Уҡыусыларҙың һорауҙары
Мәсихсе, енәйәтсе һөжүм иткәндә үҙен яҡлар өсөн, ата торған ҡорал, мәҫәлән, пистолет йә мылтыҡ һаҡлай аламы?
Мәсихсе үҙен яҡлар өсөн ниндәйҙер һаҡлыҡ саралары күрә ала, әммә ул быны Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә алып эшләргә тейеш. Был принциптар буйынса, беҙ үҙебеҙҙе енәйәтсенән яҡлағанда пистолет, мылтыҡ һәм ата торған башҡа ҡоралдар ҡуллана алмайбыҙ. Әйҙәгеҙ, был принциптарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.
Йәһүә ҡарашында кеше ғүмере изге. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт Йәһүәнең «ғүмер шишмәһе» икәнен белгән (Зәб. 36:9). Шунлыҡтан, әгәр мәсихсе үҙ ғүмерен йә мөлкәтен һаҡлап ҡалыр өсөн ниндәйҙер саралар күрергә булһа, ул берәйһенең үлемендә ғәйепле булмаҫ өсөн көсөнән килгәндең барыһын да эшләргә тейеш (Ҡан. 22:8; Зәб. 51:14).
Теләһә ниндәй әйбер үлтереү ҡоралына әйләнә ала, шулай ҙа, яман ниәтегеҙ булмаһа ла, ата торған ҡорал ярҙамында кешене үлтереү бигерәк тә еңел *. Бынан тыш, былай ҙа ҡыҙып киткән енәйәтсе ҡулығыҙҙа атыу ҡоралын күрһә, моғайын, был хәлде тағы ла киҫкенләштерер, һәм һөҙөмтәлә берәйһе үлергә мөмкин.
Ғайса Мәсих ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә, үҙ шәкерттәренә ҡылыс алырға ҡушҡанда, уларға шул ҡылыс ярҙамында үҙ-үҙҙәрен яҡларға кәрәк булырын күҙ уңында тотмаған (Лука 22:36, 38). Киреһенсә, Ғайса, ҡылыс алырға ҡушып, уларға мөһим һабаҡ бирергә теләгән: хатта ҡоралланған халыҡ төркөмө һөжүм иткәндә лә көс ҡулланырға кәрәкмәй (Лука 22:52). Петр, ҡылыс менән иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уға һөжүм иткәс, Ғайса Петрға: «Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй!» — тигән. Шунан Ғайса уға бына нимә әйткән: «Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр!» (Мат. 26:51, 52). Был Ғайсаның шәкерттәре әлеге көнгә тиклем тотҡан төп принциптарҙың береһе.
Миҡай 4:3-тәге һүҙҙәр буйынса, Алла халҡы «ҡылыстарынан сүкеп — төрәндәр, һөңгөләренән баҡса бысаҡтары яһаған». Ысын мәсихселәрҙе айырып торған был үҙенсәлек Павелдың Алла тарафынан рухландырылып әйткән бындай һүҙҙәренә тап килә: «Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ... Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ» (Рим. 12:17, 18). Төрлө ҡурҡыныс хәлдәргә, шул иҫәптән «юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә» юлыҡҡанына ҡарамаҫтан, Павел үҙенең һүҙҙәре буйынса эш иткән һәм бер ҡасан да шәхси хәүефһеҙлеген Изге Яҙмалағы принциптарҙан өҫтөн ҡуймаған (2 Кор. 11:26). Бының урынына, ул Аллаға таянған һәм Алла Һүҙендәге «һуғыш ҡоралдарынан яҡшыраҡ» булған аҡыллы кәңәштәрҙе тотҡан (Вәғ. 9:18).
Мәсихселәр өсөн ғүмер матди әйберҙәрҙән күпкә ҡиммәтлерәк. «[Кеше] ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел» (Лука 12:15). Шуға күрә, мәсихсенең йыуаш һүҙҙәре ҡоралланған енәйәтсене туҡтатмаһа, Ғайса әйтеп биргән бындай принцип буйынса эш итергә кәрәк: «Үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма». Тимәк, беҙгә, бәлки, енәйәтсе һораған бөтә нәмәне бирергә кәрәк булыр * (Матф. 5:39, 40; Лука 6:29). Әлбиттә, иң яҡшыһы — ҡурҡыныс хәлде булдырмау. Байлыҡ менән маҡтанмаһаҡ һәм күршеләребеҙ араһында тыныслыҡ һөйөүсе Йәһүә шаһиттары кеүек билдәле булһаҡ, үҙебеҙгә һөжүм итеү ҡурҡынысын кәметә алабыҙ (1 Яхъя 2:16; Ғиб. һүҙ. 18:10).
Мәсихселәр башҡаларҙың хистәренә хөрмәт менән ҡарай (Рим. 14:21). Башҡалар мәсихсенең, енәйәтсе һөжүм иткәндә үҙен яҡлар өсөн, ата торған ҡорал һаҡлағанын белеп ҡалһа, был йыйылыштың ҡайһы бер ағзаларын шаҡ ҡатырырға йә хатта улар өсөн абыныу ташы булырға мөмкин. Яратыу беҙҙе, хатта хаҡыбыҙ булған нәмәләрҙән баш тартырға тура килгәндә лә, беренсе сиратта үҙебеҙ хаҡында түгел, ә башҡалар хаҡында уйларға дәртләндерә (1 Кор. 10:32, 33; 13:4, 5).
Мәсихселәр өлгөлө булырға тырыша (2 Кор. 4:2; 1 Пет. 5:2, 3). Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәш алғандан һуң да, үҙен енәйәтселәрҙән яҡлар өсөн, атыу ҡоралын һаҡлаған мәсихсе өлгөлө тип һаналмай. Шунлыҡтан ул йыйылышта яуаплы вазифалар башҡарыусыға ҡуйылған талаптарға тура килмәй. Донъяуи эшендә атыу ҡоралын йөрөткән мәсихсегә шул уҡ принцип ҡулланыла. Ундай мәсихсегә икенсе эш эҙләү яҡшыраҡ булыр *.
Әлбиттә, мәсихсе үҙ-үҙен, ғаиләһен йә мөлкәтен нисек яҡлаясағын, шулай уҡ ниндәй эшкә урынлашасағын башлыса үҙе хәл итә. Шулай ҙа, был һорауҙарға бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә алырға кәрәк, сөнки улар Алланың зирәклеген һәм уның беҙгә ҡарата яратыуын сағылдыра. Рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихселәр, был принциптарҙы хөрмәт иткәнгә, үҙҙәрен енәйәтселәрҙән яҡлар өсөн ата торған ҡорал һаҡламаҫ. Улар шуны белә: Аллаға таянған һәм Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш иткән кешеләр киләсәктә именлектә һәм хәүефһеҙлектә йәшәйәсәк (Зәб. 97:10; Ғиб. һүҙ. 1:33; 2:6, 7).
^ 3 абз. Мәсихсе, аҙыҡ табыр өсөн һунар итергә йә үҙен ҡырағай хайуандарҙан яҡларға тип, үҙендә ата торған ҡорал (мәҫәлән, мылтыҡ йә винтовка) һаҡлай ала. Ләкин ҡорал ҡулланылмағанда, уны зарядһыҙланған йә хатта һүтелгән килеш йоҙаҡ аҫтында һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Ҡорал ҡулланыуҙы тыйған йә уны һаҡлауға сикләмә ҡуйған илдәрҙә мәсихселәр законға буйһонорға тейеш (Рим. 13:1).
^ 2 абз. Көсләүсенең ҡорбанына нисек әйләнмәҫкә икәне хаҡында 1993 йылдың 8 апрель һанындағы «Уянығыҙ» журналында (урыҫ) «Быны нисек булдырмаҫҡа?» тигән мәҡәләлә яҙылған ине.
^ 4 абз. Атыу ҡоралын йөрөтөүҙе талап иткән эшкә ризалашырғамы, юҡмы икәне хаҡында күберәк мәғлүмәт табыр өсөн, 2005 йылдың 1 ноябрь һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 31-се битен һәм 1984 йылдың 1 февраль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 18—19-сы биттәрен ҡарағыҙ.