Илселәрҙең эштәре 22:1—30
22 «Атайҙар һәм ағай-эне, тыңлағыҙ әле, үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйткем килә».
2 Уның еврейса һөйләшкәнен ишеткәс, улар тағы ла нығыраҡ тынып ҡалды. Шунда Пауыл былай тине:
3 «Мин еврей, Киликиәләге Тарс ҡалаһында тыуғанмын, ә белемде ошо ҡалала, Йәрүсәлимдә, Ғәмәлиилдең үҙенән* алдым. Мин ата-бабаларҙың Ҡанунын теүәл үтәргә өйрәтелдем һәм, һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға ашҡынып хеҙмәт иттем.
4 Мин ошо Юлдан* барыусыларҙы эҙәрләп, үлемдәренә сәбәпсе булдым, ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла ҡулға алып, төрмәгә ташланым.
5 Быны баш рухани һәм Кәңәшмәнең бөтә аҡһаҡалдары раҫлай ала. Уларҙан мин Дамаскылағы еврейҙарға яҙылған хаттар алдым һәм, унда ла ошо Юлдан* барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тартыр өсөн Йәрүсәлимгә килтерергә тип, Дамаскыға киттем.
6 Ләкин Дамаскыға етеп килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән төшкән сағыу яҡтылыҡ тирә-яғымды яҡтыртып ебәрҙе.
7 Мин ергә йығылдым һәм: „Шауыл, Шауыл, ниңә һин мине эҙәрләйһең?“ — тигән тауыш ишеттем.
8 Мин: „Әфәндем, һин кем?“ — тип һораным. „Һин эҙәрләгән Назаралы Ғайса“, — тип яуап бирҙе ул.
9 Юлдаштарым, яҡтылыҡты күрһәләр ҙә, минең менән һөйләшкән тауышты ишетмәнеләр.
10 Шунда мин: „Әфәндем, миңә нимә эшләргә?“ — тип һораным. „Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтерҙәр“, — тине ул.
11 Әммә сағыу яҡтылыҡтан мин һуҡырайҙым, шуға юлдаштарым мине Дамаскыға етәкләп алып барҙылар.
12 Унда диндар, Ҡанунға тоғро Ханания исемле бер кеше йәшәй ине. Уны Дамаскылағы бөтә еврейҙар хөрмәт итә ине.
13 Ул яныма килеп: „Шауыл, ҡәрҙәшем, күҙҙәрең асылһын“, — тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды, һәм мин уны күрҙем.
14 Ханания былай тине: „Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һине һайлап алды. Ул быны һин уның ихтыярын белһен һәм тәҡүә затты күреп, уның тауышын ишетһен өсөн эшләне,
15 сөнки һин уның шаһиты булырһың һәм барыһына ла күргән-ишеткәндәреңде һөйләрһең.
16 Шуға ниңә оҙаҡҡа һуҙырға? Тор ҙа һыуға сумдырыл. Алла гонаһтарыңды кисерһен өсөн, Ғайсаның исеменә ышан“.
17 Йәрүсәлимгә ҡайтып, ғибәҙәтханала доға ҡылып торғанда, миңә илаһи күренеш бирелде.
18 Күренештә Хужам миңә: „Тиҙерәк бул, Йәрүсәлимдән йәһәтерәк кит, сөнки бында минең туралағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр“, — тине.
19 Шул саҡ мин әйттем: „Улар һиңә ышанғандарҙы төрмәгә ултыртҡанымды һәм синагогаларҙа туҡмағанымды яҡшы белә.
20 Шаһитың Стифәндең ҡаны ҡойолғанда ла, мин уның үлтерелеүен хуплап һәм үлтереүселәрҙең өҫ кейемдәрен һаҡлап, шунда торҙом“.
21 Әммә ул миңә: „Бар, мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтарға ебәрәм“, — тине».
22 Халыҡ Пауылды тыңлап торҙо, әммә уның ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, барыһы ла: «Был кешене ер йөҙөнән юҡ итегеҙ! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел!» — тип ҡысҡыра башланы.
23 Улар аҡыра-аҡыра өҫ кейемдәрен сисеп төрлө яҡҡа ташланылар һәм һауаға туҙан ырғыттылар.
24 Мең башы Пауылды ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына алып барып ҡамсыларға һәм, еврейҙарҙың ни өсөн уның үлемен талап иткәнен асыҡлар өсөн, унан һорау алырға бойорҙо.
25 Ләкин Пауылды ҡамсылар өсөн бәйләгәс, ул янында торған йөҙ башынан: «Һеҙҙең Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға хаҡығыҙ бармы ни?» — тип һораны.
26 Быны ишеткәс, йөҙ башы мең башына барып: «Һин нимә эшләйһең? Ул бит Рим гражданы», — тине.
27 Шунда мең башы Пауыл янына килеп: «Әйт әле, һин ысынлап та Рим гражданымы?» — тип һораны. «Эйе», — тип яуап бирҙе Пауыл.
28 Мең башы: «Мин был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым», — тигәс, Пауыл: «Ә мин тыумыштан Рим гражданы», — тине.
29 Пауылдан һорау алырға йыйынған ғәскәриҙәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте. Ә мең башы Рим гражданын сылбыр менән бығаулағаны өсөн ҡурҡыуға төштө.
30 Киләһе көндө, еврейҙарҙың Пауылды нимәлә ғәйепләгәнен асыҡларға теләп, мең башы уның сылбырҙарын систерҙе лә өлкән руханиҙар менән Юғары кәңәшмә ағзаларының барыһына ла йыйылырға ҡушты. Шунан ул Пауылды улар алдына килтереп баҫтырҙы.
Төшөрмәләр
^ Һүҙмә-һүҙ «Ғәмәлиилдең аяҡ осонда».
^ Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.
^ Мәсихселәр ышанған тәғлимәттәр һәм уларҙың йәшәү рәүеше күҙ уңында тотола.