Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ишағыя пәйғәмбәр китабының Үле диңгеҙ төргәктәре араһында табылған фрагменты (өҫтә). Ишағыя китабының ғәрәп телендәге хәҙерге тәржемәһе (аҫта). Ошо ике тексты сағыштырыу Алла Һүҙенең үҙгәртелмәгәнен күрһәтә

Аллаһы Тәғәләнең Һүҙе үҙгәртелгәнме?

Аллаһы Тәғәләнең Һүҙе үҙгәртелгәнме?

Ҡайһы бер кешеләр, Алланың Һүҙе үҙгәртелгән, тип уйлай. Ләкин Ишағыя пәйғәмбәр, «Аллабыҙҙың һүҙе мәңге тора», тип әйткән (Ишағыя 40:8). Хоҙай Тәғәләнең Һүҙе беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ килеп еткән, тип уйларға беҙҙең ниндәй нигеҙ бар?

Алланың үҙ Һүҙен һаҡларға һәм хата индереүҙән яҡларға көсө етә. Мәҫәлән, элекке замандарҙа, ҡулъяҙма күсермәләр яһалған саҡта, күсереп яҙыусылар ҙур тырышлыҡ менән, бер нәмә лә өҫтәлмәгән, үҙгәртелмәгән һәм төшөрөп ҡалдырылмағанына инаныр өсөн, изге текстарҙың һәр бер хәрефен һанап барған. Әммә, бөтә кешеләр кеүек үк, күсереп яҙыусылар ҙа камил булмаған, шуға күрә улар әллә ни әһәмиәтле булмаған хаталар ебәргән. Ләкин был хаталар төп нөсхә тексының мәғәнәһенә зыян килтермәгән.

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРЕЛМӘГӘНЕН БЕҘ ҠАЙҘАН БЕЛӘБЕҘ?

Бөгөнгө көндә Изге Яҙманың боронғо ҡулъяҙмаларының меңәрләгән күсермәһе бар. Хатта уларҙың берәйһендә хата ебәрелгән булһа ла, төрлө ҡулъяҙмаларҙы сағыштырып, ул хатаны еңел генә табып була.

Мәҫәлән, 1947 йылда Үле диңгеҙ янындағы мәмерйәләрҙә табылған боронғо ҡулъяҙмаларҙы алайыҡ. Бөгөн улар Үле диңгеҙ төргәктәре булараҡ билдәле. Изге Яҙма текстарының өлөштәре кергән был ҡулъяҙмалар 2000-дән ашыу йылдар элек яҙылған! Ғалимдар, шул боронғо ҡулъяҙмаларҙы бөгөнгө Изге Яҙма текстары менән сағыштырғас, нимә күргән?

Улар, хәҙерге Изге Яҙма текстары боронғо текстар менән тулыһынса тап килә, тигән һығымтаға килгән *. Ентекле анализ яһағандан һуң, бер ниндәй ҙә етди айырма табылмаған. Күргәнебеҙсә, Аллаһы Тәғәлә үҙенең Һүҙен үҙгәреш индереүҙән бик ныҡ һаҡлаған.

Шуға күрә, Изге Яҙманы уҡығанда, беҙ унда тап Хоҙай Тәғәлә әйтергә теләгән һүҙҙәр яҙылғанына тулыһынса ышана алабыҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Алла тураһында пәйғәмбәрҙәрҙең нимә әйткәнен беләйек.

^ 7 абз. Геза Верместың «The Complete Dead Sea Scrolls in English» тигән китабы, 16-сы бит.