УЯУ БУЛЫҒЫҘ!
Борсоулы 2023 йыл. Изге Яҙмала нимә әйтелә?
2023 йылдағы донъя ваҡиғалары Изге Яҙмалағы «ахырызаман» тип аталған ваҡытта йәшәгәнебеҙгә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил булып тора (2 Тимофейға 3:1). Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең беҙҙең көндәрҙә ни тиклем теүәл үтәлгәненә иғтибар итегеҙ.
Изге Яҙма һәм донъя ваҡиғалары
«Төрлө ерҙәрҙәге һуғыштар» (Матфай 24:6).
«Донъяның төрлө төбәктәрендә ҡаты бәрелештәр һаны арта» a.
«Тыныс халыҡты кем ҡотҡарыр?» һәм «Хәрби сығымдар 2 триллион долларҙан артты» (урыҫ) тигән мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ.
«Төрлө урындарҙа ер тетрәүҙәр» (Марк 13:8).
«2023 йылдың башынан бөтә донъя буйлап 7-нән юғары магнитудалы 13 ер тетрәү теркәлгән. Был — күҙәтеүҙәр тарихындағы иң юғары күрһәткестәр» b.
«Төркиә һәм Сүриәләге һәләкәтле ер тетрәүҙәр» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
«Ҡурҡыныс күренештәр» (Лука 21:11, ЯДТ).
«Глобаль йылыныу дәүере тамамланды, һәм „глобаль ҡайнау“ дәүере башланды» (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль сәркәтибе Антониу Гутерриш) c.
«2023 йылдың йәйендә ғәҙәттән тыш эҫелек» (урыҫ) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
«Аслыҡ» (Матфай 24:7).
«2023 йыл: үҙ ғаиләләрен туҡландырыр өсөн күп тырышлыҡ һалған кешеләр өсөн тағы бер үтә ауыр йыл» d.
«Һуғыш һәм климаттың үҙгәреүе арҡаһында тыуған бөтә донъя аҙыҡ-түлек көрсөгө» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
«Айырыуса ауыр ваҡыттар» (2 Тимофейға 3:1, ЯДТ).
«Донъялағы һәр һигеҙенсе кеше психик һаулыҡтың ҡаҡшауынан интегә» e.
«Ни өсөн шул тиклем күп үҫмерҙәр психик ауырыуҙарға дусар була?» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.
2024 йыл нимә килтерер?
2024 йылдың нимә килтерер икәнен бер кем дә теүәл белмәй. Донъя ваҡиғаларынан күренеүенсә, тиҙҙән Алла Батшалығы, йәғни күктәге хөкүмәт, кеше хөкүмәттәрен алмаштырып, ғазаптар һәм борсолоуҙарың бөтә сәбәптәрен юҡ итер (Данил 2:44; Асылыш 21:4).
Ә әлегә, борсолоу йә ҡурҡыу тойһаҡ, ярҙам һорап Аллаға мөрәжәғәт итергә була. Изге Яҙмала былай тиелә:
«Ҡурҡҡанда, мин һиңә таянам» (Зәбур 56:3).
Аллаға таянғаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була? Беҙ һеҙҙе Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгән ғазапһыҙ һәм бәлә-ҡазаһыҙ киләсәк тураһында күберәк белергә саҡырабыҙ. Беҙҙең бушлай үткәрелгән Изге Яҙманы өйрәнеү курсын үтеп ҡарағыҙ һәм Изге Яҙмалағы вәғәҙәләрҙең үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белегеҙ.
a A World at War: What Is Behind the Global Explosion of Violent Conflict? Эмма Билз, Питер Солзбури. «Форин афферс» тигән журнал, 30 октябрь, 2023 йыл.
b Year 2023: Number of Major Earthquakes on Course for Record. Earthquake News. Май, 2023 йыл
c Secretary-General’s Opening Remarks at Press Conference on Climate. БМО. 27 июль, 2023 йыл.
d A Global Food Crisis. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының бөтә донъя аҙыҡ-түлек программаһы.
e Бөтә донъя психик һаулыҡ көнө, 10 октябрь, 2023 йыл. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы.