Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ БҮЛЕК

Беҙҙе бәхетле иткән сер

Беҙҙе бәхетле иткән сер

Берәй кеше һиңә үҙенең серен асҡаны бармы?— * Изге Яҙмаларҙа «изге сер» тип аталған бер сер тураһында әйтелә. Был сер изге, сөнки уны Алла асҡан. Һәм ул сер тип атала, сөнки кешеләр уның тураһында белмәгән. Хатта фәрештәләр ҙә был сер тураһында күберәк белергә теләгән. Һин был серҙе белергә теләйһеңме?—

Нисек һин уйлайһың, фәрештәләр нимә тураһында белергә теләгән?

Борон-борон замандарҙа Алла беренсе ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтергән. Уларҙың исемдәре Әҙәм менән Һауа булған. Алла уларға бик матур йорт — Эден баҡсаһын биргән. Әҙәм менән Һауа Алланы тыңлаған булһа, улар һәм уларҙың балалары бөтә ерҙе шул баҡсаға оҡшаған ожмахҡа әйләндерерҙәр ине. Һәм улар ожмахта мәңге йәшәй алырҙар ине. Ә һин Әҙәм менән Һауа нимә эшләгәндәрен хәтерләйһеңме?—

Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламағандар, шуға күрә беҙ бөгөн ожмахта йәшәмәйбеҙ. Әммә Алла бөтә ер матур буласаҡ, һәм һәр кеше бәхетле булып мәңге йәшәйәсәк тип әйткән. Ул быны нисек эшләйәсәк? Оҙаҡ ваҡыт дауамында кешеләр быны белмәгән. Был сер булған.

Ғайса ергә килгәс, кешеләргә был серҙе яҡшыраҡ аңлатып биргән. Был сер Алла Батшалығы менән бәйле тип әйткән. Ғайса кешеләрҙе Батшалыҡ килһен тип доға ҡылырға өйрәткән. Батшалыҡ ерҙә иҫ киткес ожмах урынлаштырасаҡ.

Был серҙе белгәнгә һин шатмы?— Иҫеңдә тот: Йәһүәне тыңлаған кешеләр генә ожмахта йәшәйәсәк. Изге Яҙмаларҙа Йәһүәне тыңлап йәшәгән күп ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелә. Һин улар тураһында белергә теләйһеңме?— Әйҙә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре менән танышайыҡ һәм уларҙан ниндәй үрнәк алып була икәнен беләйек.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

^ 3 абз. Брошюралағы хикәйәләрҙә һеҙ тильда билдәһен (—) күрерһегеҙ. Ундай саҡтарҙа пауза яһағыҙ, ә балағыҙ яуап бирһен.