Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Эден баҡсаһындағы ваҡиғалар беҙгә нисек ҡағыла?

Эден баҡсаһындағы ваҡиғалар беҙгә нисек ҡағыла?

Эден баҡсаһындағы ваҡиғалар беҙгә нисек ҡағыла?

ҠАЙҺЫ бер белгестәр, Эден баҡсаһындағы ваҡиғалар Изге Яҙманың башҡа китаптарында иҫкә лә алынмай, тип бөтөнләй туҙға яҙмаған хәбәр һөйләй. Мәҫәлән, диндәрҙе өйрәнеү буйынса профессор Пол Моррис: «Эден тураһында Изге Яҙманың бер урынында ла туранан-тура әйтелмәй», — тип яҙа. Уның был һүҙҙәре ҡайһы бер «эксперттарға», бәлки, бик тә оҡшайҙыр, әммә улар факттарға асыҡтан-асыҡ ҡаршы килә.

Ысынында иһә Изге Яҙмала Эден баҡсаһы, Әҙәм, Һауа һәм йылан * хаҡында күп тапҡырҙар иҫкә алына. Әммә дини етәкселәр һәм Изге Яҙманы тәнҡитләүселәр юғарыла әйтелгән белгес менән сағыштырғанда күпкә ҙурыраҡ һәм етдиерәк хата яһай. Асылда, Эден хаҡында Башланмышта яҙылғандарҙы инҡар итеп, улар тулайым алғанда Изге Яҙманың үҙенә ҡаршы сыға.

Эденда булған ваҡиғаларға төшөнөү бар Яҙманы аңлауға асҡыс булып тора. Алла Һүҙендә иң мөһим һәм иң ҡатмарлы һорауҙарға яуаптар бар. Шул яуаптар Эден баҡсаһында булған ваҡиғалар менән бик тығыҙ бәйле. Бер нисә миҫал ҡарап китәйек.

Ни өсөн беҙ ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ? Әгәр Әҙәм менән Һауа Йәһүәгә тыңлаусан булһа, мәңге йәшәй алыр ине. Улар Аллаға ҡаршы сыҡһа ғына үлер ине. Фетнә күтәргәс, Әҙәм менән Һауа ҡартая башлаған һәм ахыр сиктә үлгән (Башланмыш 2:16, 17; 3:19). Камиллыҡты юғалтыуы арҡаһында улар үҙ тоҡомдарына мираҫ итеп тик гонаһ һәм камилһыҙлыҡ ҡына ҡалдыра алған. Ошо хаҡта Инжилдә былай тип уҡыйбыҙ: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12).

Ни өсөн Алла яуызлыҡҡа юл ҡуя? Шайтан Эден баҡсаһында Алланы ялғансы тип атаған һәм, ул үҙе бар иткән заттарҙан бик яҡшы бер нәмәне йәшерә, тип ғәйепләгән (Башланмыш 3:3—5). Шул рәүешле ул Йәһүәнең хакимлыҡ итеү хоҡуғын шик аҫтына алған. Әҙәм менән Һауа иһә Шайтан яғына баҫҡан. Һөҙөмтәлә, улар ҙа Йәһүәнең идара итеү хоҡуғын кире ҡаҡҡан һәм нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙҙәре билдәләп йәшәргә хәл иткән. Йәһүә камил ғәҙеллек һәм зирәклеккә эйә. Был мәсьәләне тейешле рәүештә хәл итеүҙең берҙән-бер дөрөҫ юлы кешеләргә үҙҙәренә идара итеү формаларын булдырырға етерлек ваҡыт биреү икәнен Йәһүә яҡшы аңлаған. Боҙоҡлоҡ бөтә донъяға тарала башлаған, әлбиттә, быға Шайтан ҙур өлөш индергән. Кешеләрҙең үҙ-үҙҙәре менән идара итергә һәләтһеҙ икәне һәм Алланан башҡа йәшәй алмауы ваҡыт үткән һайын асығыраҡ күренгән (Иремия 10:23).

Алланың ергә ҡарата ниәте ниндәй? Йәһүәнең ниәте буйынса, бөтә ер шары, Эден баҡсаһы кеүек, гүзәллеккә күмелергә тейеш булған. Был ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн, Алла Әҙәм менән Һауаға балалар табып ерҙе тултырырға, күмәкләшеп ерҙе эшкәртеп, планетаны тулыһынса Эден баҡсаһы кеүек итергә ҡушҡан (Башланмыш 1:28). Алла ерҙәге ожмахта Әҙәм менән Һауа тоҡомдарынан торған татыу ғаилә йәшәүен теләгән. Изге Яҙманың күп өлөшө Алланың ошо ниәтен нисек итеп тормошҡа ашырасағына арналған да инде.

Ни өсөн Ғайса ергә килгән? Эден баҡсаһындағы фетнә өсөн Әҙәм менән Һауа үлемгә хөкөм ителгән, һәм үлем уларҙың тоҡомдарына ла күскән. Алла кешеләрҙе ярата, шуға ла ул беҙгә өмөт биргән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләрҙе аяныс хәлдән йолоп алыр өсөн, ул ергә үҙенең Улын ебәргән (Матфей 20:28). Әммә һүҙ ниндәй йолом хаҡында бара? Изге Яҙмала «һуңғы Әҙәм» тип аталған Ғайса тәүге Әҙәм булдыра алмағанды башҡарып сыҡҡан. Ғайса Йәһүәгә тыңлаусан булған һәм камиллығын ахырға тиклем һаҡлап ҡалған. Ул үҙ ғүмерен теләп ҡорбан иткән, шул арҡала бөтә тоғро кешеләргә лә гонаһтары кисерелеү һәм мәңге йәшәү өсөн юл асыла. Улар, Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғанға тиклем ниндәй шарттарҙа йәшәгән булһа, шундай шарттарҙа йәшәү мөмкинлегенә эйә була ала (1 Коринфтарға 15:22, 45; Яхъя 3:16). Шулай итеп Ғайса Йәһүәнең ерҙе Эден баҡсаһы кеүек ожмахҡа әйләндереү ниәтенең һис шикһеҙ үтәләсәгенә ныҡлы нигеҙ һалған.

Алланың ниәте томанлы бер теория йәки аңлашылмаған теологик идея түгел. Ул ысынбарлыҡ. Ерҙә ҡасандыр ысынлап та Эден баҡсаһы булғанына, унда йәнлектәр һәм кешеләр йәшәгәненә шикләнер өсөн бер сәбәп тә булмаған кеүек үк, тиҙҙән Алланың ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәгенә лә ышанмаҫҡа сәбәп юҡ. Ожмах һеҙҙең дә киләсәгегеҙ булырмы? Был күбеһенсә үҙегеҙҙән тора. Алла мөмкин тиклем күберәк кешенең шундай тормошта йәшәүен теләй. Был хатта әлегә Алла нормалары буйынса йәшәмәгән кешеләргә лә ҡағыла (1 Тимофейға 2:3, 4).

Ғайса бағанала үлер алдынан Алла әмерҙәренә буйһонмай йәшәгән бер кеше менән һөйләшкән. Ул кеше енәйәтсе булған һәм үҙенең үлемгә лайыҡ икәнен белгән. Шулай ҙа ул, йыуаныс һәм өмөт биреүен һорап, Ғайсаға өндәшкән. Ғайса уға нимә тип әйткән? «Минең менән бергә ожмахта булырһың», — тигән (Лука 23:43). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Ғайса элекке енәйәтсенең терелеүен һәм мәңге йәшәү мөмкинлегенә эйә булыуын теләгән. Ул һеҙҙе лә шунда күрергә теләмәйме ни? Һис шикһеҙ, теләй! Быны уның Атаһы ла теләй! Әгәр ожмахта йәшәгегеҙ килә икән, Эден баҡсаһын булдырған Алла хаҡында белем алыр өсөн барыһын да эшләгеҙ.

[Төшөрмә]

^ Миҫал өсөн, ошо аяттарҙы ҡарағыҙ: Башланмыш 13:10; Ҡанун 32:8; 2 Самуил 7:14; 1 Йылъяҙма 1:1; Ишағыя 51:3; Йәзәкил 28:13; 31:8, 9; Лука 3:38; Римдарға 5:12—14; 1 Коринфтарға 15:22, 45; 2 Коринфтарға 11:3; 1 Тимофейға 2:13, 14; Йәһүҙә 14 һәм Асылыш 12:9.

[Рамка/​Иллюстрациялар]

БӨТӘ ИЗГЕ ЯҘМАНЫ БЕРЛӘШТЕРГӘН ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК

«Һинең [йылан] менән ҡатын араһына дошманлыҡ һалам Мин; балаларығыҙ ҙа бер-береһенә дошман булыр, ҡатындың улы башыңды гел иҙер, ә һин сағырһың уның аяғын» (Башланмыш 3:15).

Изге Яҙмалағы ошо иң беренсе пәйғәмбәрлекте Эден баҡсаһында Алла үҙе әйткән. Ҡатын һәм уның тоҡомо (балалары) кемдәрҙе символлаштыра? Йылан һәм уның тоҡомо (балалары) кемдәрҙе аңлата? Бында ниндәй «дошманлыҡ» хаҡында әйтелә?

ЙЫЛАН

Шайтан Иблис (Асылыш 12:9).

ҠАТЫН

Йәһүә Алланың рухи заттарҙан торған күктәге ойошмаһы (Галаттарға 4:26, 27). Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә, «ҡатын» рухи халыҡ тыуҙырасаҡ (Ишағыя 54:1; 66:8).

ЙЫЛАН БАЛАЛАРЫ

Шайтандың ихтыярын үтәүселәр (Яхъя 8:44).

ҠАТЫНДЫҢ БАЛАЛАРЫ

Тәү сиратта Ғайса. Ул Йәһүә ойошмаһының күктәге өлөшөнә ҡарай. «Ҡатындың балаларына» шулай уҡ Ғайса менән бергә күктә идара иткән уның рухи ҡәрҙәштәре лә инә. Рух менән майланған был мәсихселәр рухи халыҡты — «Алла Израилен» тәшкил итә (Галаттарға 3:16, 29; 6:16; Башланмыш 22:18).

ҮКСӘҺЕНӘН САҒЫУ

Мәсихкә килтерелгән ҙур зыян, әммә ул зыян төҙәтә алмаҫлыҡ булмаған. Ғайса ерҙә булғанда, Шайтан уны үлтергән, әммә Ғайса терелтелгән.

БАШЫН ЯРЫУ

Шайтанға килтереләсәк үлемесле зыян. Ғайса Шайтанды мәңгегә юҡ итәсәк. Шуға ҡәҙәр Ғайса Эден баҡсаһында башланған яуызлыҡты бөтөрәсәк (1 Яхъя 3:8; Асылыш 20:10).

[Иллюстрация]

Әҙәм менән Һауа үҙ гонаһының әсе емештәрен татыған