Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ БҮЛЕК

Йошияның яҡшы дуҫтары булған

Йошияның яҡшы дуҫтары булған

Нисек уйлайһың, дөрөҫ булғанды эшләү ауырмы?— Күп кеше ауыр тип уйлай. Изге Яҙмаларҙа Йошия исемле малай тураһында әйтелә. Уға дөрөҫ булғанды эшләү айырыуса ауыр булған. Ләкин уның яҡшы дуҫтары булған. Улар Йошияға ярҙам итеп торғандар. Әйҙә, Йошия һәм уның дуҫтары тураһында күберәк беләйек.

Йошияның атаһы, Амон, Йәһүд батшаһы булған. Амон бик насар кеше булған һәм боттарға табынған. Атаһы үлгәс, Йошия һигеҙ йәшендә генә Йәһүд батшаһы булып киткән! Нисек уйлайһың, ул атаһы кеүек насар кеше булғанмы?— Юҡ.

Софония кешеләрҙе боттарға табыныуҙан киҫәткән

Йошия, бик йәш кенә булһа ла, Йәһүәне тыңларға теләгән. Шуға күрә ул Йәһүәне яратҡан кешеләр араһынан ғына үҙенә дуҫтар һайлаған. Улар уға дөрөҫ булғанды эшләргә ярҙам иткәндәр. Йошияның дуҫтарының ҡайһы берҙәре кем булған?

Береһе — Софония пәйғәмбәр. Ул йәһүд халҡын былай тип киҫәткән: әгәр улар боттарға табынһалар, уларҙы бәлә-ҡазалар көтә. Йошия Софонияны тыңлаған һәм боттарға түгел, ә Йәһүәгә табынған.

Йошияның тағы бер дуҫы — Иремия. Улар йәштәштәр булған һәм бергә үҫкәндәр. Улар шул тиклем яҡшы дуҫтар булғандар, хатта Йошия үлгәс, Иремия уға бағышлап һағыныуын сағылдырған йыр яҙған. Иремия һәм Йошия бер-береһенә дөрөҫ булғанды эшләргә һәм Йәһүәне тыңларға ярҙам иткән.

Йошия һәм Иремия бер-береһенә дөрөҫ булғанды эшләргә ярҙам иткән

Һин Йошияның миҫалынан нимәгә өйрәнә алаһың?— Хатта бәләкәй сағында ла Йошия дөрөҫ булғанды эшләргә теләгән. Ул Йәһүәне яратҡан кешеләр менән генә дуҫлашырға кәрәк икәнен белгән. Һин дә Йәһүәне яратҡан һәм һиңә дөрөҫ булғанды эшләргә ярҙам иткән дуҫтар һайла!

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • 2 Йылъяҙма 33:21—25; 34:1, 2; 35:25