Матфай яҙған 24:1—51
24 Ғайса ғибәҙәтхананан сығып барғанда, уның янына иғтибарын ғибәҙәтхана биналарына йүнәлтмәксе булып шәкерттәре килде.
2 Ул иһә уларға: «Быларҙың барыһын да күрәһегеҙме? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында таш өҫтөндә таш ҡалмаҫ, бөтә нәмә емерелер», — тине.
3 Ул Зәйтүн тауында ултырғанда, эргәһенә шәкерттәре килеп: «Әйтсе, был ҡасан булыр һәм һинең килеү осороңдоң*, шулай уҡ был заман* аҙағының билдәһе ниндәй булыр?» — тип һораны.
4 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе юлдан яҙҙырмаһындар,
5 сөнки күптәр мин булып* килер һәм, үҙҙәрен Мәсих тип атап, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.
6 Һеҙ төрлө ерҙәрҙәге һуғыштар хаҡында ишетерһегеҙ. Ҡурҡмағыҙ, быларҙың һәммәһе лә булырға тейеш, әммә был әле замандың ахыры түгел.
7 Халыҡ — халыҡҡа, батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итер, төрлө урындарҙа аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр.
8 Быларҙың бөтәһе лә — бәләләрҙең* башы ғына.
9 Ул ваҡытта һеҙҙе эҙәрләрҙәр һәм үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе минең исемем арҡаһында нәфрәт итер.
10 Шул саҡта күптәр имандан яҙып, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен күрә алмаҫ.
11 Күп ялған пәйғәмбәрҙәр килеп сығыр һәм күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.
12 Законһыҙлыҡ артҡанға, күпселек кешенең һөйөүе һыуыныр.
13 Әммә аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
14 Бар халыҡтар ҙа ишетһен өсөн*, Батшалыҡ хаҡындағы был һөйөнөслө хәбәр бөтә ер йөҙө буйлап вәғәзләнер, шунан һуң был замандың ахыры килер.
15 Шуға күрә һеҙ Даниял пәйғәмбәр әйткән һәләкәт килтереүсе ерәнгес нәмәнең изге урында торғанын күргәс (уҡыған кеше* аңлаһын),
16 Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.
17 Өй башындағы кеше, әйберҙәрен алырға тип, өйөнә кермәһен.
18 Баҫыуҙағы кеше, өҫ кейемен алырға тип, өйөнә ҡайтмаһын.
19 Ауырлы булған һәм бала имеҙгән ҡатындарға ул көндәрҙә шул тиклем ауыр булыр!
20 Ҡышҡыһын йә шәмбе көнө ҡасырға тура килмәһен тип, доға ҡылығыҙ,
21 сөнки ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бүтән бер ҡасан да булмаясаҡ бөйөк афәт килер.
22 Әгәр ул ваҡыт* ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә ҡотолмаҫ ине, ләкин һайлап алынғандар хаҡына ул ваҡыт ҡыҫҡартылыр.
23 Әгәр һеҙгә ул саҡта „Мәсих бында“ йә „ул тегендә“ тип әйтһәләр, ышанмағыҙ.
24 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр килеп сығып, хатта һайлап алынғандарҙы ла юлдан яҙҙырыр өсөн, бөйөк билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
25 Мин һеҙҙе был турала алдан киҫәтеп ҡуям.
26 Шуның өсөн, әгәр һеҙгә „ул сүлдә“ тиһәләр, унда бармағыҙ йәки „ул йәшерен урында“ тиһәләр, ышанмағыҙ.
27 Сөнки Әҙәм Улының килеү осоро* көнсығыштан көнбайышҡа тиклем яҡтыртҡан йәшен кеүек булыр.
28 Мәйет ҡайҙа булһа, бөркөттәр шунда йыйылыр.
29 Ул көндәрҙәге афәт үтеү менән ҡояш ҡараңғыланыр, ай яҡтыртмаҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр.
30 Шул саҡта күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм бөтә халыҡтар* ҡайғырып илар*. Улар болоттар өҫтөнән ҡөҙрәт һәм бөйөк дан менән килә ятҡан Әҙәм Улын күрер.
31 Көслө борғо тауышы яңғырар, һәм Әҙәм Улы үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар донъяның дүрт яғынан, күктең бер ситенән алып икенсе ситенә тиклем, һайлап алынғандарҙы йыйыр.
32 Инжир ағасына ҡарап, һабаҡ алығыҙ. Уның йомшаҡ йәш ботаҡтарының япраҡ яра башлағанын күргәс, һеҙ йәй яҡын икәнен аңлайһығыҙ.
33 Тап шуның шикелле, быларҙың барыһын күргәс, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә икәнен белегеҙ.
34 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был быуын үтеп тә өлгөрмәҫ, быларҙың барыһы тормошҡа ашыр.
35 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаҫ.
36 Ул көндөң һәм сәғәттең ҡасан килерен бер кем дә белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Быны тик Ата ғына белә.
37 Әммә Нух көндәрендә нисек булған булһа, Әҙәм Улының килеү осоронда* ла шулай булыр.
38 Ул көндәрҙә, Туфан баҫҡанға тиклем, кешеләр ашағандар һәм эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған.
39 Туфан башланып, бөтөнөһөн дә юҡ иткәнгә хәтлем, улар булып ятҡан хәлдәргә иғтибар итмәгән. Әҙәм Улының килеү осоронда ла шулай булыр.
40 Ул ваҡытта ике кеше баҫыуҙа булыр: береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
41 Ике ҡатын бер ҡул тирмәнендә ашлыҡ тартыр: береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
42 Шуға күрә уяу булығыҙ, Хужағыҙҙың ҡайһы көндә килерен белмәйһегеҙ бит.
43 Уйлап алығыҙ: әгәр йорт хужаһы, ҡараҡтың ҡасан* килерен белгән булһа, йоҡламаҫ ине һәм уға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.
44 Шунлыҡтан һеҙ ҙә әҙер булығыҙ, сөнки Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
45 Хужа, үҙ өйөндәге хеҙмәтселәренә* ваҡытында аҙыҡ өләшер өсөн, улар өҫтөнән ҡуйған тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе кем һуң?
46 Хужаһы, ҡайтҡас, уның шулай эшләүен күрһә, ул хеҙмәтсе бәхетле!
47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа уны бөтә мөлкәте өҫтөнән ҡуйыр.
48 Әммә ул хеҙмәтсе яуыз булып сыҡһа һәм, хужам тотҡарлана тип уйлап,
49 башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә,
50 хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә
51 уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр янына ырғытыр. Унда ул үкереп илар һәм тештәрен шығырлатыр.
Төшөрмәләр
^ Һүҙлектә «Был замандың һуңғы көндәре» тигән мәҡәләне ҡ.
^ Йәки «минең исемемде ҡулланып».
^ Һүҙмә-һүҙ «тулғаҡ тотоуҙың».
^ Һүҙмә-һүҙ «шаһитлыҡ алһын өсөн».
^ Йәғни Данил пәйғәмбәрлеген уҡыған кеше.
^ Һүҙмә-һүҙ «ул көндәр».
^ Һүҙмә-һүҙ «ерҙәге бөтә ҡәбиләләр».
^ Һүҙмә-һүҙ «ҡайғырып күкрәктәренә һуғыр».
^ Йәки «төндөң ҡайһы мәлендә». Һүҙмә-һүҙ «ниндәй һаҡта».
^ Йәки «өйөндәгеләренә».