Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

48-СЕ ЙЫР

Көн һайын Йәһүә юлында йөрөйбөҙ

Көн һайын Йәһүә юлында йөрөйбөҙ

(Миҡай 6:8)

  1. 1. Көн һайын тыйнаҡ йөрөйбөҙ

    Алланың изге юлдарында.

    Шул тиклем игелекле ул

    Баҫалҡы, ихлас кешеләргә.

    «Етәкләп алып барырмын», —

    Тип ҡулын бирә Алла.

    Гел уның яҡлы булһаҡ беҙ,

    Ул беҙгә лә тоғро була.

  2. 2. Донъянан асыҡ күрәбеҙ:

    Йәһүә көнө етеп килә.

    Ҡай саҡ ҡурҡыуға төшәбеҙ,

    Дошмандар ғәйәт күп булғанға.

    Хоҙайға яҡын булайыҡ,

    Ул беҙгә яҡлау бирә,

    Ҡулына ныҡ тотонайыҡ,

    Ҡатнашып изге хеҙмәттә.

  3. 3. Кәрәкле ярҙам алабыҙ

    Алланың Һүҙе, рухы аша.

    Көс йыябыҙ, рухланабыҙ

    Ҡәрҙәштәр менән осрашҡанда.

    Көн һайын доға ҡылабыҙ:

    «Бирсе зирәклек, Алла».

    Һәр ваҡыт ярҙам итә ул

    Хаҡ юлда тыйнаҡ йөрөргә.

(Баш. 5:24; 6:9; 1 Бат. 2:3, 4-те лә ҡара.)