1 Яхъя 2:1—29
2 Һөйөклө балаларым, мин быларҙы һеҙ һис ниндәй гонаһ ҡылмаһын өсөн яҙам. Ә инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Атабыҙ янында ярҙамсыбыҙ* — тәҡүә Ғайса Мәсих бар.
2 Ул — беҙҙе Алла менән татыулаштырыусы* ҡорбан. Был ҡорбан беҙҙең генә түгел, ә бөтә донъяның гонаһтары өсөн бирелде.
3 Уны танып белеүебеҙҙе бына нисек аңлай алабыҙ: әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уны беләбеҙ.
4 Кем: «Мин Алланы беләм», — тип әйтә, ләкин уның әмерҙәрен үтәмәй, шул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ.
5 Ә уның һүҙен үтәгән кешелә Алланы яратыу ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән. Әгәр беҙ ҙә шулай эш итһәк, уның менән берҙәмлектә икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.
6 «Мин уның менән берҙәмлектә», — тип әйткән кеше Ғайса эш иткән кеүек эш итергә тейеш.
7 Ҡәҙерлеләрем, мин һеҙгә яңы әмер тураһында түгел, ә һеҙҙә баштан уҡ булған элекке әмер хаҡында яҙам. Был элекке әмер — һеҙ ишеткән һүҙ ул.
8 Шулай ҙа мин уның хаҡында яңы әмер хаҡында яҙғандай яҙам. Уны Ғайса ла үтәне, һеҙ ҙә үтәп йәшәйһегеҙ, сөнки ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ инде балҡый.
9 Берәйһе: «Мин яҡтылыҡта», — тиеп тә, ҡәрҙәшен күрә алмай икән, ул әле һаман да ҡараңғылыҡта.
10 Ҡәрҙәшен яратҡан кеше яҡтылыҡта ҡала, уны һис нәмә абындырмай.
11 Ә ҡәрҙәшен күрә алмаған кеше — ҡараңғылыҡта. Ул ҡараңғылыҡта йөрөй һәм ҡайҙа барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.
12 Һөйөклө балаларым, һеҙгә яҙам, сөнки гонаһтарығыҙ уның* исеме хаҡына кисерелде.
13 Атайҙар, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ баштан уҡ булған затты беләһегеҙ. Егеттәр, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ Иблисте* еңдегеҙ. Һөйөклө балаларым, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ Атабыҙҙы беләһегеҙ.
14 Атайҙар, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ баштан уҡ булған затты беләһегеҙ. Егеттәр, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙ көслө, Алла һүҙен күңелегеҙҙә һаҡлайһығыҙ һәм Иблисте* еңдегеҙ.
15 Донъяны һәм донъялағы нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратыусы Атаны яратмай,
16 сөнки донъяла булған бөтә нәмә: тән теләктәре*, күҙ теләктәре һәм мал-мөлкәт менән маҡтаныу* — Атанан түгел, ә донъянан.
17 Был донъя һәм уның теләктәре юҡ булыр, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәр.
18 Һөйөклө балаларым, һуңғы сәғәт килеп етте. Һеҙ Мәсих дошманының килере хаҡында ишеттегеҙ, хатта хәҙер ҙә Мәсихтең күп дошмандары хасил булды. Шуға күрә беҙ һуңғы сәғәт килеп еткәнен беләбеҙ.
19 Улар беҙҙең арала ине, ләкин беҙҙән киттеләр, сөнки беҙҙең кеүек түгелдәр ине*. Улар, беҙҙең кеүек булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Ләкин, ҡайһы берәүҙәр беҙҙең кеүек түгел икәне күренһен өсөн, улар киттеләр.
20 Һеҙҙе изге Алла майлаған, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.
21 Һеҙ хәҡиҡәтте белмәгәнгә түгел, ә уны белгәнгә күрә һәм хәҡиҡәттән бер ниндәй ҙә ялған сыға алмағанға күрә, һеҙгә яҙам.
22 Ғайсаның Мәсих булыуын кире ҡағыусы ялғансы булмай, кем булһын? Атабыҙҙы ла, Улын да кире ҡағыусы — Мәсих дошманы.
23 Улды кире ҡағыусыны Атабыҙ хупламай, ә Улды таныусыны Атабыҙ хуплай.
24 Ә инде һеҙҙең турала әйткәндә, үҙегеҙ баштан уҡ ишеткән нәмәләрҙе күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Баштан уҡ ишеткәндәрегеҙҙе күңелегеҙҙә һаҡлаһағыҙ, Улы менән дә, Ата менән дә берҙәмлектә булырһығыҙ.
25 Ә ул беҙгә мәңгелек тормош вәғәҙә иткән.
26 Мин һеҙҙе юлдан яҙҙырырға тырышыусылар тураһында яҙам.
27 Һеҙҙе иһә Алла үҙ рухы менән майлаған һәм был рух һеҙҙә ҡала, шуға күрә һеҙ берәйһенең өйрәтеүенә мохтаж түгел. Алла һеҙҙе бар нәмәгә майлау аша өйрәтә, был майлау хаҡ, һәм унда ялған юҡ. Ул һеҙҙе өйрәткәнсә, уның менән берҙәмлектә ҡалығыҙ.
28 Шулай итеп, һөйөклө балаларым, ул үҙ көсөн* күрһәткән саҡта, беҙ ҡыйыу һөйләй алһын өсөн һәм уның килеү осоронда оялып унан йәшенмәһен өсөн, уның менән берҙәмлектә ҡалығыҙ.
29 Уның ғәҙел* булғанын беләһегеҙ икән, тимәк, ғәҙел* эш иткән һәр кемдең Алла балаһы булғанын да беләһегеҙ.
Төшөрмәләр
^ Йәки «яҡлаусыбыҙ».
^ Йәки «гонаһтарҙы йолоп алыусы».
^ Йәғни Ғайсаның.
^ Һүҙмә-һүҙ «яуызды».
^ Һүҙмә-һүҙ «яуызды».
^ Йәки «гонаһлы теләктәр».
^ Йәки «мал-мөлкәтеңде кешеләргә күрһәтергә тырышыу».
^ Йәки «беҙҙеке түгелдәр ине».
^ Һүҙмә-һүҙ «үҙен».
^ Йәки «тәҡүә».
^ Йәки «тәҡүә».