АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Ул, доға ҡылып, Аллаға күңелен бушатҡан
1, 2. а) Сәйәхәткә әҙерләнгәндә Һанна нимәгә ҡайғыра? б) Беҙ Һанна тураһындағы хикәйәнән нимә белербеҙ?
ҺАННА ауыр уйҙарынан бер аҙға ғына булһа ла арыныр өсөн сәйәхәткә йыйыныу мәшәҡәттәренә сума. Был бәхетле мәл булырға тейеш булған. Уның ире Илкана йыл һайын бөтә ғаиләһен Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Шилолағы сатырға алып барған. Йәһүә бындай байрамдарҙың шатлыҡ килтереүен теләгән. (Ҡанун 16:15-те уҡы.) Һис шикһеҙ, Һанна бала сағынан уҡ уларҙы бик яратҡандыр. Ләкин һуңғы йылдарҙа барыһы үҙгәрә.
2 Илкана Һаннаны бик ныҡ ярата. Әммә уның Фәнинә исемле тағы бер ҡатыны бар. Фәнинә, күрәһең, Һаннаның тормошон бәхетһеҙ итергә теләй. Хатта һәр йыл була торған байрамдарҙа ла көндәше Һаннаның күңелен әрнетер өсөн төрлө юлдар таба. Әйҙә, был хикәйәне ентекләберәк ҡарап сығайыҡ һәм көслө иман Һаннаға ҡотолғоһоҙ булып күренгән хәлдә нисек ярҙам иткәнен беләйек. Әгәр ҡыйынлыҡтар һеҙҙе шатлыҡтан мәхрүм итә икән, Һанна тураһындағы хикәйә күңелегеҙгә айырыуса яҡын буласаҡ.
«Нишләп кәйефең юҡ?»
3, 4. Ниндәй ике нәмә Һаннаны ҡайғыға һалған, һәм ни өсөн?
3 Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Һаннаны ике нәмә ҡайғыға һалған. Беренсеһе менән ул бер нәмә лә тиерлек эшләй алмаған, икенсеһен бөтөнләй хәл итә алмаған. Беренсенән, иренең тағы бер ҡатыны булған, ул, көндәш булараҡ, Һаннаны күрә алмаған. Икенсенән, Һанна түлһеҙ булған. Түлһеҙлек бала табырға теләгән һәр ҡатында ауыр кисерештәр тыуҙыра, ә Һанна заманында йәшәгән һәм шул культурала үҫкән ҡатындар өсөн был бигерәк тә ҙур ҡайғы булған. Ул саҡта һәр ғаилә балалары тыуып нәҫелдәрен дауам итер тип өмөтләнгән. Түлһеҙ булыу хурлыҡ һәм ғәрлек тип һаналған.
4 Фәнинә яфаламаһа, Һанна, бәлки, был ҡайғыны еңелерәк күтәрер ине. Бер нисә ҡатынға өйләнгән ирҙәрҙең ғаиләһендә ауырлыҡтар һәр ваҡыт күп була. Ундай ғаиләләрҙә көндәшлек, ыҙғыш-талаш һәм күңел әрнеүе — ғәҙәти хәл. Бындай күренеш Баш. 2:24). Изге Яҙмаларҙа күп ҡатынлы булыу ҡараңғы төҫтәрҙә һүрәтләнә, Илкана ғаиләһенең тормошо быға сағыу миҫал булып тора.
Алла Эден баҡсаһында урынлаштырған тәртиптән — ирҙең бер ҡатын менән тороуына ҡоролған никах формаһынан бик ныҡ айырылып тора (5. Ни өсөн Фәнинә Һаннаның ғазапланыуын теләгән, һәм ул бының өсөн нимә эшләгән?
5 Һанна Илкананың яратҡан ҡатыны булған. Йәһүдтәрҙең йолалары буйынса, Илкана тәүҙә — Һаннаға, ә бер нисә йыл үткәс кенә Фәнинәгә өйләнгән. Нисек кенә булмаһын, Фәнинә ирен ныҡ көнләшкән һәм Һаннаға төрлөсә ғазап килтергән. Уның Һаннанан өҫтөнлөгө шунан ғибәрәт булған: ул бала артынан бала тапҡан. Һәр тыуған бала менән уның ғорурлығы ла артҡандан-арта барған. Һаннаны йәлләп йыуатыу урынына Фәнинә уның балаға уҙа алмауын иҫенә төшөрөп күңел яраһына тоҙ һибеп торған. Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Фәнинә Һаннаны бер туҡтауһыҙ мыҫҡыллап «күңелен әрнеткән» (1 Иш. 1:6). Ул быны юрамал эшләгән. Ул Һаннаны рәнйетергә теләгән һәм маҡсатына ирешкән.
6, 7. а) Илкана Һаннаны йыуатырға тырышһа ла, ни өсөн Һанна, күрәһең, уға барыһын да һөйләп бирмәгән? б) Һаннаның түлһеҙ булыуы Йәһүә уны хупламай тигәнде аңлатҡанмы? (Төшөрмәне ҡара.)
6 Күрәһең, Фәнинә һәр йыл Шилолағы байрамға барыу ваҡытын Һаннаны рәнйетер өсөн ҡулланырға яратҡан. Илкана Йәһүәгә килтерелгән ҡорбандан Фәнинәнең «бөтә улдарына һәм ҡыҙҙарына аҙыҡ өләшкән», ә яратҡан Һаннаһына үҙенә күрә бер өлөш биргән. Һаннаға түлһеҙ булыуын иҫенә төшөрөп, көнсөл Фәнинә үҙен шул хәтле тәкәббер тотҡан, хатта бахыр ҡатын илай башлаған һәм тамағына аш бармаған. Илкана, ҡәҙерле ҡатынының кәйефе ҡырылып ашамағанын күреп, уны йыуатырға тырышҡан. «Һанна, — тип әйткән ул, — һин ниңә илайһың, ниңә ашамайһың? Нишләп кәйефең юҡ? Мин һинең өсөн ун улдан да яҡшыраҡ түгелме ни?» (1 Иш. 1:4—8).
7 Илкана Һаннаның балаға уҙа алмағанға ҡайғырыуын аңлаған. Әлбиттә, Һанна уның яратыу белдереп әйткән йылы һүҙҙәрен бик ҡәҙерләгән *. Әммә Изге Яҙмаларҙа бер ҡайҙа ла Илкана Фәнинәнең яуыз эштәрен иҫкә алған һәм Һанна иренә был хаҡта һөйләгән тип әйтелмәй. Бәлки, Һанна, был турала һөйләп хәлемде тағы ла киҫкенләштерермен, тип ҡурҡҡандыр. Илкана нимәне булһа ла үҙгәртә алыр инеме? Фәнинәнең нәфрәте көсәймәҫме? Ә әгәр был яман ҡатындың балалары менән хеҙмәтселәре уның яғына ауышһа? Ул саҡта Һанна үҙ өйөндә үҙен бөтөнләй сит кеше итеп тойор ине.
Ғаиләһендә насар мөғәмәлә менән осрашҡанда, Һанна Йәһүәнән йыуаныс эҙләгән
8. Ни өсөн насар мөғәмәлә һәм ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда Йәһүәнең ғәҙел Алла булыуын иҫтә тотоу йыуата?
8 Илкана Фәнинәнең яуыз эштәрен белгәнме-юҡмы, Йәһүә Алла барыһын күреп торған. Алла Һүҙендә Һанна менән булған хәл ентекләп тасуирлана. Көнләшеүҙән йәки күрә алмауҙан башҡаларға ҡыйынлыҡтар тыуҙырған һәм бындай тәртиптә бер ниндәй насарлыҡ күрмәгән кешеләр өсөн был етди киҫәтеү булып тора. Һанна кеүек татыу йәшәргә ынтылған ғәйепһеҙ кешеләрҙе, ғәҙел Алла үҙ ваҡытында һәм үҙенә яраҡлы юл менән ғәҙеллек урынлаштырасаҡ, тигән фекер йыуата ала. (Ҡанун 32:4-те уҡы.) Күрәһең, Һанна быны белгән, сөнки ул ярҙам һорап нәҡ Йәһүәгә мөрәжәғәт иткән.
«Уның йөҙө бүтән моңһоу түгел ине»
9. Көндәшенең үҙен нисек тотасағын белһә лә, Шилоға барырға әҙер булып, Һанна беҙгә ниндәй өлгө күрһәткән?
9 Иртә менән бөтә ғаилә мәж килә башлай. Барыһы ла, хатта балалар ҙа сәйәхәткә әҙерләнә. Был ҙур ғаиләгә Шилоға барып етер өсөн Эфраимдың таулы ерҙәре буйлап 30 саҡрымдан ашыу юл үтергә тура киләсәк *. Йәйәү барһаң, юл бер-ике көн аласаҡ. Һанна, көндәшенең үҙен нисек тотасағын белһә лә, өйҙә ҡалмай. Хәҙерге заманда йәшәгән Алла хеҙмәтселәре өсөн ниндәй иҫ киткес үрнәк! Башҡаларҙың дөрөҫ булмаған тәртибенә беҙгә Аллаға ғибәҙәт ҡылырға ҡамасауларға бер ҡасан да юл ҡуйырға ярамай. Әгәр юл ҡуйһаҡ, беҙ ауырлыҡтарҙа сыҙарға көс биргән фатихаларҙан мәхрүм ҡалырбыҙ.
10, 11. а) Ни өсөн Һанна форсат сығыу менән изге сатырға китә? б) Күктәге Атаһына доға ҡылғанда Һанна нисек күңелен бушата?
10 Ғаилә көнө буйы бормалы тау юлдарынан атлай һәм, ниһайәт, Шилоға яҡынлаша. Был ҡала тауҙар менән уратып алынған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ҡалаға яҡынлашҡан саҡта Һанна, бәлки, Йәһүәгә доғала ни әйтерен уйлайҙыр. Шилоға килеп еткәс, улар ашап ала. Форсат сығыу менән, Һанна барыһын да ҡалдырып, Йәһүәнең изге сатырына китә. Сатырға инеү урыны янында баш рухани Илий ултыра. Ләкин Һанна уны күрмәй, сөнки бөтә иғтибары доғаһына тупланған. Ул бында, изге сатыр янында, Алланың
үҙен мотлаҡ ишетәсәгенә ышана. Уның ҡайғыһын бер кеше лә тулыһынса аңламаһа ла, күктәге Атаһы аңлай. Әрнеүенән күңеле тулып, Һаннаның күҙенән йәш атылып сыға.11 Үкһеп илауҙан ҡалтыранып, Һанна эстән генә Йәһүә менән һөйләшә. Уның ирендәре, әрнеүен белдереп, тауышһыҙ ғына ҡыбырлай. Һанна, күңелен бушатып, күктәге Атаһына оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ул Алланан ялбарып бала биреүен һорай. Әммә Һанна Алланан фатихалар алырға ғына түгел, ә уға үҙендә булғанын бирергә лә теләй. Шунлыҡтан ул, улым тыуһа, уны Йәһүәгә хеҙмәт итергә бағышлармын, тип ант бирә (1 Иш. 1:9—11).
12. Һанна миҫалынан күренгәнсә, беҙ доға ҡылғанда нимәне иҫтә тоторға тейеш?
12 Доға ҡылыу тураһында әйткәндә, Һанна Алланың бөтә хеҙмәтселәре өсөн үрнәк ҡалдырған. Йәһүә үҙ халҡын үҙе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә һәм, бала ата-әсәһенә иркен мөрәжәғәт иткәндәй, тартынмайынса күңелдәрен бушатырға саҡыра. (Зәбур 62:8; 1 Фессалоникаларға 5:17-не уҡы.) Алла тарафынан рухландырылып, илсе Петер Йәһүәгә доға ҡылыу тураһында бындай йыуаныслы һүҙҙәр яҙған: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Пет. 5:7).
13, 14. а) Ни өсөн Илий Һанна тураһында ашығыс һығымта яһай? б) Һанна, иҫ киткес иман өлгөһө күрһәтеп, Илийға нисек яуап бирә?
13 Әммә кешеләр Йәһүә кеүек аңлаусан һәм ҡыҙғаныусан була алмай шул. Илап доға ҡылғанда, Һанна ҡапыл бер тауыш ишетә. Был уны күҙәтеп торған баш рухани Илийҙың тауышы була. Ул: «Күпме иҫереп йөрөргә була инде? Етәр эсергә», — ти. Илий Һаннаның ирендәре ҡыбырлауын, уның ҡалтыраныуын һәм үҙ-үҙен тотошон күргән. Хәлен белешеү урынына Илий, Һаннаны иҫерек тип уйлап, ашығыс һығымта яһаған (1 Иш. 1:12—14).
14 Былай ҙа күңеле әрнегәндә нахаҡ ғәйепләү ишетеү Һаннаға ни тиклем ауыр булғандыр. Етмәһә, ул һүҙҙәрҙе хөрмәтле вазифа үтәүсе кеше әйтә бит әле! Шуға ҡарамаҫтан, Һанна йәнә иҫ киткес иман өлгөһө күрһәтә. Ул кешеләрҙең камил булмаған һыҙаттарына Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуына ҡамасауларға юл ҡуймай. Һанна, ихтирам менән яуап ҡайтарып, Илийға ҡайғыһын һөйләп бирә. Бәлки, үҙенең яңылышҡанын аңлап, Илий йомшаҡ ҡына уға: «Иҫән-имен йөрө. Израиль Аллаһы һинең үтенесеңде үтәһен», — ти (1 Иш. 1:15—17).
15, 16. а) Доғала Йәһүәгә күңелен бушатып, изге сатырҙа ғибәҙәт ҡылғандан һуң, Һанна үҙен нисек хис иткән? б) Тиҫкәре хистәр менән көрәшкәндә беҙ нисек Һаннаның үрнәгенә эйәрә алабыҙ?
15 Йәһүәгә доғала күңелен бушатып, изге сатырҙа ғибәҙәт 1 Иш. 1:18). Һанна еңеллек тойған. Ул, асылда, күңелендәге ауыр йөктө үҙенең нескә иңдәренән күктәге Атаһының сикһеҙ көслө һәм киң иңдәренә йөкмәткән тип әйтеп була. (Зәбур 55:22-не уҡы.) Алла күтәрә алмаҫлыҡ йөк бармы? Юҡ һәм булмаясаҡ та!
ҡылғандан һуң, Һанна үҙен нисек хис иткән? «Һанна... китеп барҙы. Шунан ул тамағына ашай башланы, һәм уның йөҙө бүтән моңһоу түгел ине», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (16 Бойоҡҡанда, төшөнкөлөккә йәки ауыр тойғоларға бирелгән саҡтарҙа беҙгә, Һанна үрнәгенә эйәреп, Изге Яҙмаларҙа «Доғаларҙы Тыңлаусы» тип аталған шәхескә күңелебеҙҙе бушатырға кәрәк (Зәб. 65:2). Әгәр иман менән доға ҡылһаҡ, ҡайғырыуыбыҙ «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» менән алмашынасаҡ (Флп. 4:6, 7).
«Аллабыҙға оҡшаш ҡая юҡ»
17, 18. а) Илкана Һаннаның антын хуплауын нисек күрһәтә? б) Фәнинә Һаннаға бүтән нимә эшләй алмай?
17 Икенсе көндө иртән Һанна Илкана менән изге сатырға тағы килә. Моғайын, Һанна үҙенең үтенесе һәм Аллаға биргән анты тураһында иренә әйткәндер, сөнки Муса ҡануны буйынса, ирҙең ҡатынының үҙе менән кәңәшләшмәйенсә биргән антын ғәмәлдән сығарырға хаҡы булған (Һан. 30:10—15). Әммә Илкана, тәҡүә кеше булараҡ, ҡатынының антын ғәмәлдән сығармай. Киреһенсә, өйгә ҡайтып китер алдынан улар изге сатырҙа бергәләп Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла.
18 Фәнинә үҙенең мыҫҡыллап көлөүҙәре Һаннаның күңелен төшөрмәгәнен ҡасан аңлай? Изге Яҙмаларҙа был хаҡта бер нәмә лә әйтелмәй, ләкин «уның йөҙө бүтән моңһоу түгел ине» тигән һүҙҙәр шул ваҡыттан алып Һаннаның кәйефе яҡшырғанын күрһәтә. Һәр хәлдә, тиҙҙән Фәнинә үҙенең яуыз тәртибенең Һаннаға тәьҫир итмәүен аңлап ҡала. Ошонан алып Фәнинәнең исеме Изге Яҙмаларҙа бүтән иҫкә алынмай.
19. Һанна ниндәй фатиха ала, һәм ул ошо фатиханың кемдән килгәнен аңлауын нисек күрһәтә?
19 Айҙар үтә бара, Һаннаның күңел тыныслығына ҙур шатлыҡ өҫтәлә. Ул балаға уҙа! Һанна был фатиханың кемдән килгәнен бер ҡасан да онотмай. Малай тыуғас, Һанна уға Ишмуил тип исем ҡуша. Был исем «Алла исеме» тигән мәғәнә йөрөтә һәм, күрәһең, Алланың исемен саҡырыу тигән фекерҙе белдерә, сөнки Һанна үҙе тап шулай эшләгән дә. Шул йылда Һанна Илкана һәм ғаиләһе менән бергә Шилоға бармай. Өс йыл дауамында, баланы имсәктән айырғансы, ул өйҙә ҡала. Яратҡан улынан айырыласаҡ көн етеп килгәнен аңлау Һаннаға, моғайын, бик ауыр булғандыр.
20. Һанна менән Илкана Йәһүәгә биргән анттарын нисек үтәй?
20 Улынан айырылыуы еңел булмай. Әлбиттә, Һанна Шилола хеҙмәт иткән ҡатындарҙың йәки башҡа кешеләрҙең Ишмуил хаҡында яҡшы итеп ҡайғыртасағын белә. Ләкин ул әле шундай бәләкәй! Ниндәй әсә балаһы янында булырға теләмәҫ? Шулай ҙа Һанна һәм Илкана малайҙы теләр-теләмәҫ кенә түгел, ә рәхмәт тойғоһо менән алып килә. Улар Алла йортонда ҡорбандар килтерә һәм, Ишмуилды Илий алдына баҫтырып, уға Һаннаның бер нисә йыл элек биргән анты тураһында һөйләп бирә.
21. Һаннаның иманының тәрәнлеге уның доғаһында нисек сағыла? ( «Ике һоҡланғыс доға» тигән рамканы ла ҡара.)
21 Шунан Һанна доға ҡыла. Йәһүә был доғаны үҙенең рухландырылған Һүҙенә индереүгә лайыҡ тип һанаған. Һаннаның 1 Ишмуил 2:1—10-да яҙылған һүҙҙәрен уҡығанда, һин һәр һөйләмдә уның иманының тәрәнлеге сағылыуын күрерһең. Ул Йәһүәне көсөн ғәжәп итеп ҡулланыуы өсөн — уның ғорурҙарҙы түбәнһетә һәм бойоҡҡандарҙы юғары күтәрә алыуы, йәшәүҙән мәхрүм итә һәм ғүмерҙе һаҡлап ҡала алыуы өсөн маҡтай. Ул күктәге Атаһын тиңһеҙ изгелеге, ғәҙеллеге һәм тоғролоғо өсөн данлай. Һанна: «Аллабыҙға оҡшаш ҡая юҡ», — тип ысын күңелдән әйтә ала. Эйе, Йәһүәгә тулыһынса ышанып була, ул үҙгәрмәй. Ул үҙенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән бөтә йәберләнгән һәм бойоҡҡан кешеләргә ышыҡ урын булып тора.
22, 23. а) Ни өсөн беҙ, Ишмуил ата-әсәһенең үҙен яратыуын белеп үҫкән, тип әйтә алабыҙ? б) Йәһүә Һаннаны тағы нисек фатихалаған?
22 Бәләкәй Ишмуил, әсәһенең шундай көслө иманын күреп, һис шикһеҙ шатланғандыр. Әсәһен һағынһа ла, ул бер ҡасан да үҙен ташланған бала итеп тоймаған. Һанна йыл һайын, Шилоға 1 Ишмуил 2:19-ҙы уҡы.) Күҙ алдыңа килтер, Һанна улына үҙе теккән яңы күлдәкте кейҙереп, рәтләп ҡуя. Ул Ишмуилға яратып ҡарай ҙа рухландырғыс яғымлы һүҙҙәр әйтә. Әсәһе Ишмуил өсөн фатиха булған, ә Ишмуил үҙе ата-әсәһе һәм бөтә Израиль өсөн фатиха булып үҫкән.
килеп, улына изге сатырҙа хеҙмәт итер өсөн еңһеҙ күлдәк килтергән. Күлдәктең һәр йөйө Һаннаның улына ҡарата яратыуын һәм наҙлы ҡайғыртыуын сағылдырған. (23 Йәһүә Һаннаны ла онотмаған, уны фатихалаған, һәм уның тағы биш балаһы тыуған (1 Иш. 2:21). Әммә күктәге Атаһы Йәһүә менән йылдан-йыл нығый барған мөнәсәбәттәре Һанна өсөн иң ҙур фатиха булған. Һаннаның иманын өлгө итеп ал, шул саҡта һинең дә Алла менән дуҫлығың нығыныр.
^ 7 абз. Изге Яҙмаларҙа «Йәһүә Һаннаға бала бирмәне» тип әйтелһә лә, Алла был баҫалҡы һәм тоғро ҡатынды хупламаған тип уйлар өсөн нигеҙ юҡ (1 Иш. 1:5). Ҡайһы саҡта Изге Яҙмаларҙа Алла ваҡытлыса рөхсәт иткән нәмәләр тураһында улар Алла тарафынан эшләнә тип әйтелә.
^ 9 абз. Был ара, Илкананың тыуған ҡалаһы Рама Ғайса көндәрендә Аримафей ҡалаһы урынлашҡан ерҙә торған, тигән фаразға нигеҙләнеп һанап сығарылған.