Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

Ул уяу булған һәм көткән

Ул уяу булған һәм көткән

1, 2. Ильясҡа күңеле ятмаған ниндәй эш башҡарырға кәрәк, һәм ул Ахабтан нимә менән айырылып тора?

ИЛЬЯСТЫҢ, күктәге Атаһы менән генә ҡалып, уға доға ҡылғыһы килә. Әммә тирә-яғындағы халыҡ ошо ысын пәйғәмбәрҙең әле генә күктән ут төшөрөүен күргән, һәм уларҙың күбеһе, күрәһең, уға ярарға ынтыла. Ильясҡа шулай уҡ, Кармил тауына менеп, Йәһүә Аллаға доғала мөрәжәғәт итер алдынан күңеле ятмаған бер эш башҡарырға — Ахаб батша менән һөйләшергә кәрәк.

2 Ильяс менән Ахаб бер-береһенән бик ныҡ айырылып тора. Ахаб — батшалар кейеменә кейенгән ҡомһоҙ, ихтыярһыҙ бер мөртәт. Ильяс иһә ябай ғына пәйғәмбәрҙәр кейеме — күрәһең, хайуан тиреһенән йәки дөйә йә кәзә йөнөнән яһалған кейем кейгән. Ул бик ҡыйыу, саф һәм ныҡ иманлы кеше. Көн аҙағына табан уларҙың һәр береһенең кем икәнлеге тағы ла нығыраҡ асыҡлана.

3, 4. а) Ни өсөн теге көн Ахаб һәм Бағалға табыныусы башҡа кешеләр өсөн ҡот осҡос көн булған? б) Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

3 Теге көн Ахаб һәм Бағалға табыныусы башҡа кешеләр өсөн ҡот осҡос көн булған. Ахаб үҙенең ҡатыны Изәбәл батшабикә менән Израилдең ун ҡәбиләле батшалығында мәжүси динен таратырға тырышҡан. Әммә был мәжүси дин еңелеүгә дусар булған. Ә Бағал ялған илаһ тип фаш ителгән. Был үле илаһ, пәйғәмбәрҙәренең ярһып ялбарыуына, бейеүенә, үҙҙәрен ҡандары ағып сыҡҡансы йәрәхәтләүенә ҡарамаҫтан, ут яндыра алмаған. Ул шулай уҡ үҙенең 450 пәйғәмбәрен үлем язаһынан ҡотҡара алмаған. Был ялған илаһ тағы бер яҡтан һәләтһеҙ булып сыҡҡан: инде өс йыл ярым пәйғәмбәрҙәре унан ҡоролоҡто бөтөрөүен үтенһә лә, ул бер нәмә лә эшләй алмаған. Ләкин оҙаҡламай Йәһүә, ҡоролоҡто бөтөрөп, үҙенең хаҡ Алла булыуын күрһәтәсәк (1 Бат. 16:30—17:1; 18:1—40).

4 Ул быны ҡасан эшләйәсәк? Йәһүәне көткән арала Ильяс нимә эшләр? Беҙ был тоғро кешенән нимәгә өйрәнә алабыҙ? Әйҙә, был һорауҙарға Изге Яҙмаларҙан яуап табайыҡ. (1 Батшалар 18:41—46-ны уҡы.)

Ул йыш доға ҡылған

5. Ильяс Ахабҡа нимә эшләргә ҡуша, һәм Ахаб теге көндө булған ваҡиғаларҙан һабаҡ алғанмы?

5 Ильяс Ахаб янына килеп: «Бар, ашап-эсеп ал, сөнки ҡойоп яуған ямғыр тауышы ишетелә», — ти. Был яуыз батша теге көндө булған ваҡиғаларҙан берәй һабаҡ алғанмы? Күрәһең юҡ, сөнки Изге Яҙмаларҙа Ахабтың тәүбә итеүе йәки Ильяс пәйғәмбәрҙән, Йәһүәгә мөрәжәғәт итеп уның кисереүен һорарға ярҙам ит, тип үтенеүе тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Ул «ашап-эсеп алырға тип китә» (1 Бат. 18:41, 42). Ә Ильяс ул ваҡытта нимә эшләй?

6, 7. Ильяс нимә тураһында доға ҡыла һәм ни өсөн?

6 «Ильяс Кармил тауы түбәһенә менә лә, башын теҙҙәре араһына төшөрөп, ергә тиклем эйелә». Ахаб ҡорһағын тултырған саҡта Ильястың күктәге Атаһына доға ҡылырға мөмкинлеге була. Ильястың үҙен баҫалҡы тотошона иғтибар ит: ергә йөҙ түбән ҡапланып, ул башын шул тиклем түбән эйә, хатта йөҙө тубығына тейерҙәй була. Ни өсөн Ильяс үҙен шулай тота? Был хаҡта фараздар ҡылып тормайыҡ. Яҡуб 5:18-ҙә, Ильяс Алланан ҡоролоҡтоң бөтөүе тураһында үтенгән, тиелә. Эйе, пәйғәмбәр Кармил тауы түбәһендә тап шул хаҡта доға ҡылған да.

Ильяс Алла ихтыярының үтәлеүен күрергә теләй һәм был хаҡта доға ҡыла

7 Бынан алдараҡ Йәһүә: «Мин ер йөҙөнә ямғыр яуҙырасаҡмын», — тигән (1 Бат. 18:1). Тимәк, Ильяс Алла ихтыярының үтәлеүе хаҡында доға ҡылған. 1 000 йыл самаһы үткәс, Ғайса үҙенең шәкерттәрен шул уҡ хаҡта доға ҡылырға өйрәткән (Мат. 6:9, 10).

8. Доға ҡылыу тураһында әйткәндә, Ильястың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

8 Доға ҡылыуға килгәндә, беҙ Ильястың үрнәгенән күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Ул бөтә иғтибарын Алла ихтыярын үтәүгә туплаған. Доға ҡылғанда, беҙгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14). Шунлыҡтан, доғаларыбыҙ Аллаға яраҡлы булһын өсөн, беҙгә уның ихтыяры нимәнән ғибәрәт икәнен белеү зарур. Тап шул сәбәптән Изге Яҙмаларҙы уҡыу көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып торорға тейеш. Ильяс, үҙ халҡының ҡоролоҡтан интегеүен күреп, һис шикһеҙ бик борсолған, шуға ла ул ҡоролоҡтоң тамамланыуы хаҡында доға ҡылған. Теге көндө, Йәһүәнең мөғжизә ҡылыуын күргәндән һуң, Ильястың йөрәге рәхмәт тойғоһо менән һуғарылған. Беҙҙең доғаларыбыҙҙа ла Аллаға ихлас рәхмәт тойғоһо һәм башҡалар хаҡында ҡайғыртыу сағылырға тейеш. (2 Коринфтарға 1:11; Филиптарға 4:6-ны уҡы.)

Ул бер ҙә шикләнмәгән һәм уяу булған

9. Ильяс хеҙмәтсеһенә нимә эшләргә ҡуша, һәм беҙ ниндәй ике сифатҡа иғтибар итербеҙ?

9 Ильяс Йәһүәнең ҡоролоҡто бөтөрәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән, әммә Алланың быны ҡасан эшләрен белмәгән. Улай булғас, пәйғәмбәр нимә эшләгән һуң? Изге Яҙмаларҙа бына нимә әйтелә: «Ул [Ильяс] хеҙмәтсеһенә: „Юғарыраҡ менеп, диңгеҙ яғына ҡара әле“, — тине. Тегеһе менде лә диңгеҙ яғына ҡараны һәм: „Унда бер нәмә лә юҡ“, — тип яуапланы. Ильяс уға: „Бар, тағы ҡара әле“, — тип әйтте, һәм ете тапҡыр шулай булды» (1 Бат. 18:43). Ильястың миҫалынан беҙ үҙебеҙгә кәм тигәндә ике һабаҡ ала алабыҙ. Беренсенән, ул Йәһүәнең эш итәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Икенсенән, ул уяу булған.

Ильяс Алланың тиҙҙән эш итә башлауын күрһәткән билдәләр эҙләүен дауам иткән

10, 11. а) Ильяс Йәһүәнең вәғәҙәһенә тулыһынса ышаныуын нисек күрһәткән? б) Ни өсөн беҙ ҙә Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә тулыһынса ышана алабыҙ?

10 Йәһүәнең үҙ вәғәҙәһен үтәйәсәгенә бер тамсы ла шикләнмәгәнгә, Ильяс Алланың тиҙҙән эш итә башлауын күрһәткән билдәләр эҙләүен дауам иткән. Шунлыҡтан ул хеҙмәтсеһенә, офоҡ яҡшы күренгән ергә менеп, ямғыр яҡынлашып килеүен күрһәткән берәй билдә юҡмы икәнен ҡарарға ҡушҡан. Кире Ильяс янына төшкәс, хеҙмәтсе өмөтһөҙ генә: «Унда бер нәмә лә юҡ», — тигән. Күрәһең, күк йөҙөндә бер болот та булмаған. Ильястың күптән түгел генә Ахаб батшаға, ҡойма ямғыр тауышы ишетелә, тип әйтеүе сәйер булып тойолмаймы? Нисек инде, күк салт аяҙ булғанда, пәйғәмбәр ундай һүҙҙәр әйтә алған?

11 Ильяс Алланың вәғәҙәһен иҫендә тотҡан. Йәһүәнең пәйғәмбәре һәм вәкиле булараҡ, ул Алланың үҙ һүҙен мотлаҡ үтәйәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Уның иманы шул хәтлем ныҡ булған, әйтерһең дә, ул ямғыр тауышын ишеткән. Бының менән ул «күҙгә күренмәгән Алланы күреп торғандай ныҡ ҡалған» Муса пәйғәмбәрҙе хәтерләтә. Һин дә Алланы иман күҙҙәре менән күрәһеңме? Йәһүәгә һәм уның вәғәҙәләренә иман итер өсөн сәбәптәр бик күп (Евр. 11:1, 27, ЯДТ).

12. Ильяс үҙенең уяу булыуын нисек күрһәтә һәм, бәләкәй генә болот тураһында ишеткәс, ул нимә эшләй?

12 Ильястың ни ҡәҙәр уяу булғанына иғтибар ит: ул хеҙмәтсеһенә бер-ике генә тапҡыр түгел, ә хатта ете тапҡыр барып ҡарарға ҡушҡан! Бәлки, хеҙмәтсеһе уның үтенесен ҡат-ҡат үтәп ялҡып киткәндер, ләкин Ильяс бирешмәгән һәм ямғыр яҡынлашыуын күрһәткән билдәләр эҙләүен дауам иткән. Ниһайәт, етенсе ҡат барып әйләнгәндән һуң хеҙмәтсе: «Диңгеҙҙән кеше усы тиклем ҙурлыҡта бер бәләкәй генә болот күтәрелә», — ти. Күҙ алдыңа килтер: хеҙмәтсе, ҡулын һуҙып, усы менән Бөйөк диңгеҙ өҫтөнән күтәрелгән бәләкәй генә болоттоң ҙурлығын күрһәтә. Күрәһең, хеҙмәтсене был күренеш тәьҫирләндермәгән. Әммә Ильяс өсөн шул болот күпте аңлатҡан. Ул хеҙмәтсеһенә ошондай ашығыс йөкләмә бирә: «Бар, Ахабҡа: „Атыңды арбаға ек! Көслө ямғыр аҫтына эләкмәҫ өсөн, ашыҡ!“ — тип әйт» (1 Бат. 18:44).

13, 14. а) Ильяс кеүек уяу булыр өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? б) Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итер өсөн ниндәй сәбәптәр бар?

13 Ильяс ҡабат беҙгә яҡшы үрнәк күрһәтә. Беҙ ҙә мөһим ваҡытта йәшәйбеҙ: Алла үҙ вәғәҙәһен үтәр өсөн тиҙҙән эш итә башлаясаҡ. Ильяс ҡоролоҡтоң тамамланыуын көтөп йәшәһә, Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәре был боҙоҡ донъяның ахырын көтөп йәшәй (1 Яхъя 2:17). Йәһүә Алла эш итә башлағансы, беҙгә, Ильястың үрнәгенә эйәреп, гел уяу булырға кәрәк. Алланың Улы — Ғайса Мәсих шәкерттәренә ошондай кәңәш биргән: «Уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит» (Мат. 24:42). Был һүҙҙәр менән Ғайса, шәкерттәре ахырҙың ҡасан килерен бөтөнләй белмәйәсәк, тип әйтергә теләгәнме? Юҡ, сөнки Ғайса ахыр яҡынлашып килгән ваҡытта донъя хәленең ниндәй булырын ентекләп һүрәтләп биргән. «Был донъяның бөтәсәген» күрһәткән билдәнең үтәлеүен һәр беребеҙ үҙе күрә ала. (Матфей 24:3—7-не уҡы.)

Бер бәләкәй генә болот Ильясты Йәһүәнең тиҙҙән эш итә башлаясағына ышандырған. Һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе күрһәткән билдәнең үтәлеүе беҙҙе Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итергә дәртләндерә

14 Шул билдәнең һәр өлөшө ахырҙың яҡын булыуына ышаныслы дәлил булып тора. Был дәлилдәр әллә беҙҙе Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итергә дәртләндермәйме? Офоҡтағы бер бәләкәй генә болот Ильясты Йәһүәнең тиҙҙән эш итә башлаясағына ышандырған. Тоғро пәйғәмбәрҙең өмөттәре аҡланғанмы?

Йәһүә йыуата һәм фатихалай

15, 16. Ваҡиғалар нисек киҫкен боролош ала, һәм Ильяс, бәлки, Ахаб тураһында нимә уйлағандыр?

15 Артабан Изге Яҙмаларҙа былай тиелә: «Шул арала күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплап алды, ел күтәрелде һәм ҡойма ямғыр яуырға тотондо. Ахаб иһә арбаһында Йәзрәилгә юл тота ине» (1 Бат. 18:45). Ваҡиғалар киҫкен боролош ала: хеҙмәтсе Ахабҡа Ильястың һүҙҙәрен еткергәнсе, бәләкәй генә болот, ҡуйы ҡара болоттарға әүерелеп, бөтөн күкте ҡамап ала; көслө ел күтәрелә. Ниһайәт, өс йыл ярым үткәндән һуң, Израиль ерендә ямғыр яуа башлай. Ярылып бөткән ер «һыуһынын ҡандырырға» тотона. Ямғыр, торған һайын көсәйә барып, күнәктән ҡойғандайға әйләнә. Кишон йылғаһы, ярҙарынан сығып, Бағалдың үлтерелгән пәйғәмбәрҙәренең ҡанын йыуып төшөрә башлай. Юлдан яҙған израилдәргә лә үҙ ерҙәрен Бағалдың ерәнес йолаларынан таҙартырға мөмкинлек бирелә.

«Ҡойма ямғыр яуырға тотондо»

16 Ильяс тап шуны көткән дә! Ә Ахаб, тәүбә итеп, боттарға табыныуҙан арынырмы? Шул көндәге ваҡиғалар Ахабты шундай үҙгәрештәр яһарға этәрергә тейеш булған. Әлбиттә, ул ваҡытта уның ниҙәр уйлағанын беҙ белмәйбеҙ. Изге Яҙмаларҙа, ул «арбаһында Йәзрәилгә юл тота ине», тип кенә әйтелә. Ул үҙенә берәй һабаҡ алғанмы? Тормошон үҙгәртергә йыйынғанмы? Юҡ. Быны артабанғы ваҡиғаларҙан күреп була. Әммә Ахаб өсөн дә, Ильяс өсөн дә был көн тамамланмаған әле.

17, 18. а) Йәзрәилгә юл тотҡанда, Ильяс менән нимә була? б) Ильяс Кармил тауынан Йәзрәилгә йүгереп китеп барғанда, ниндәй мөғжизә була? (Төшөрмәне лә ҡара.)

17 Йәһүәнең пәйғәмбәре Ахаб йүнәлгән яҡҡа ҡарай юл ала. Уға оҙон, ҡараңғы, бысраҡ юл буйлап барырға кәрәк. Әммә ғәжәп бер хәл була.

18 «Йәһүәнең ҡулы Ильяс менән ине; ул, кейеменең итәген биленә ҡыҫтырып, Йәзрәилгә тиклем Ахаб алдынан йүгереп барҙы», — тиелә Изге Яҙмаларҙа (1 Бат. 18:46). Эйе, «Йәһүәнең ҡулы» Ильясҡа ғәҙәттән тыш көс бирә. Йәзрәилгә барып етер өсөн, оло йәштәге пәйғәмбәргә 30 саҡрым самаһы ара үтергә кәрәк *. Күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара: ямғырҙан һуң иҙелгән юлдан иркенләп йүгерер өсөн, пәйғәмбәр кейеменең итәген биленә ҡыҫтыра. Ул шул тиклем тиҙ йүгерә, хатта, батшаның арбаһын ҡыуып етеп, уны уҙып китә!

19. а) Алланың Ильясҡа көс-ҡеүәт биреүе ниндәй пәйғәмбәрлектәрҙе хәтерләтә? б) Йәзрәилгә йүгереп китеп барғанда, Ильяс нимәлә бер ҙә шикләнмәгән?

19 Ильяс өсөн был ҙур фатиха булғандыр! Пәйғәмбәр үҙен хатта йәш сағында ла шулай хис итмәгән: хәҙер ул шундай көс, дәрт һәм ҡеүәт тоя! Ильяс менән булған хәл ерҙәге ожмах тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙе хәтерләтә. Был пәйғәмбәрлектәр буйынса, Аллаға тоғро ҡалған бөтә кешенең көс-дәрте ташып торасаҡ, һәм улар һау-сәләмәт буласаҡ. (Ишағыя 35:6-ны уҡы; Лука 23:43.) Бысраҡ юлдан йүгереп китеп барғанда, Ильяс пәйғәмбәр Атаһының — берҙән-бер хаҡ Алланың үҙен хуплауына бер ҙә шикләнмәгән!

20. Йәһүәнең фатихаларын алыр өсөн нимә эшләргә?

20 Йәһүә беҙҙе бик ныҡ фатихаларға теләй. Уның фатихалары бик ҡәҙерле, шуға күрә уларҙы алыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек. Ошо ҡурҡыныс һуңғы көндәрҙә беҙгә Ильяс кеүек уяу булырға һәм Йәһүәнең тиҙҙән эш итәсәген күрһәткән билдәләргә иғтибарлы булырға кәрәк. Ильяс кеүек, беҙ ҙә «бер ҡасан да ялған һөйләмәгән» Алланың вәғәҙәләренә тулыһынса ышана алабыҙ (Тит. 1:2).

^ 18 абз. Был ваҡиғаларҙан һуң күп тә үтмәҫтән, Йәһүә Ильясҡа Илишаны өйрәтергә ҡуша. Һуңыраҡ Илиша «Ильясҡа хеҙмәт итеүсе» тип атала башлай (2 Бат. 3:11). Ул, күрәһең, был оло йәштәге пәйғәмбәргә һәр яҡтан ярҙам итеп, уның хеҙмәтсеһе булып китә.