62-СЕ ЙЫР
Яңы йыр
(Зәбур 98)
-
1. Бер халыҡ булып, данлап йырлайыҡ Алланы,
Шул тиклем ғәжәп бит уның бар эштәре!
Һәр саҡ ҡотҡара беҙҙе көслө ҡулы менән,
Ул ғәҙел дә, хаҡ та хөкөм итә гелән.
ҠУШЫМТА
Яңы йыр
Йырлайыҡ Аллаға!
Йәһүә —
Беҙҙең бөйөк Батша!
-
2. Тантана менән ауаз һалайыҡ Хоҙайға,
Мәҙхиә йырлайыҡ изге исеменә!
Арфа һәм борғо яңғыраһын бөтә ерҙә,
Ағылһын яңы йыр Алла хөрмәтенә!
ҠУШЫМТА
Яңы йыр
Йырлайыҡ Аллаға!
Йәһүә —
Беҙҙең бөйөк Батша!
-
3. Ҡул сапһын, әйҙә, бар йылғалар һәм яландар,
Шаулаһын диңгеҙ һәм ауаз бирһен тауҙар.
Бөтә тауышҡа йырлайыҡ был яңы йырҙы,
Шатланып данлайыҡ, маҡтайыҡ Хоҙайҙы!
ҠУШЫМТА
Яңы йыр
Йырлайыҡ Аллаға!
Йәһүә —
Беҙҙең бөйөк Батша!
(Зәб. 96:1; 149:1; Ишағ. 42:10-ды ла ҡара.)