡырғанда, миңә шунда уҡ яуап бир. Ул мохтаждарҙың доғаһына иғтибар итер» (Зәбур 102:1, 2, 17).
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ Донъяға ғазаптар һәм үлем ингәндән бирле, Йәһүә ерҙә түгелгән күҙ йәштәре тураһында яҙыу алып бара, тип әйтеп була. Унда һеҙҙең дә күҙ йәштәрегеҙ тураһында яҙылған (Зәбур 56:8). Алла бар ҡайғы-хәсрәттәрегеҙҙе һәм күҙ йәштәрегеҙҙе иҫләй, сөнки һеҙ уның өсөн ҡәҙерле.
«Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен... Мин, Аллаң Йәһүә... һиңә: „Ҡурҡма. Мин һиңә ярҙам итермен“, — тим» (Ишағыя 41:10, 13).
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ Алла һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Әгәр ҙә рухи төшөнкөлөккә бирелһәгеҙ, ул һеҙҙе мотлаҡ нығытасаҡ.
Яҡшы киләсәккә өмөт
«Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16).
ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ Алла һеҙҙе шул тиклем ныҡ ярата, хатта һеҙҙең өсөн ҡорбанға үҙенең Улын, Ғайсаны биргән. Был ҡорбан һеҙгә бәхетле һәм мәғәнәле тормош менән мәңге йәшәргә мөмкинлек бирә *.
Һеҙгә ауыр булһа ла һәм тормошоғоҙ сыҙай алмаҫлыҡ булып күренһә лә, Алла Һүҙенә тәрәнерәк төшөнөр өсөн ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. Алланың вәғәҙәләренә иман үҫтерегеҙ. Был һеҙҙең тормошоғоҙға йәм өҫтәр һәм йәшәүҙең мәғәнәһе бар икәненә инандырыр.
^ Ғайсаның йолом ҡорбаны тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртә алыуы хаҡында күберәк белер өсөн, «Ғайсаның үлемен иҫкә алыу» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ. Уны www.ps8318.com сайтында табып була. (БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА > ИҪКӘ АЛЫУ КИСӘҺЕ тигән һылтанма буйынса үтегеҙ).