4-СЕ ДӘРЕС
Ни өсөн «Яңы донъя тәржемәһе» сығарылды?
Тиҫтәләгән йылдар дауамында Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманың төрлө тәржемәләрен ҡулланған, баҫтырып сығарған һәм таратҡан булған. Әммә ваҡыт уҙыу менән беҙ яңы тәржемә сығарырға кәрәк икәнен аңланыҡ, сөнки ул «хәҡиҡәт тураһында теүәл белем» алырға ярҙам итәсәк. Ә «теүәл белем» алыу был Алланың һәр кешегә ҡарата ихтыяры булып тора (1 Тимофейға 2:3, 4, ЯДТ). Шулай итеп, 1950 йылда инглиз телендә «Яңы донъя тәржемәһе»нең бер өлөшө сығарылған. Был Изге Яҙманың теүәл тәржемәһе 130-ҙан артыҡ телгә тәржемә ителгән *.
Аңлайышлы Изге Яҙма кәрәк булған. Ваҡыт уҙыу менән телдәр үҙгәрә, шуға күрә күп кенә тәржемәләрҙә аңлайышһыҙ йәки иҫке һүҙҙәр осрай. Шулай уҡ теүәлерәк һәм төп нөсхәләге тексҡа яҡыныраҡ булған боронғо ҡулъяҙмалар табылған. Улар йәһүд, арамей һәм грек телдәрендә яҙылған Изге Яҙманың текстарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Алла һүҙен теүәл итеп еткергән тәржемә кәрәк булған. Алла иңдергән һүҙҙәрҙе тәржемә иткәндә, тәржемәселәр, үҙҙәрен ирекле тотор урынына, төп нөсхә тексын теүәл еткерергә тейеш.
Авторына дан килтергән Изге Яҙма кәрәк булған (2 Самуил 23:2). Изге Яҙманың күпселек тәржемәләренән Алланың исеме, Йәһүә, алып ташланған. «Яңы донъя тәржемәһе»ндә Йәһүәнең исеме тейешле урындарға кире ҡайтарылған. Был исем Изге Яҙманың иң боронғо ҡулъяҙмаларында (аҫта күрһәтелгәнсә) яҡынса 7 000 тапҡыр осраған (Зәбур 83:18). Һөҙөмтәлә күп йылдар дауамында үткәрелгән төплө тикшеренеү ярҙамында уҡыуы еңел булған һәм Алланың уй-фекерҙәрен асыҡ итеп еткергән Изге Яҙма сыҡҡан. Һеҙҙең телдә «Яңы донъя тәржемәһе» бармы, юҡмы, беҙ һеҙҙе Йәһүәнең Һүҙен көн һайын уҡырға саҡырабыҙ (Йошуа 1:8; Зәбур 1:2, 3).
^ 3 абз. Әлегә «Яңы донъя тәржемәһе» башҡорт телендә юҡ, әммә һеҙ уны татар, урыҫ телендә һәм башҡа күп телдәрҙә уҡый алаһығыҙ.
-
Ни өсөн беҙ Изге Яҙманың яңы тержемәһен сығарырға булдыҡ?
-
Алла ихтыярын белергә теләгән һәр кешегә нимәне ғәҙәткә индереү мөһим?