Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ДӘРЕС

Ғаилә бәхете нимәнән тора?

Ғаилә бәхете нимәнән тора?

1. Ни өсөн никахты теркәү мөһим?

Һөйөнөслө хәбәр Йәһүәнән — бәхетле Алланан килә, һәм ул бөтә ғаиләләрҙең дә бәхетле булыуын теләй (1 Тимофейға 1:11). Тап ул никахҡа нигеҙ һалған. Ғаилә бәхетле булһын өсөн, никахты теркәү бик мөһим. Бының ярҙамында балалар хәүефһеҙ мөхиттә үҫә ала. Алла хеҙмәтселәре никахты теркәүгә ҡағылышлы ҡабул ителгән ҡанундарҙы үтәргә тейеш. Лука 2:1, 4, 5-те уҡығыҙ.

Алланың никахҡа ҡарашы ниндәй? Ул никахтың ғүмерлек союз булыуын теләй. Йәһүә ир менән ҡатындың бер-береһенә тоғро булыуын теләй (Еврейҙарға 13:4). Ул айырылышыуҙы нәфрәт итә (Малахи 2:16). Әммә, кешенең тормош иптәше зина ҡылһа, Алла уға, айырылышып, яңы никахҡа инергә рөхсәт бирә. Матфей 19:3—6, 9-ҙы уҡығыҙ.

2. Ир һәм ҡатын бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

Йәһүә ир менән ҡатынды бер-береһен тулыландырырлыҡ итеп барлыҡҡа килтергән (Башланмыш 2:18). Ир — ғаилә башлығы. Уның бурысы — ҡатынын һәм балаларын матди яҡтан тәьмин итеү һәм уларға Алла хаҡында белем биреү. Ир ҡатынына фиҙаҡәр мөхәббәт күрһәтергә тейеш. Ир менән ҡатынға бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә кәрәк. Бер кеше лә камил түгел, шуға күрә иргә лә, ҡатынға ла тормош иптәшен кисерергә өйрәнеү үтә мөһим. Ғәфү итә белеү — ғаилә бәхетенең асҡысы. Ефестарға 4:31, 32; 33; 1 Петр 3:7-не уҡығыҙ.

3. Никах бәхет килтермәһә, нишләргә?

Никахта ҡыйынлыҡтар тыуһа, ир менән ҡатынға бер-береһе менән яратыу сағылдырып мөғәмәлә итергә өйрәнергә кәрәк (1 Коринфтарға 13:4, 5). Алла Һүҙе никахтағы ҡыйынлыҡтар арҡаһында айырым йәшәргә ҡарар итеүҙе хупламай. 1 Коринфтарға 7:10—13-тө уҡығыҙ.

4. Балалар, Алла һеҙҙән нимә көтә?

Йәһүә һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы теләй. Һеҙ рәхәтләнеп йәшәһен өсөн, ул иң яҡшы кәңәштәр бирә. Ул һеҙҙең атай-әсәйегеҙҙе тыңлап йәшәүегеҙҙе теләй, сөнки улар һеҙҙән зирәгерәк һәм тәжрибәлерәк (Колосстарға 3:20). Йәһүә һеҙҙең ул хуплағанды эшләүегеҙҙе теләй, сөнки был һеҙҙе бәхетле итәсәк. Вәғәзсе 12:1 *; Матфей 19:13—15; 21:15, 16-ны уҡығыҙ.

5. Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙ бәхетле булһын өсөн, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

Һеҙгә балаларығыҙҙың ашарға ризығы, кейергә кейеме һәм йәшәү урыны булһын тип, ҡайғыртырға кәрәк (1 Тимофейға 5:8). Әммә балаларығыҙ бәхетле булһын өсөн, һеҙгә шулай уҡ уларҙы Алланы яратырға һәм уны тыңларға өйрәтергә кәрәк (Ҡанун 6:4—7). Был йәһәттән һеҙҙең өлгөгөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙ үҙегеҙ Алланы яратһағыҙ, балағыҙ ҙа Алланы яратырға өйрәнер. Алла Һүҙенә нигеҙләнгән тәрбиә баланың фекер йөрөтөүенә ыңғай тәьҫир итер. Ефестарға 6:4; 2 Тимофейға 3:15-те уҡығыҙ.

Балалар маҡтауға һәм дәртләндереүгә мохтаж. Әммә уларҙы төҙәтергә лә, шелтәләргә лә кәрәк. Ундай тәрбиә балағыҙҙы бәхетһеҙлеккә килтерерҙәй тәртиптән һаҡлар (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:15). Әммә шелтә бер ҡасан да тупаҫ һәм рәхимһеҙ булырға тейеш түгел. Колосстарға 3:21-ҙе уҡығыҙ.

Йәһүә шаһиттары, балаларға һәм атай-әсәйҙәргә ярҙам итер өсөн, бер нисә китап сығарған. Ул китаптар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән. Яҡуб 1:25-те уҡығыҙ.

 

^ 5 абз. Вәғәзсе 12:1: «Йәшлегеңдә бөйөк Барлыҡҡа килтереүсеңде иҫтә тот. Ауыр көндәрең еткәнсе, „тормоштан йәм тапмайым“, — тип әйтәсәк йылдарың килгәнсе».