Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ ДӘРЕС

Изге Яҙмалағы әмерҙәр беҙгә нисек ярҙам итә?

Изге Яҙмалағы әмерҙәр беҙгә нисек ярҙам итә?

1. Ни өсөн беҙ Алланың етәкселегенә мохтаж?

Изге Яҙмалағы принциптар нисек беҙҙе һаҡлыҡ саралары күрергә дәртләндерә? (ЗӘБУР 36:9).

Барлыҡҡа килтереүсебеҙ сикһеҙ аҡылға эйә. Яратҡан Атайыбыҙ булараҡ, ул беҙҙең хаҡта ҡайғырта. Ул беҙҙе унан башҡа йәшәй алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтермәгән (Иремия 10:23). Бала ата-әсәһенең тәрбиәһенә мохтаж булған кеүек, беҙ ҙә Алланың етәкселегенә мохтаж (Ишағыя 48:17, 18). Изге Яҙмалағы әмерҙәр — тормош өсөн етәкселек, Алла биргән бүләк. 2 Тимофейға 3:16-ны уҡығыҙ.

Йәһүәнең әмерҙәре һәм принциптары беҙҙе инде хәҙер иң яҡшы тормош юлына өйрәтә һәм киләсәктә мәңгелек тормошҡа нисек ирешергә икәнен дә күрһәтә. Беҙҙе Алла барлыҡҡа килтергән, шуға күрә ул ғына ҡағиҙәләр урынлаштырырға хоҡуҡлы. Уға рәхмәтле булып, кәңәштәренә ҡолаҡ һалып йәшәү аҡыллы булыр. Римдарға 15:4; Асылыш 4:11-ҙе уҡығыҙ.

2. Изге Яҙмалағы принциптар нимә ул?

Изге Яҙмала ҡанундар ҙа, принциптар ҙа бар. Принциптар — ул төрлө осраҡтарҙа ҡулланырлыҡ хәҡиҡәттәр. Ҡанундар иһә айырым осраҡтарҙа нисек эш итергә кәрәк икәнен күрһәтә (Ҡанун 22:8). Һәр айырым осраҡта Изге Яҙмалағы ниндәй принцип буйынса эш итергә икәнен беҙ фекер йөрөтөү һәләте ярҙамында хәл итергә тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—12). Мәҫәлән, Изге Яҙмала, йәшәү — Алла бүләге, тиелә. Был төп принцип эштә, өйҙә, ялда беҙҙең өсөн етәкселек булып тора. Уны иҫтә тотоу беҙгә һаҡлыҡ саралары күрергә ярҙам итә. Ғәмәлдәр 17:28-ҙе уҡығыҙ.

3. Ниндәй ике принцип иң мөһим?

Ғайса пәйғәмбәр ике иң мөһим принцип хаҡында әйткән. Беренсеһе — кеше ғүмеренең асылына — Алланы белеү, уны яратыу һәм уға тоғро хеҙмәт итеүгә ҡағыла. Ниндәй генә ҡарар ҡабул итһәк тә, беҙ ошо принципты иҫәпкә алырға тейешбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:6). Уның буйынса йәшәгәндәр Алла менән дуҫлыҡҡа, ысын бәхеткә һәм мәңгелек тормошҡа эйә була. Матфей 22:36—38-ҙе уҡығыҙ.

Икенсе принцип беҙгә башҡалар менән татыу йәшәргә ярҙам итә (1 Коринфтарға 13:4—7). Уға ярашлы, Алла кешеләр менән нисек мөғәмәлә итә, беҙ ҙә шулай мөғәмәлә итергә тейешбеҙ. Матфей 7:12; 22:39, 40-ты уҡығыҙ.

4. Изге Яҙмалағы принциптар беҙгә нисек ярҙам итә?

Изге Яҙмалағы принциптар ғаиләләргә мөхәббәт сағылдырып берҙәм йәшәргә ярҙам итә (Колосстарға 3:12—14). Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, никах ғүмерлек булырға тейеш. Был төп хәҡиҡәт ғаиләләрҙе яҡлай һәм нығыта. Башланмыш 2:24-те уҡығыҙ.

Изге Яҙма өйрәткәнсә йәшәп, беҙ материаль яҡтан яҡлаулы булырбыҙ һәм йән тыныслығы һаҡлай алырбыҙ. Эш биреүселәр, мәҫәлән, йыш ҡына намыҫлы һәм тырыш эшселәргә өҫтөнлөк бирә (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:4, 26; Еврейҙарға 13:18). Алла Һүҙе шулай уҡ беҙҙе йәшәү өсөн иң кәрәкле нәмәләр менән ҡәнәғәт булып, Алла менән дуҫлыҡты материаль нәмәләрҙән өҫтөн ҡуйырға өйрәтә. Матфей 6:24, 25, 33; 1 Тимофейға 6:8—10-ды уҡығыҙ.

Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү һаулығыбыҙҙы һаҡларға ла ярҙам итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:30; 22:24, 25). Мәҫәлән, Алланың эсеүгә ҡағылышлы әмеренә ҡолаҡ һалыу беҙҙе үлемесле сирҙәрҙән һәм фажиғәле хәлдәрҙән һаҡлай (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:20). Йәһүә иҫерткес эсемлектәрҙе эсергә рөхсәт итә, әммә сама белергә өйрәтә (Зәбур 104:15; 1 Коринфтарға 6:10). Алла әмерҙәре беҙгә тағы бер яҡтан ярҙам итә: улар эштәребеҙҙе генә түгел, уйҙарыбыҙҙы ла контролдә тоторға өйрәтә (Зәбур 119:97—100). Әммә Алла хеҙмәтселәре үҙ файҙаһын ҡайғыртыуҙан бигерәк, Алланы данларға теләп, уның әмерҙәренә буйһона. Матфей 5:14—16-ны уҡығыҙ.