Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ҺОРАУ

Йәштәштәремдең баҫымына нисек ҡаршы торорға?

Йәштәштәремдең баҫымына нисек ҡаршы торорға?

НИ ӨСӨН БЫНЫ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

Үҙ ҡараштарыңда ныҡ торорға өйрәнһәң, тормошоңа башҡалар түгел, ә үҙең хужа булырһың.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Бындай осраҡты күҙ алдыңа килтер: Моратҡа ике синыфташы яҡынлаша. Уның йөрәге ҡалтырап китә. Был аҙнала ғына улар инде ике тапҡыр уны тартырға мәжбүр итергә тырыштылар. Быныһы иһә — өсөнсө маташыуҙары.

Егеттәрҙең береһе әйтә:

— Нишләп күңелһеҙ генә үтеп китеп бараһың? Күңелеңде күтәреп ебәрер өсөн бер нәмәкәй бирәйемме?

«Бер нәмәкәй» тигәндә, ул аҫтыртын ғына йылмайып ҡуя. Шунан ҡулын кеҫәһенә тыға ла, тәмәке килтереп сығарып Моратҡа һона.

Тәмәкене күреү менән Мораттың йөрәк тибеше йышая төшә.

— Кәрәкмәй, мин бит һеҙгә...

Икенсе синыфташы Мораттың һүҙен бүлеп:

— Һин ҡурҡаҡмы әллә? — ти.

— Нишләп ҡурҡаҡ булайым? — ти Морат.

Беренсе синыфташы Мораттың яурынына ҡулын һала ла:

— Улайһа, тартып ҡара, — тип әйтә.

Икенсеһе тәмәкене Мораттың ирененә яҡын килтереп:

— Беҙ бер кемгә лә әйтмәҫбеҙ. Был турала бер кем дә белмәйәсәк, — тип хәйләкәр генә йылмайып ҡуя.

Һин, Морат урынында булһаң, нишләр инең?

ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!

Нишләп Мораттың йәштәштәре тәмәке тарта башлаған? Үҙҙәре шулай ҡарар иткәнме? Ай-һай, юҡтыр. Улар башҡаларҙың йоғонтоһона бирелгән. Йәштәштәре уларҙы үҙ итһендәр өсөн, улар үҙенең ҡараштарына тәьҫир итергә рөхсәт иткән.

Әгәр һин шундай хәлгә эләкһәң, һиңә, йәштәштәреңдең йоғонтоһона бирелмәйенсә, үҙеңә ҡарарҙар ҡабул итергә нимә ярҙам итәсәк?

  1. АЛДАН КҮРӘ БЕЛ

    Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

    Күңелһеҙ хәлде йыш ҡына алдан күреп була. Мәҫәлән, барған юлыңда, бер аҙ алдараҡ, бер нисә синыфташың тәмәке тартып тора, ти. Әгәр проблеманы алдан абайлап алһаң, һин унан сығыу юлын да табырһың.

  2. УЙЛАН

    Изге Яҙмала: «Саф выждан менән эшләгеҙ», — тиелә (1 Петр 3:16).

    Үҙеңдән һора: «Хәҙер күпселек артынан эйәрһәм, аҙаҡ нимә булыр?». Эйе, бәлки, йәштәштәрең күпмелер ваҡытҡа бәйләнеүҙән туҡтар. Әммә һуңыраҡ һин үҙеңде нисек хис итерһең? Уларға ярар өсөн, һин үҙ ҡараштарыңдан баш тартырға әҙерһеңме? (Сығыш 23:2)

  3. ҠАРАР ҠАБУЛ ИТ

    Изге Яҙмала: «Зирәк кеше һаҡ була», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:16).

    Иртәме-һуңмы, һайлау яһарға һәм уның эҙемтәләрен татырға тура киләсәк. Изге Яҙмала дөрөҫ һайлау яһаған Йософ, Әйүп, Ғайса һымаҡ тоғро кешеләр тураһында яҙылған. Унда шулай уҡ аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул иткән Ҡабил, Ғаяз, Йәһүҙә тураһында әйтелә. Ә һин ниндәй һайлау яһарһың?

Изге Яҙмала: «Тоғролоҡ менән эш ит», — тиелә (Зәбур 37:3). Һин, эҙемтәләр тураһында уйланып, алдан ҡарар ҡабул иткән булһаң, ҡараштарыңды аңлатып биреү һис шикһеҙ еңелерәк булыр. Һөҙөмтәлә һин үҙеңде еңеүсе итеп тойорһоң.

Йәштәштәреңә аҡыл өйрәтергә кәрәкмәй. Ғәҙәттә, ышаныслы тауыш менән «юҡ» тип әйтеү ҙә етә. Йә һүҙҙәреңә көс өҫтәр өсөн, былай тиергә була:

  • «Мин бындай эштәр менән булышмайым»

  • «Был турала һөйләшкем дә килмәй»

  • «Күрәһең, һеҙ мине насар беләһегеҙ»

Иң мөһиме — оҙаҡҡа һуҙмайынса ышаныслы тауыш менән яуап биреү. Шулай эш итһәң, синыфташтарыңдың бәйләнеүҙән тиҙ туҡтауына һин хатта ғәжәпләнеп ҡуйырһың!

МЫҪҠЫЛЛЫ КӨЛӨҮҘӘР

Йәштәштәреңдең баҫымына бирелһәң, һин робот шикелле булырһың: тормошоңа үҙең түгел, башҡалар хужа булыр

Йәштәштәреңдең мыҫҡыллы көлөүҙәре менән осрашһаң, нимә эшләргә? Мәҫәлән, улар: «Әллә ҡурҡтыңмы?» — тип әйтәләр, ти. Иҫеңдә тот: мыҫҡыллы көлөүҙәр — йәштәштәреңдең баҫым яһау өсөн ҡулланған ысулы. Был баҫымға нисек ҡаршы торорға? Кәм тигәндә ике юл бар:

  • Мыҫҡыллы көлөүҙәрҙе ҡабул итергә. («Эйе, мин ҡурҡам, сөнки...»)

  • Һөжүмдәрен үҙҙәренә борорға. Тәҡдимдәренән баш тартыуыңдың сәбәбен аңлатып бир. Һуңынан уларҙы уйланырға дәртләндер. («Үҙегеҙ аҡыллы кешеләрһегеҙ, ә ҡалай юҡ нәмә менән булышаһығыҙ!»)

Йәштәштәрең һинән артабан да көлһәләр, эргәләренән кит! Оҙаҡҡа һуҙған һайын, баҫым көсәйә барыр. Китеп, һин тормошоңа улар түгел, ә үҙең хужа булыуыңды күрһәтерһең.

Дөрөҫөн әйткәндә, йәштәштәреңдең баҫымынан тулыһынса арынып булмаҫ. Әммә һин, ҡараштарыңда ныҡ тороп, фекереңде башҡаларға белдереп, тыуған хәлде контроль аҫтында тота алаһың. Эйе, барыһы — һинең ҡулда! (Ешуа 24:15)