Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | НИ ӨСӨН НАМЫҪЛЫ БУЛЫРҒА КӘРӘК?

Ни өсөн намыҫлы булырға кәрәк?

Ни өсөн намыҫлы булырға кәрәк?

«Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18).

Изге Яҙмала «дөрөҫ эш итеү» тип тәржемә ителгән грек һүҙе үҙ эсенә намыҫлылыҡты ала һәм һүҙмә-һүҙ «ысынбарлыҡта яҡшы булған нәмәне» аңлата. Был һүҙҙе шулай уҡ әхлаҡи яҡтан матур нәмә тип тә аңларға була.

Алла хеҙмәтселәре илсе Паулдың Алла тарафынан рухландырылып яҙған бындай һүҙҙәренә етди ҡарай: «Һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ». «Һәр нәмә» тигән һүҙҙәр үҙ эсенә нимәне ала?

ЭСКЕ КӨРӘШ

Күпселек кеше һәр иртә, урамға сығыр алдынан, көҙгөгә ҡарай. Ни өсөн? Сөнки улар тышҡы ҡиәфәтенең мөмкин тиклем яҡшыраҡ булыуын теләй. Әммә матур сәс йәки заманса кейемдән күпкә мөһимерәк нәмә бар. Эске күңел донъябыҙ беҙҙе күркәмерәк йә иһә йәмһеҙерәк итә ала.

Алла Һүҙендә асыҡтан-асыҡ кешенең яуызлыҡ ҡылыуға әүәҫлеге бар тип әйтелә. «Кеше күңелендә яуызлыҡ тыумышынан уҡ була», — тип яҙылған Башланмыш 8:21-ҙә. Шуға күрә, намыҫлы булыр өсөн, беҙгә тыумыштан килгән гонаһлы теләктәр менән көрәшергә кәрәк. Илсе Паул гонаһ менән көрәшеүен бына нисек тасуирлаған: «Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора» (Римдарға 7:22, 23).

Йөрәгебеҙ беҙҙе берәй яуызлыҡ эшләргә этәргәндә һәм намыҫһыҙ эш итергә көслө теләк тыуғанда, беҙ йөрәк теләктәренә ҡолдарса буйһонорға тейеш түгел. Беҙҙең һәр ваҡыт һайлау ирегебеҙ бар. Дөрөҫ булмаған уйҙарҙы кире ҡаҡһаҡ, беҙ, тирә-яҡта хөкөм һөргән намыҫһыҙлыҡҡа ҡарамаҫтан, намыҫлы булып ҡала алырбыҙ.

КӨРӘШТӘ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?

Намыҫлы булыр өсөн беҙгә аныҡ әхлаҡи принциптар кәрәк. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үҙҙәренең әхлаҡи йөҙҙәре тураһында түгел, ә күберәк тышҡы ҡиәфәттәре тураһында уйлап ваҡыт уҙҙыра. Һөҙөмтәлә улар, үҙҙәренә файҙа килтергән нәмәләр тураһында һүҙ барғанда, ҙур булмаған намыҫһыҙлыҡты аҡларға әҙер. «Намыҫһыҙлыҡ хаҡында дөрөҫлөк» тигән китапта был турала бына нисек әйтелә: «Асылда, беҙ үҙ күҙебеҙҙә бер ни тиклем намыҫлы кеше булып ҡалырға рөхсәт иткән дәрәжәлә генә алдайбыҙ» («The Honest Truth About Dishonesty»). Әммә намыҫһыҙлыҡтың рөхсәт ителә торған дәрәжәһен — ғөмүмән ундай дәрәжә тураһында һүҙ алып барып булһа — билдәләргә ярҙам иткән берәй ышаныслы ҡалып бармы? Бәхеткә күрә, бар!

Бөтә донъя буйынса миллионлаған кеше ундай ҡалып — Изге Яҙма тип иҫәпләй. Изге Яҙма аныҡ әхлаҡи принциптарҙы үҙ эсенә ала (Зәбур 19:7). Был китапта ғаилә тормошона, эшкә, әхлаҡлылыҡҡа, рухилыҡҡа ҡағылышлы ышаныслы етәкселек бар. Ул — ваҡыт һынауын үткән китап. Изге Яҙмалағы ҡанундар һәм принциптар бөтә милләт һәм раса кешеләренә ҡулланырлыҡ. Изге Яҙманы өйрәнеү, унда яҙылғандар хаҡында уйланыу һәм ундағы кәңәштәрҙе тормошта ҡулланыу беҙгә йөрәгебеҙҙе намыҫлылыҡҡа өйрәтергә ярҙам итер.

Шулай ҙа, намыҫһыҙлыҡ менән көрәштә еңер өсөн, Изге Яҙманан теүәл белем алыу ғына аҙ. Беҙ бит үҙ нормаларын тағырға тырышҡан боҙоҡ донъяла йәшәйбеҙ. Шуға күрә беҙгә, доға ҡылып, Алланан ярҙам һәм көс һорарға кәрәк (Филиптарға 4:6, 7, 13). Шул саҡта дөрөҫ булғанды эшләр өсөн һәм һәр нәмәлә намыҫлы булыр өсөн ҡыйыулығыбыҙ булыр.

НАМЫҪЛЫЛЫҠ ӨСӨН ӘЖЕР

Беренсе мәҡәләлә әйтеп кителгән Хитоси, намыҫлы эшсе абруйына эйә булып, күп фатихалар урған. Хитосиҙың хәҙерге начальнигы уның намыҫлылығын ҡәҙерләй. «Намыҫымды саф килеш һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән эш таба алыуыма мин шул тиклем шатмын!» — ти Хитоси.

Башҡалар ҙа шундай уҡ тойғолар кисерә. Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу күптәргә файҙа килтергән. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫалға иғтибар итәйек.

  • Саф намыҫ

    «Ун өс йәшемдә мин, мәктәпте ташлап, уғрылар араһына барып индем. Миндә булғандарҙың барыһы тиерлек намыҫһыҙ юл менән килгән килем ине. Һуңыраҡ мин кейәүгә сыҡтым, һәм беҙ ирем менән Йәһүә Шаһиттары ярҙамында Изге Яҙманы өйрәнә башланыҡ. Беҙ Йәһүә * Алланың намыҫһыҙлыҡты күрә алмауы хаҡында белдек, һәм шул сәбәпле тормошобоҙҙо үҙгәртергә булдыҡ. 1990 йылда беҙ тормошобоҙҙо Аллаға бағышланыҡ һәм, һыуға сумдырылып, Йәһүә Шаһиттары булып киттек (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19).

    Элек йортом урланған әйберҙәр менән туп-тулы ине, хәҙер иһә барыһы ла үҙгәрҙе. Минең намыҫым саф. Элекке намыҫһыҙ тормошомдо иҫкә төшөргәндә, күңелем Йәһүәнең үҙемә күрһәткән шәфҡәтлеге өсөн рәхмәт тойғоһо менән тула» (Шерил, Ирландия).

    «Начальнигым, бер клиенттың ришүәтенән баш тартыуым тураһында белгәс: „Аллаң һине намыҫлы кеше булырға өйрәтә. Компаниябыҙҙа эшләүеңә бик шатмын!“ — тине. Мин бөтә эштәрҙә намыҫлы булырға тырышам, шуға күрә минең Йәһүә Алла алдында выжданым саф. Бынан тыш, ғаиләмде лә, башҡаларҙы ла намыҫлы булырға дәртләндерергә һүҙ иркем бар» (Сонни, Гонконг).

  • Йән тыныслығы

    «Мин халыҡ-ара банкта эшләйем. Был бизнеста йыш ҡына аҡса намыҫлылыҡтан мөһимерәк. „Әҙерәк алдау һиңә табыш килтерә һәм аҡсаңды һаҡсыл тотонорға ярҙам итә икән, уның ни насарлығы бар?“ — тип уйлай күптәр. Әммә, намыҫлы булып, мин йән тыныслығын һаҡлайым. Бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, мин намыҫлы булып ҡалырға тәүәккәл. Банк етәкселәре минең уларҙы һәм улар хаҡына алдамаясағымды белә» (Том, АҠШ).

  • Үҙ-үҙеңде хөрмәт итеү

    «Бүлексә етәксеһе мине юғалған тауарҙар тураһында дөрөҫөн әйтмәҫкә өгөтләне, әммә мин баш тарттым. Ҡараҡтар табылғас, начальнигым намыҫлылыҡ өсөн миңә рәхмәт белдерҙе. Намыҫһыҙ донъяла намыҫлы булып ҡалыр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. Ләкин, ахыр сиктә, намыҫлылыҡ башҡаларҙың ышанысын һәм хөрмәтен яуларға ярҙам итә» (Каори, Япония).

Саф намыҫ, йән тыныслығы һәм үҙ-үҙеңде хөрмәт итеү — намыҫлылыҡ өсөн әжер. Ысынлап та, намыҫлы булыр өсөн етди сәбәптәр бар. Һеҙ бының менән ризамы?

^ 18 абз. Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.