Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1

Еврей Яҙмаларында Алла исеме

Еврей Яҙмаларында Алла исеме

Вавилон әсирлегенә тиклем ҡулланылған еврей хәрефтәре менән яҙылған Алла исеме

Вавилон әсирлегенән һуң ҡулланылған еврей хәрефтәре менән яҙылған Алла исеме

Алла исеме тетраграмматон тип аталған дүрт еврей тартынҡы хәреф (יהוה) менән яҙыла һәм Еврей Яҙмаларында яҡынса 7000 тапҡыр осрай. Татар телендәге «Яңы донъя тәржемәһе»ндә был исем «Йәһвә» тип тәржемә ителә. Ә башҡортса ул «Йәһүә» тип яңғырай. Был исем — Изге Яҙмала иң йыш осраған исем. Алла тарафынан рухландырылған яҙыусылар Алланы «Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе», «Аллаһы Тәғәлә», «Раббы» тигән титулдар һәм һүрәтләүсе исемдәр менән атаһа ла, Алланың шәхси исеме тураһында һүҙ барғанда, улар тетраграмматонды ғына ҡулланған.

Йәһүә Алла үҙе Изге Яҙманы яҙыусыларға исемен ҡулланырға ҡушҡан. Мәҫәлән, ул Йәил пәйғәмбәрҙе, «Йәһүә исемен ялбарып саҡырыусы һәр кем ҡотолор», тип яҙырға өндәгән (Йәил 2:32). Ә бер мәҙхиә йырлаусыны Алла ошондай һүҙҙәр яҙырға дәртләндергән: «Кешеләр һинең исемең Йәһүә икәнлеген, һинең бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә икәнлегеңде белһен ине» (Зәбур 83:18). Алла исеме Зәбур китабында ғына яҡынса 700 тапҡыр осрай. Был шиғри китаптарҙа яҙылған мәҙхиәләрҙе Йәһүә халҡы ятларға һәм йырларға тейеш булған. Улайһа, ни өсөн Изге Яҙманың күп тәржемәләрендә Алланың исеме юҡ? Ни өсөн «Яңы донъя тәржемәһе»ндә «Йәһүә» тигән форма ҡулланыла? Алланың исеме нимә аңлата?

Зәбур өҙөктәрен тәшкил иткән Үле дингеҙ төргәге (б. э. I быуатының беренсе яртыһы). Текст Вавилон әсирлегенән һуң киң ҡулланылған еврей хәрефтәре менән, ә тетраграмматон боронғо еврей хәрефтәре менән яҙылған

Ни өсөн был исем Изге Яҙманың күп тәржемәләрендә юҡ? Быға төрлө сәбәптәр бар. Ҡайһы берәүҙәр, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла уны башҡаларҙан айырып торған шәхси исемгә мохтаж түгел, тип уйлай. Башҡаларға, күрәһең, йәһүдтәрҙең бер ғөрөф-ғәҙәте тәьҫир иткән. Йәһүдтәр, был исемгә тап төшөрөүҙән ҡурҡып, уны ҡулланмаған. Ә ҡайһы берәүҙәр, Алла исеменең теүәл әйтелешен һис кем белмәгәнгә күрә, уға ҡарата «Раббы» йә «Алла» тигән титулдарҙы ҡулланыу яҡшыраҡ тип таба. Әммә ундай фекерҙәр нигеҙһеҙ. Бына бер нисә сәбәп:

  • Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла үҙен башҡаларҙан айырып торған исемгә мохтаж түгел, тип уйлаған кешеләр Алланың шәхси исеме боронғо ҡулъяҙмаларҙа, шул иҫәптән Мәсихкә тиклем яҙылған ҡулъяҙмаларҙа, осрағанына иғтибар итмәй. Өҫтә әйтелгәнсә, Алла үҙ исеменең Изге Яҙмаға яҡынса 7000 тапҡыр индерелеүе хаҡында ҡайғыртҡан. Һис шикһеҙ, Йәһүә үҙенең исемен белеүебеҙҙе һәм ҡулланыуыбыҙҙы теләй.

  • Йәһүдтәрҙең бер ғөрөф-ғәҙәте арҡаһында Алла исемен алып ташлаған тәржемәселәр бик мөһим нәмәгә иғтибар итмәй. Йәһүдтәрҙең ҡайһы бер күсереп яҙыусылары был исемде ҡысҡырып әйтмәһә лә, улар уны Изге Яҙманың ҡулъяҙмаларынан алып ташламаған. Был исем Ҡомранда, Үле диңгеҙ янында табылған боронғо төргәктәрҙә, күп тапҡыр осрай. Изге Яҙманы тәржемә итеүселәрҙең ҡайһы берҙәре, төп нөсхәлә Алланың исеме торған урынды күрһәтер өсөн, «РАББЫ» тигән титулды ҙур хәрефтәр менән яҙа. Әммә һорау тыуа: ни өсөн был тәржемәселәр Алла исеменең төп нөсхәлә бер нисә мең тапҡыр осрағанын таныһалар ҙа, уны үҙгәртәләр йәки Изге Яҙманан бөтөнләй алып ташлайҙар? Уларҙың ундай үҙгәрештәр индерергә хаҡы бармы? Был турала уларҙың үҙҙәренән һорарға кәрәк.

  • Ҡайһы берәүҙәр, Алла исеменең теүәл әйтелешен бер кем дә белмәгәнгә, уны ҡулланырға кәрәкмәй, тиҙәр. Әммә шул уҡ ваҡытта улар Ғайсаның исемен киң ҡуллана. Ғайсаның беренсе быуаттағы шәкерттәренең был исемде ҡулланыуҙарынан, бөгөнгө көндәге христиандарҙың күбеһенең уны нисек ҡулланыуҙары ныҡ айырылып тора. Йәһүдтәрҙән булған мәсихселәр, күрәһең, уның исемен Иешу́а тип әйткәндәр, ә Мәсих тигән титулды — Маши́ах. Грекса һөйләшкән мәсихселәр уны Иесоу́с Кристо́с, ә латин телендә Ие́сус Хри́стус тип атағандар. Изге Яҙмала был исемдең грек телендәге варианты яҙылған булған. Күренеүенсә, Изге Яҙманы яҙыусылар был исемдең төп нөсхәлә ҡулланылған еврей телендәге әйтелешен һаҡларға тырышмаған. Ләкин айыҡ фекер менән эш итеп, улар был исемдең үҙҙәренең телендә киң таралған формаһын ҡулланған. Шулай уҡ, Алла исеменең «Йәһүә» тигән формаһы боронғо йәһүд телендәге был исемдең әйтелешен тулыһынса сағылдырмаһа ла, «Яңы донъя тәржемәһе» комитеты был форманы ҡулланыуҙы аҡыллы тип тапты.

Ни өсөн Алла исеменең теүәл әйтелеше билдәле түгел? Тетраграмматондың дүрт хәрефе (יהוה) башҡорт телендә бындай тартынҡы хәрефтәр менән яҙыла: ЙҺВҺ. Боронғо еврей телендә яҙылған бөтә һүҙҙәрҙә кеүек, тетраграмматонда ла һуҙынҡы хәрефтәр юҡ. Боронғо еврей теле көндәлек тормошта ҡулланылғанда, кешеләр кәрәкле һуҙынҡы өндәрҙе еңел генә ҡуйып уҡығандар.

Алла исеме Башланмыш 15-2-лә (1530 йылда Уильям Тиндал тарафынан тәржемә ителгән Тәүрат)

Еврей Яҙмалары яҙылып бөткәндән һуң яҡынса бер мең йыл үткәс, йәһүд ғалимдары һуҙынҡы өндәр ҡуйыу системаһын уйлап сығарған. Был система, еврей тексын уҡығанда, ниндәй һуҙынҡы өндәр ҡуйырға кәрәклеген күрһәткән. Әммә ул ваҡытҡа йәһүдтәр араһында, Алла исемен ҡысҡырып әйтергә ярамай, тигән хөрәфәт таралған булған, шунлыҡтан улар уны башҡа һүҙҙәр менән алмаштыра башлаған. Шулай итеп, тетраграмматонды күсереп яҙғанда, улар, күрәһең, шул һүҙҙәрҙән һуҙынҡы өндәрҙе алып, Алла исемен аңлатҡан дүрт тартынҡы хәрефкә (тетраграмматонға) ҡуйған. Шуға күрә ҡуйылған һуҙынҡылар менән яҙылған ҡулъяҙмалар был исемдең еврей телендә иң башта нисек яңғырағанын билдәләргә мөмкинлек бирмәй. Ҡайһы берәүҙәр уны «Яхве» тип әйтеү дөрөҫ тип һанай, башҡалары иһә икенсе төрлө әйтелеш варианттарын тәҡдим итә. Грек телендә яҙылған Левит китабының бер өлөшөн тәшкил иткән Үле дингеҙ төргәктәренең береһендә Алла исеме Иао тип бирелә. Тәүге грек яҙыусылары шулай уҡ Иае, Иабе́ һәм Иаоуе́ формаларын тәҡдим иткән. Әммә был һорауҙа ҡәтғи булырға сәбәп юҡ, сөнки беҙ Алланың боронғо хеҙмәтселәре еврей телендә был исемде нисек әйткәндәрен белмәйбеҙ (Башланмыш 13:4; Сығыш 3:15). Шулай ҙа Алланың, үҙ хеҙмәтселәре менән һөйләшкәндә, йыш ҡына үҙенең исемен әйткәне һәм хеҙмәтселәренең дә, уға мөрәжәғәт иткәндә һәм шулай уҡ башҡа кешеләр менән һөйләшкәндә, уның исемен иркен ҡулланғаны беҙгә теүәл билдәле (Сығыш 6:2; 1 Батшалар 8:23; Зәбур 99:9).

Тетраграмматон, ЙҺВҺ: «Ул булырға бирә»

Ҡылым ҺВҺ: «булырға»

Йәһүә тигән исем нимәне аңлата? Еврей телендә Йәһүә тигән исем «булырға» тигән ҡылымдан барлыҡҡа килгән. Ул, ғалимдарҙың фекеренсә, был ҡылымдың каузатив формаһын сағылдыра. Шулай итеп, «Яңы донъя тәржемәһе» комитетының аңлауы буйынса, Алланың исеме «Ул булырға бирә» тигән мәғәнә йөрөтә. Ғалимдар араһында Алла исеменең мәғәнәһенә ҡарата төрлө фекерҙәр булғанлыҡтан, беҙ был һорауҙа ҡәтғи була алмайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, был аңлатма Йәһүәнең бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе һәм үҙенең ниәттәрен Үтәүсе тигән роленә бик яҡшы тура килә. Ул Йыһанға, аҡылға эйә булған заттарға башланғыс биргән. Шулай уҡ бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ул үҙенең ихтыярын һәм ниәтен ғәмәлгә ашырыуын дауам итә.

Шуға күрә Йәһүә исеменең мәғәнәһе Сығыш 3:14-тә килтерелгән оҡшаш ҡылымдың мәғәнәһе менән генә сикләнмәй. Унда иһә былай тиелә: «Кем булырға теләһәм, шул булам». Был һүҙҙәр Алла исеменең мәғәнәһен тулыһынса асып бирмәй, улар Алла шәхесенең бер яғын ғына күрһәтә — үҙенең ихтыярын үтәр өсөн, ул кем булырға кәрәк, шул була. Әммә Алла исеме күпкә тәрәнерәк мәғәнәгә эйә. Уның исеме шулай уҡ, ул, үҙенең ихтыярын үтәр өсөн, барлыҡҡа килтергәндәренә кем йә нимә булырға кәрәк, шул «булырға бирә», тигәнде аңлата.