Дин — тағы бер табышлы бизнесмы?
Күп диндәр кешеләргә рухи өгөт-нәсихәт биреү тураһында түгел, ә күберәк аҡса эшләү тураһында ҡайғырта кеүек күренә. Улар үҙ тауарҙарына һәм төрлө хеҙмәттәренә реклама яһай һәм уларҙы һата. Күп дин етәкселәре ғәйәт ҙур эш хаҡы ала һәм иҫ китмәле байлыҡта йәшәй. Бына бер нисә миҫал.
Журналист тикшеренеүе буйынса, бер католик рухани 13 йыл буйы үҙенең шәхси сәйәхәттәрен сиркәү иғәнәләре менән ҡаплаған. Шул аҡсаларға ул бөтәһе яҡынса 150 тапҡыр шәхси самолеттарҙа осҡан һәм лимузиндарҙа 200-гә яҡын сәфәр яһаған. Шулай уҡ ул үҙенең сиркәү резиденцияһын ремонтлау өсөн дүрт миллиондан артыҡ доллар сарыф иткән.
Африкалағы бер илдең дин таратыусыһы регуляр рәүештә тиҫтәләгән мең кеше йыйылған ғибәҙәт ҡылыу үткәрә. Уның ғәйәт ҙур дини комплексы бик күп төрлө тауарҙар — «мөғжизәле майҙарҙан» алып үҙенең һүрәте төшөрөлгән футболкалар һәм таҫтамалдарға тиклем тәҡдим итә. Бындай ғибәҙәт ҡылыуҙарға килгән кешеләрҙең күбеһе ярлы, ә бына дин таратыусы үҙе самаһыҙ бай.
Ҡытайҙа буддистарҙың дүрт изге тауының икеһе коммерция ойошмаһы булараҡ теркәлгән. Ә киң билдәле Шаолинь монастыре — ысын бизнес империяһы. Киң мәғлүмәт саралары был монастырь башлығын «монах-гендиректор» тип атай.
Күпселек америка фирмалары һәм компанияларында рухи консультант яллау модаға инеп киткән. Был консультанттар фирмаларға үҙ дини ритуалдарын булдырырға ярҙам итә һәм эшселәргә башҡа рухи хеҙмәттәр тәҡдим итә.
Диндең торған һайын күберәк бизнесҡа оҡшай барыуына һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙ ҡасан да булһа иман итеүселәр хаҡына байыған дини етәкселәргә нисек Алланың ҡарауы тураһында уйлағанығыҙ бармы?
Диндән бизнес яһауға Алла нисек ҡарай?
Алла быны хупламай. Изге Яҙманан күренеүенсә, элек Алла үҙенең исеменән башҡаларҙы аҡса түләп өйрәткән руханиҙар менән сиктән тыш ҡәнәғәтһеҙ булған (Миҡай 3:11). Ҡомһоҙ дини коммерсанттарҙың үҙенә табынған урынды юлбаҫарҙар ояһына әйләндереүе Алланың асыуын килтергән! (Иремия 7:11).
Кешеләрҙең динде байығыр өсөн ҡулланыуы Ғайса Мәсихте лә асыуландырған. Ул ваҡытта дини етәкселәр ҡомһоҙ һатыусыларға үҙ тауарҙарын Иерусалим ғибәҙәтханаһы территорияһында һатырға рөхсәт иткән, ә бының өсөн уларҙың табышынан процент алған. Улар ғибәҙәтханаға Аллаға табыныр өсөн килгән ябай кешеләр иҫәбенә байыған. Ғайса был принципһыҙ һатыусыларҙы ғибәҙәтхананан ҡыуып сығарған һәм былай тигән: «Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ!» (Яхъя 2:14—16).
Шулай уҡ Ғайсаның Аллаға нисек хеҙмәт итеүенә иғтибар итергә кәрәк (Яхъя 8:28, 29). Ғайса бер ҡасан да Алла тураһында өйрәткәне өсөн кешеләрҙән аҡса алмаған. Һәм ул бер ҡасан да үҙенең мөғжизәләре өсөн аҡса талап итмәгән. Ул бушлай астарҙы ашатҡан, ауырыуҙарҙы һауыҡтырған һәм үлеләрҙе терелткән. Ғайса бер ҡасан да үҙенең Аллаға хеҙмәте хаҡына байырға тырышмаған. Уның хатта үҙ йорто булмаған! (Лука 9:58).
Беренсе мәсихселәр диндән бизнес яһамаған
Ғайса үҙ шәкерттәренә дини хеҙмәт өсөн хаҡ алмаҫҡа ҡушҡан. «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тигән ул (Матфай 10:28). Уның беренсе шәкерттәре (һуңынан улар мәсихселәр тип атала башлаған) тап уның күрһәтмәләре буйынса эш иткән. Бына ике миҫал.
Бер тапҡыр Симон исемле кеше илсе Петрға, Ғайсаның яҡын шәкертенә, мәсихсе йыйылышта хакимлыҡ һәм вәкәләт алыр өсөн аҡса тәҡдим иткән. Петр шунда уҡ Симондың тәҡдимен кире ҡаҡҡан һәм уны бындай һүҙҙәр менән шелтәләгән: «Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың!» (Ғәмәлдәр 8:18—20).
Павел актив рәүештә миссионер эшмәкәрлеге менән шөгөлләнгән. Йылдар буйы ул күп мәсихсе йыйылыштарға ярҙам иткән, әммә бер ҡасан да бының өсөн аҡса талап итмәгән. Павел һәм уның хеҙмәттәштәре Алла һүҙе һатып йөрөмәгән (2 Коринфтарға 2:17). Башҡа дини хеҙмәткәрҙәрҙән айырмалы булараҡ, Павел үҙен тәьмин итер өсөн һәм вәғәзләгән кешеләргә үҙ мәшәҡәттәрен һалмаҫ өсөн тырышып эшләгән (1 Фессалоникаларға 2:9).
Әлбиттә, беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә, вәғәз эшен дауам итер өсөн һәм мохтаждарға ярҙам итер өсөн, аҡса кәрәк булған. Ләкин улар бер ҡасан да үҙҙәренең дини хеҙмәте өсөн аҡса һорамаған. Әгәр ҙә кемдер, уларға рәхмәт белдерер өсөн, материаль яҡтан ярҙам итергә теләһә, ул быны был ике принципҡа нигеҙләнеп эшләй алған:
2 Коринфтарға 8:12: «Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана».
Аңлатма. Алла өсөн күпме ҡорбан итеүебеҙгә ҡарағанда этәргес ниәттәребеҙ мөһимерәк.
2 Коринфтарға 9:7: «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата».
Аңлатма. Аллаға бурыс тойғоһонан йә мәжбүри рәүештә бирелгән иғәнәләр кәрәкмәй. Уға кешенең ысын күңелдән, теләп биреүе оҡшай.
Тиҙҙән ҡомһоҙ дин менән нимә буласаҡ?
Изге Яҙмала, Алла күп диндәрҙе хупламай, тип әйтелә (Матфай 7:21—23). Асылыш китабындағы пәйғәмбәрлектә бөтә ялған диндәр һәм дини ойошмалар фәхишә менән сағыштырыла, сөнки улар аҡса йә башҡа өҫтөнлөктәр өсөн хөкүмәттәр менән килешеүҙәр төҙөй һәм шулай уҡ ябай кешеләр хаҡына байый (Асылыш 17:1—3; 18:3). Был пәйғәмбәрлектә әйтелгәнсә, Хоҙай тиҙҙән бөтә ялған диндәрҙе яуапҡа тарттырасаҡ (Асылыш 17:15—17; 18:7).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ялған диндәр кешеләрҙе алдай һәм Алла тураһында белергә теләктәрен һүндерә (Матфай 24:11, 12). Алла иһә ихлас кешеләрҙе үҙенең ниндәй динде хуплауын белергә һәм ялған диндән сығырға дәртләндерә (2 Коринфтарға 6:16, 17).