Матфай яҙған 20:1—34
20 Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһында эшләтергә эшселәр ялларға сыҡҡан хужаға оҡшаш.
2 Эшселәр менән көнөнә бер динарға* һөйләшкәс, хужа уларҙы үҙенең йөҙөм баҡсаһына ебәргән.
3 Иртәнге туғыҙҙа* тағы сығып, ул баҙар майҙанында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күргән.
4 Ул уларға: „Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ, мин һеҙгә тейешенсә түләрмен“, — тигән.
5 Улар киткән. Көндөҙгө сәғәт ун икелә һәм өстә* хужа йәнә сығып, эшселәр яллаған.
6 Ахырҙа киске биштә* сығып, ул башҡа эшселәрҙе күреп ҡалған да уларҙан: „Нишләп бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?“ — тип һораған.
7 Улар: „Беҙҙе бер кем дә ялламаны“, — тип яуап биргән. „Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ“, — тигән хужа.
8 Кис еткәс, йөҙөм баҡсаһының хужаһы үҙ хужалығының башлығына: „Эшселәрҙе саҡырып ал да һуңғыларынан башлап беренселәренә тиклем эш хаҡын түлә“, — тигән.
9 Киске биштән алып эшләгән кешеләр килгәс, һәр береһенә берәр динар аҡса бирелгән.
10 Шуға күрә беренселәре, күберәк алырбыҙ, тип уйлаған. Әммә уларға ла берәр динар аҡса түләгәндәр.
11 Эш хаҡын алғас, улар хужаға зарлана башлаған:
12 „Ахырҙа килгән эшселәр бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙгә — көнө буйы эҫелә ауыр эшләгәндәргә тиңләнең“.
13 Әммә хужа уларҙың береһенә былай тигән: „Дуҫ, мин һинең менән ғәҙелһеҙ эш итмәйем. Һин минең менән бер динарға һөйләштең түгелме ни?
14 Үҙеңдекен ал да юлыңда бул. Ә ахырҙа килгән эшселәргә мин һиңә биргән хәтлем бирергә теләйем.
15 Үҙ аҡсамды үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә һин минең йомартлығым* арҡаһында көнләшәһеңме*?“
16 Шулай итеп, аҙаҡҡылар — беренсе, ә беренселәр аҙаҡҡы булыр».
17 Йәрүсәлимгә барышлай, Ғайса 12 шәкертен ситкәрәк алып китеп, былай тине:
18 «Беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ, унда Әҙәм Улы өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тапшырылыр. Улар уны үлемгә хөкөм итеп,
19 башҡа халыҡ кешеләренә тапшырыр. Тегеләре унан мыҫҡыллап көлөр, ҡамсылар һәм бағанала язалап үлтерер. Әммә өсөнсө көнгә ул терелеп торор».
20 Шунан һуң Ғайса янына үҙенең ике улы менән Зәбәҙәйҙең ҡатыны килде лә, ниҙер һорарға теләп, уның алдына тубыҡланды.
21 Ғайса: «Һиңә нимә кәрәк һуң?» — тип һораны. Ул яуапланы: «Үҙеңдең Батшалығыңда улдарымдың береһен — уң яғыңа, икенсеһен һул яғыңа ултыртырға һүҙ бирһәң ине».
22 Ғайса былай тине: «Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы белмәйһегеҙ. Мин эсәсәк касанан эсә алаһығыҙмы?» «Эсә алабыҙ», — тип яуапланы улар.
23 Ул әйтте: «Минең касамдан эсерһегеҙ, әммә кем уң яғымда, кем һул яғымда ултырырын мин хәл итмәйем. Был урындарҙы Атайым кем өсөн әҙерләгән, унда шулар ултырыр».
24 Башҡа 10 шәкерт, был хаҡта ишеткәс, Яҡуп менән Яхъяға бик асыуланды.
25 Әммә Ғайса уларҙың бөтәһен дә үҙенә саҡырып алып, былай тине: «Һеҙ беләһегеҙ: идарасылар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, һәм бөйөк кешеләр уларҙы буйһондороп тота.
26 Ә һеҙҙең арала улай булырға тейеш түгел, ләкин арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул һеҙгә хеҙмәтсе булһын,
27 кем арағыҙҙа беренсе булырға теләй, шул һеҙгә ҡол булһын.
28 Әҙәм Улы ла бит үҙенә хеҙмәт итһендәр тип түгел, ә башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙ ғүмерен күптәр өсөн йолом итеп бирергә килде».
29 Йәрихәнән сығып килгәндә, Ғайсаның артынан күп халыҡ эйәреп барҙы.
30 Ә юл ситендә ике һуҡыр кеше ултыра ине. Ғайсаның үтеп барғанын ишетеп, улар: «Хужабыҙ, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булсы!» — тип ҡысҡыра башланы.
31 Кешеләр уларҙы шелтәләп, тыйырға маташты, ләкин тегеләр: «Хужабыҙ, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булсы!» — тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырырға тотондо.
32 Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: «Һеҙҙең өсөн нимә эшләргә?» — тип һораны.
33 «Хужабыҙ, күҙҙәребеҙ күрһен ине», — тине улар.
34 Ғайса, йәлләп, уларҙың күҙҙәренә ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланы һәм уның артынан китте.
Төшөрмәләр
^ Динар — 3,85 грамлыҡ Рим көмөш тәңкәһе.
^ Һүҙмә-һүҙ «өсөнсө сәғәт тирәһендә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
^ Һүҙмә-һүҙ «алтынсы һәм туғыҙынсы сәғәт тирәһендә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
^ Һүҙмә-һүҙ «ун беренсе сәғәт тирәһендә (ҡояш сыҡҡандан алып)».
^ Һүҙмә-һүҙ «яҡшы, игелекле булыуым».
^ Һүҙмә-һүҙ «күҙең яуызмы».