Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

64-СЕ ЙЫР

Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

(Матфей 13:1—23)

  1. 1. Бөгөн ураҡта ҡатнашабыҙ,

    Иген өлгөргән баҫыуҙа.

    Ундай хөрмәткә сикһеҙ шатбыҙ,

    Ҡыҙыу эш ҡайнай бар ерҙә.

    Ғайса Мәсихкә буйһонабыҙ,

    Өлгө ҡалдырған ул беҙгә.

    Һәр көн бергәләп мул уңыш урыу

    Шатлыҡ һәм бәхет килтерә.

  2. 2. Ысын яратыу күрһәтәбеҙ,

    Һөйләп хәбәрҙе һәр кемгә.

    Ваҡыт аҙ ҡалды, ашығабыҙ

    Алла ҡушҡанды үтәргә.

    Ғәйәт ҙур шатлыҡ кисерәбеҙ,

    Хоҙай яуҙыра фатиха.

    Тоғро һәм сыҙам булырға беҙгә

    Ярҙам итәсәк Йәһүә.

(Матф. 24:13; 1 Кор. 3:9; 2 Тим. 4:2-не лә ҡара.)